17.01.2014 Баянды саңғыға алмаштырып, Олимпия чемпионы була
ХIV Ҡышҡы Олимпия уйындары 1984 йылда элекке Югославияның Сараево биҫтәһендә уҙа. Тағы шуныһы: ул тәүгә шул ваҡыттағы социалистик илдә үткәрелә. СССР йыйылма командаһы алты алтын, ун көмөш һәм туғыҙ бронза миҙал яулап, командалар беренселегендә икенсе һөҙөмтә күрһәтә. Юғары уңышҡа биатлон йыйылма командаһы спортсылары, конькиҙа йүгереүҙән Сергей Фокичев һәм Игорь Малков, конькиҙа парлы шыуыуҙа Елена Валова менән Олег Васильев, хоккей йыйылма командаһы һәм данлыҡлы саңғысы Николай Зимятов өлгәшә. Һүҙ был юлы дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Николай Зимятов хаҡында барасаҡ.
Ошо уйындарҙа тәүгә Көньяҡ Африка вәкилдәре ҡышҡы төрҙә үҙен һынап ҡарай. Мексика, Мысыр һәм Сенегал спортсылары саңғы бәйгеһендә ҡатнаша. Ғөмүмән, сит ил спортсыларына килгәндә, Финляндия саңғысыһы Марья Лиса Хямяляйнен өс дистанцияла ла еңеүсе булып, абсолют чемпион исемен яулай. Тағы килеп ул алты Олимпия уйындарында ҡатнашып, ҡатын-ҡыҙ араһында берҙән-бер спортсы булып һанала. Шулай уҡ Швеция саңғысыһы Гунде Сван да маҡтауға лайыҡ. Ул, иң йәш Олимпия еңеүсеһе булыуҙан тыш, саңғы спорты төрөндә яңы коньки йөрөшөн үҙләштереп, шул төргә нигеҙ һалыусы ла.
йәки Данлыҡлы саңғысы Николай Зимятов музыка мәктәбенән китеүен ғүмерендәге иң бәхетле мәл тип иҫәпләй
Николай Зимятов 1955 йылдың 28 июнендә Мәскәү өлкәһенең Румянцево ауылында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы – ябай эшсе , әсәһе башланғыс синыфта уҡытыусы булып эшләй. Кесе Зимятов бәләкәйҙән әллә ни сәләмәт булмай, йыш ауырый. Шуға ҡарамаҫтан, ул урамдан ҡайтып инмәй, ҡышын боҙҙа шайба ҡыуалай. Ул ваҡытта ҙур уңыштар ҡаҙанған хоккей йыйылма командаһының уйынсылары өсөн ғорурлыҡ кисергән малай-шалай киләсәктә улар кеүек булырға нисек инде хыялланмаһын… Атаһы улының шөғөлөнә әллә ни иғтибар бүлмәһә лә, әсәһе, Николайҙың урам буйынан ҡайтмауына борсолоуын белдереп, уны музыка мәктәбенә бирергә була. Малай баян класында шөғөлләнә башлай. Әммә музыка бер нисек тә уның күңелен биләй алмай һәм ул унан киткән көнөн ғүмерендәге иң бәхетле мәл тип иҫәпләй. Музыка мәктәбенән тура спорт мәктәбенә юл ала. Унда бик һәләтле уҡытыусыға барып эләгә. Ябыҡ булыуға ҡарамаҫтан, тренер, тырыш спортсы булырына өмөтләнеп, уға ышаныс белдерә. Шулай итеп, 14 йәшен тултырған үҫмер Зимятов ныҡлап саңғы спорты менән шөғөлләнә башлай. Күптәр, күңелһеҙ спорт төрө һанап, саңғы спортын ташлап китә, әммә Николай, киреһенсә, ҡыҙыҡһыныуын арттырғандан-арттыра. Көндән-көн физик ауырлыҡтарҙы арттырып, күнекмәләрен йышайта. Табиптар, һаулығына һылтанып, яратҡан шөғөлөнән баш тартырға кәрәклеген иҫбатлаһа ла, ул күнекмәләрөн дауам итә, тренерына ышана. Тәүге ҙур ярышҡа – Мәскәү өлкәһе беренселегенә запастағы спортсы булып бара. Әммә бер үҫмер ауырып китеү сәбәпле, уның урынына Зимятов стартҡа сыға һәм, барыһын да аптыратып, өсөнсө урынға сыға. Ошо уңыш малайҙы ҡанатландырып ебәрә һәм ул ныҡлап күнекмәләргә йөрөй. Күп тә үтмәй, СССР-ҙың юниорҙар беренселегендә бронза миҙалға эйә була. Һуңынан үҫмерҙәр чемпионатында икенсе һөҙөмтәгә өлгәшә. Уны үҫмерҙәр йыйылма командаһына алалар. 1978 йылда донъя беренселегендә лә һынатмай – көмөш миҙал яулай. 1980 йылда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында лидер булып китә һәм 30 саҡрым араға уҙышыуҙа алдынғылыҡты бирмәй, башлап Олимпия уйындары чемпионы була. Тәүге мөмкинлектән үк ҙур уңышҡа өлгәшкәс, Николай 15 саҡрым бәйгегә лә ҡанатланып сыға. Тик чемпион булыу өсөн уға ни бары биш секунд ваҡыт етмәй. Шулай ҙа уның әле бәхетле минуттары алда була. Эстафетала командалағы иптәштәре менән чемпион булғас, 50 саҡрымлыҡ марафонда йәнә уға етеүсе булмай. Бер юлы өс алтын миҙал тағып, милли геройға әйләнә. Американан ҡайтҡас, милли герой СССР беренселегенә йүнәлә. Зимятовтың ҡатнашыуын белгәс, ярыш халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята һәм унда кешеләр күпләп ағыла. Дәғүәселәр ҙә сәмләшеп Зимятовты еңергә уйлай. Сөнки күптәре Олимпия уйындарына эләкмәй ҡала һәм шуның өсөн үсләшеп, етәкселек алдында кемдең кемлеген күрһәтергә уйлай. Зимятовҡа икеләтә ауыр була. һәм ул СССР чемпионы исемен яулай. Шунан һуң ул спорт орбитаһынан юғалып тора. Уңыштары кәмей, исеме гәзит биттәренән юғала бара. Саңғы спортында яңы исемдәр күренә башлай. Зимятовҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу бөтөнләй юғала. Күптәр аптырауға ҡала. Сираттағы Олимпия уйындары алдынан СССР йыйылма командаһы тренеры Борис Быстров, Николай Зимятовҡа ышанысын юғалтып, бына нимә ти: "Зимятов данын күтәрә алманы һәм хәҙер, күпме тырышмаһын, йәштәрҙе ҡыуып етә алмаясаҡ". Тик тренерҙар ҙа ҡайһы саҡ яңылыша. Әлбиттә, спортсы күпте юғалта, бының сәбәптәре лә була. Уны башта тикшереп ҡарау өсөн халыҡ-ара ярыштарға ебәрәләр. Зимятов бара һәм еңеүсе булып команда етәкселеген уйға һала. Тыуған яғына ҡайтҡас та, еңеүен дауам итеп, СССР кубогы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Уның хаҡында йәнә иҫкә төшөрөп, буласаҡ Олимпия уйындарында еңеүгә төп дәғүәсе тип һанай башлайҙар. Николай Зимятов командаға алынып, Сараевоға юл ала. 30 саҡрым араға ярышыусыларҙан иң һуңғы булып стартҡа сыға һәм трасса буйына берәм-берәм дәғүәселәрен үтеп, дүртенсе Олимпия "алтын"ын яулай. Күптәр хайран ҡала. Сөнки өс йыл буйына юғалып, кәрәк саҡта үҙендә көс табып, ошо хәтлем уңышына өлгәшеүе арҡаһында уның хаҡта йәнә йылы һүҙҙәр тарала. Ул бының менән генә туҡтамай, 15 саҡрым араға көс һынашырға сыға. Бында иһә финишҡа тик алтынсы булып килә. Эстафетаға сыға. Команда составында иң һуңғы этапҡа баҫып, финишта Швецияның ул ваҡыттағы йәш, көслө спортсыһынан ҡалышып, көмөш миҙал яулайҙар.
Бөтә донъя саңғы спорты тарихына ҡағылғанда, әлегә Олимпия уйындарында шәхси ярышта өс һәм унан күберәк еңеүсе булған ир-аттарҙан тик алты ғына спортсы бар – Норвегия спортсылары Бьорн Даль (1992, 1994 һәм 1998 йылдар еңеүсеһе), Томас Альсгорд (1994, 2002 йылдар), шведтар Сикстен Ернберг (1956, 1960 һәм 1964 йылдар), Гунде Сван (1984, 1988 йылдар), Томас Вассберг (1980, 1984, 1988 йылдар) һәм Николай Зимятов (1980 һәм 1984 йылдар еңеүсеһе) .
Әле лә беҙҙең геройыбыҙ тренер булараҡ үҙенең тәжрибәһен үҫеп килгән быуын менән уртаҡлаша. Йыл һайын тыуған яғында уның исеменә асыҡ беренселек уҙа. Данлыҡлы саңғысы әле Мәскәүҙә йәшәй. Ул һәм ҡыҙ үҫтергән.
Н. ТИМЕРОВ.