RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс йылда СССР чемпионы була

10.01.2014 Өс йылда СССР чемпионы була

Өс йылда СССР чемпионы булайәки Үҙен бер нисә спорт төрөндә һынағандан һуң, сана спортына күсеп, Вера Зозуля ил беренселегенән Олимпия үренә барып етә
Вера Зозуля 1956 йылдың 15 ғинуарында ул ваҡыттағы союздаш Латвия республикаһының бәләкәй генә Талси ҡалаһында тыуған. Үҫмер сағынан уҡ ҡыҙ үҙен төрлө спорт төрҙәрендә һынай, оҡшағандарында оҙағыраҡ ваҡытын уҙғара. Хатта ул заманда ҡыҙҙар араһында әллә ни популяр булмаған самбо менән дә шөғөлләнеп маташа. Бер ваҡыт әхирәте уны сана спорты мәктәбенә барырға өгөтләй. Ул быға тиклем шул төрҙән Латвия чемпионы булып иҫәпләнә. Сана спорты секцияһын етәкләгән тренер Валдис Тиликс Вера хаҡында бик йылы фекер­ҙә.
– Ул тәүге көндән үк үҙенең ныҡышмал характеры менән мине арбаны. Сөнки сана спорты көслө кешеләр өсөн тип иҫәпләйем. Тағы килеп, Вера бик сос, үҙенең тәне менән яҡшы идара итә белә, тиҙлекте лә һәйбәт тоя ине. Зозуля йәне-тәне менән беҙҙең секцияға килеп инде. Шуға ла таланты бик тиҙ асылды. Өс йыл шөғөлләнгәндән һуң ул СССР беренселеге чемпионы булды. 1976 йылда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында уҡ саҡ призлы урынға сыҡмай ҡала. Тәүге старттағы хатаһы уны еңеүгә дәғүәселәр иҫәбенән һыҙа. 1977 йылда донъя чемпионатында икенсе булһа, бер йыл үтеүгә донъя беренселеген яулай. Иҫтәлекле 1980 йыл етә. Донъя беренселеге чемпионы АҠШ-ҡа Олимпия үрҙәрен яуларға юллана. Ярыш төрө буйынса бәйгегә бирелгән дүрт мөмкинлектә дүрт (!) тапҡыр яҡшы һөҙөмтәгә ирешеп, совет спортсыһы үҙ карьераһында тәүгә ошо төрҙән чемпион исемен яулай. Ул рекорд әлегә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡабатланмаған. Ә инде ир-аттан Зозуляның күрһәткесен 1998 йылда Геррг Хакл менән 2010 йылда Фелликс Лох ҡына ҡабатлай ала.
Вера Зозуля, Олимпия алтынынан башҡа, донъя чемпионатының бөтә төр миҙалына ла эйә. Европа беренселегенең алтын һәм бронза миҙалын ала. Шулай уҡ уның исеме халыҡ-ара сана спорты федерацияһының Дан залына индерелгән. Унда әлегә бары алты ғына спортсы иҫәпләнә.
Яратҡан шөғөлөнән киткәс, ул ошо төр буйынса тренерлыҡ эшен алып бара. 90-сы йылдар башында Польшаға китеп, илдең йыйылма командаһы менән етәкселек итә. Һуңынан Латвияға ҡайтып, мәктәптә физькультура уҡытыусыһы булып эшләй. 1998 – 2002 йылдарҙа Латвия йыйылма командаһы тренеры вазифаһын башҡара.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына