29.11.2013 «Өфө» мартҡа тиклем бишенсе
Футбол буйынса юғары дивизион командалары Рәсәй беренселеген мартҡа тиклем туҡтатып, ҡышҡы ялға китте.
«Өфө» уйынсылары турнирҙаш дәғүәселәренең береһе – «Торпедо» (Мәскәү) клубы менән уның майҙанында уйнағайны. Командалар күпме генә тырышмаһын, 90 минут буйына бер-береһенең ҡапҡаһына юл тапмай, дуҫтарса айырылышты. Ә бит «Өфө»ләрҙең өсөнсө бәхетле баҫҡысҡа эләгеп ҡалырға мөмкинлеге бар ине. Нишләйһең, хәҙер улар бары 39 мәрәйе менән турнир таблицаһының бишенсе урынында ҡалды. Өсөнсө – дүртенсе баҫҡысты, 40-ар мәрәй яулап, «Шинник» менән «Арсенал» футболсылары бүлешә. Иң өҫтә – «Мордовия» (55 мәрәй). «Алания» – икенсе (46 мәрәй). Иң түбәнге баҫҡыста «Ангушт» командаһы урынлашты. Улар иҫәбендә 12 генә мәрәй. «Нефтехимик» та уларҙан әллә ни алыҫ түгел (15 мәрәй).