29.11.2013 Мин – һиңә, һин – миңә...
«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге өсөнсө осрашыуын Хорватияла КХЛ дебютанты «Медвешчак» клубы менән уҙғарҙы.
Быға тиклем беҙҙә булған бәйгелә Загреб ҡалаһы уйынсылары юлаевсыларҙы 3:2 иҫәбенә еңгәйне. Был юлы өҫтөнлөк бер шайбаға булһа ла ҡунаҡтар яғында булды һәм улар хужаларҙы 1:0 иҫәбенә отто. Уңышҡа Дмитрий Макаров тәүге осорҙа өлгәште. Ошо һөҙөмтәле уйындан һуң өфөләр 54 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһында дүртенсе баҫҡысты биләгән «Себер» хоккейсыларын ике мәрәйгә уҙып китеп, улар урынын биләне. Новосибирск командаһы иһә «Торпедо»ға 1:3 иҫәбенә бирелде. Шулай уҡ юлаевсыларҙан бер урынға юғарыла килгән Магнитогорскиҙың «Металлург»ы ла Украинала мәрәйһеҙ ҡалды. Уларҙы «Донбасс» 3:2 иҫәбенә еңде. Хәҙер улар менән айырма – өс мәрәй.
Кисә Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙә «Спартак»та ҡунаҡ булды.