RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ике донъя чемпионы – Башҡортостандан!

22.11.2013 Ике донъя чемпионы – Башҡортостандан!

Ике донъя чемпионы – Башҡортостандан!Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала нефтехимиктар төйәге – Салауат ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты үткәрелде. Күләме буйынса был ҙур спорт байрамында 35 илдән килгән 300-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһына ингән ике яҡташыбыҙ – Рөстәм Арыҫланов менән Альберт Рәхмәтуллин үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында донъя чемпионы исемен яуланы.
Билбаулы көрәш. Халҡыбыҙҙың батырҙарын тәрбиәләгән, ирмен тигән ирҙәрҙең шөғөлө, баһадирҙарҙың милли көрәшенән уның ниндәй айырмаһы бар икән? Әйҙәгеҙ, шул турала бер аҙ белешмә биреп үтәйек.
Был спорт төрө донъяның билбау ҡулланылған барлыҡ милли көрәштәрен берләштереү маҡсатын ҡуя. Унда ике кеше билбауҙар тағып алыша. Милли көрәштән айырмалы, билбаулыла дәғүәсегә аяҡ менән тибергә мөмкин. Алышта ҡатнашыусылар бер-береһен төрлө алымдар менән – аяҡ салып, күтәреп, йәбешеп, этеп, әйләндереп ебәреп – ҡалаҡ һөйәктәренә һалырға тейеш.
Ике төргә – ирекле һәм классик алыш­ҡа бүленгән билбаулы көрәш келәменә сығыусылар махсус аяҡ кейеме, аҡ салбар, зәңгәр һәм йәшел күлдәктә була. Ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәр ике төрҙә лә алыша алһа, классик көрәштә тик ирҙәр генә ҡатнаша.
Көрәшсенең янбаш өлөшө келәмгә тейеү менән алыш туҡтатыла. Аяҡтан йығыу таҙа еңеү тип һанала.
Ауырлыҡ категорияларына килгәндә, спортсылар 62, 68, 75, 82, 90, 100 һәм 100 килограмдан ашыу үлсәмдә сығыш яһай. Алыш ваҡыты оло категориялар­ҙа 4-әр минут була, йәштәрҙә һәм кесе үлсәмдәрҙә – 2 – 3 минут.
Халыҡ-ара чемпионаттың тап Башҡортостанда үткәрелеүе бер ҙә юҡҡа түгел. 2007 йылда Билбаулы көрәш буйынса халыҡ-ара федерация тарафынан беҙҙә донъя чемпионаты, 2012 йылда Донъя кубогына ярыштар үткәрелде. Был иһә беҙҙә көрәш спорты үҫешеүен, уның традицияларының һаҡланыуын күрһәтә.
Салауат ҡалаһы ла спортсылар төйәге булараҡ күптән билдәле. Советтар Союзынан уҡ унда боҙҙа мотоциклдар­ҙа уҙышыу – спидвей, хоккей, фигуралы шыуыу үҫешкән. Нефть химияһы үҙәгендә өс йөҙөү бассейны, ике стадион һәм башҡа спорт ҡоролмалары бар.
Чемпионат мәлендә Рәсәй командаһы ике төркөмдән торҙо. Берен­сеһендә республика данын Рөстәм Арыҫланов (100 килограмдан ашыу категория), икенселә – Альберт Рәхмәтуллин (75 кг), Наил Мөхәмәтйәнов (82 кг) менән Рәдиф Аҡсурин (100 килограмдан ашыу) яҡланы.
Спорт байрамы “Нефтехимик” спорт һарайында ойошторолдо. Былтыр “Газпромнефтехим Са­лауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан үткәрелгән күләмле реконструкциянан һуң ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Әйтергә кәрәк, тап ошо предприятие ҡаланың спорт тормошона ҙур иғтибар йүнәлтә, көрәш чемпионатының төп ойоштороусыларының береһе булды.
Чемпионатты асыу мәлендә “Газ­пром­нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Билбаулы көрәш буйынса халыҡ-ара федерация менән Бөтә Рәсәй федерацияһы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Милли көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса федерацияһы вәкилдәре сығыш яһаны. Артабан башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәтен сағылдырған музыкаль тамашаны, йәш спортсылар күрһәткән төрлө гимнастика күнегеүҙәрен барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡараны.
“Көрәшселәр, келәмгә!” Чемпионат­тың баш судьяһы, Израилдең Самбо федерацияһының генераль секретары Петр Бен Розен көс һынашыуҙың тәртибен аңлатҡандан һуң финал ярыштары башланды.
Спорт залы түбәһенә көрәшселәр килгән Америка, Израиль, Греция, Төркиә, Швеция, Монголия, Ҡыр­ғыҙстан, Ҡаҙағстан, Беларусь Респуб­ликаһы һәм башҡа илдәрҙең байраҡтары эленгән. Өс келәмдә ҡатын-ҡыҙҙар алыша. Ҡарамаҡҡа сибек кенә күренгән гүзәл заттар­ҙың, ир-егеттәрҙән ҡалышмайынса, бер-береһен оҫта итеп алып ташлауын күҙәтергә тура килде.
Күҙ күреп өйрәнгән милли көрәштән билбаулыһының айырмаһы шаҡтай икән. Шулай ҙа ҡайһы бер алымдар бер үк, судьяларҙың эше лә бер иш тиерлек. Спортсылар келәмдә тайып та китә, ләкин бирешеүселәр юҡ. Бына, исмаһам, Кавказ төбәге көйәрмәндәре ысынлап “көйә” белә – һаҡ хеҙмәтенең тыйыуына ҡарамаҫтан, улар хатта келәмдәргә үк сығып баҫты. Уңышлы алым, еңеүҙән һуң ҡыуаныуҙары, ҡул сабыуҙары шул тиклем ихлас – спортсыларҙың уңышына һөйөнә беләләр. Судьяларҙың төрлө телдә спортсыларға ҡәтғи командалар биреүе, ҡеүәтләүе, хатта әрләүе спорт һарайында бик “ҡыҙыу” икәнен дәлилләне.
Тәүге көндә 200-ҙән ашыу ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ ирекле стилдә сығыш яһаны. 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында көрәшкән Рөстәм Арыҫланов икенсе төркөмдә келәмгә сыҡһа ла, уға уңыш йылмайҙы – донъя чемпионы булды.
15 ноябрь күптәргә һөйөнөс, бәғзеләренә көйөнөс тә килтерҙе. Ә Рәсәй йыйылма командаһы йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне – 7 алтын миҙал яуланы һәм дөйөм иҫәптә 19 миҙалдың 18-е беҙҙеке булды. Көрәшселәре­беҙгә был ҙур еңеү еңел бирелмәне. Ә команданың көтөлмәгән “йондоҙ”о булып Евгений Строганов (82 кг) балҡыны. Ул алтынсы мәртәбә чемпион титулына лайыҡ булды. Респуб­лика­быҙҙы яҡлап алышҡан Альберт Рәхмәтуллин 75 кг ауырлыҡ категорияһында иң көслөһө булды һәм донъя чемпионы исемен алды. Башҡортостан йәнә лә үҙен көрәшселәр төйәге, батыр­ҙар иле тип иҫбатланы.
Рөстәм Арыҫланов менән уның ҙур еңеүенән һуң әңгәмәләшкән ваҡытта ҡыуанысын йәшермәне:
– Алдан һайлап алыу ярышында үҙ көсөмдө һынап ҡарау өсөн көрәштем. Башҡаларҙың мөмкинлектәрен һы­нағас, артабан финал мәлендә тактик һөжүмгә күстем. Келәм тайғаҡ булһа ла, был алым файҙа килтерҙе – ҡаршы тороусыны еңә алдым. Туған­дарымдың, дуҫтарҙың ҡеүәтләүе улар алдында һынатмаҫҡа көс бирҙе.
Ә Альберт Рәхмәтуллин үҙенең туғандары һәм көйәрмәндәренең рухи яҡтан бик ныҡ ярҙам итеүен белдерҙе.
– “Алтын” өсөн мин Украинанан килгән Дмитрий Арабаджиға ҡаршы торҙом. Бик көслө көрәшсе, оҫта алымдар ҡулланды. Ләкин уны еңә алдым. Үҙеңдең йортоңда стеналар ҙа ярҙам итә, миңә ышанған кешеләрҙең өмөтөн аҡланым. Ошо еңеү арҡаһында “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” исемен аласаҡмын, – тине ул.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Автор фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына