13.11.2010 «Көмөш» булды, «алтын» кәрәк
Уҙған миҙгел юғары лиганың көмөш миҙал призеры – Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккей командаһы уңышлы юлын дауам итә.
Һарытауҙа урындағы «Кристалл» уйынсыларын 5:2 иҫәбенә еңгәс, Әлмәттә улар «Нефтяник»ка өҫтәмә ваҡытта ғына 4:3 иҫәбенә отолдо. Хәҙер улар үҙ дивизионында, 20 уйындан һуң 48 мәрәй туплап, лидерҙан бер генә мәрәйгә ҡалышып, икенсе урында ныҡлы нығынған. Ғөмүмән, дөйөм ике дивизион күрһәткесе буйынса ла «Торос» юғары баҫҡысты биләй.