RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Апаһы өсөн йүгереп, дан һәм хөрмәткә күмелә

22.11.2013 Апаһы өсөн йүгереп, дан һәм хөрмәткә күмелә

Апаһы  өсөн йүгереп,  дан һәм хөрмәткә күмеләйәки Саңғыла йүгереү буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Галина Кулакова тормошон спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай
1972 йылда ХI Ҡышҡы Олимпия уйындары үҙ тарихында башлап Азияла уҙа. Японияның Саппоро ҡалаһында үткән сираттағы Олим­пиадала Советтар Союзы йыйылма командаһы, бобслей спорт төрөнән тыш, барыһында ла уңышлы сығыш яһай. Олимпия пьедесталына саңғыла йүгереүҙән Вячеслав Веденин, Галина Кулакова (өс тапҡыр), биатлон йыйылма командаһы – билдәле Александр Тихонов, Ринат Сафин, Иван Бяков, Виктор Маматов, шулай уҡ саңғы эстафета командаһы – Галина Кулакова, Любовь Мухачева һәм Алевтина Олюлина, хоккей йыйылма командаһы, конькиҙа парлы шыуыуҙан Ирина Роднина менән Алексей Уланов күтәрелә.
Был юлы гәзит уҡыусыларыбыҙҙы 71 йәшен тултырған, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Галина Кулакова менән таныштырабыҙ.
Дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, туғыҙ тапҡыр донъя һәм 39 тапҡыр СССР беренселеге еңеүсеһе Галина Кулакова 1942 йылдың 29 апрелендә Удмурт Республикаһының Логачи ауылында туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә тыуа. Яратҡан спорт төрө менән бала саҡтан уҡ шөғөлләнә башлай. Дөрөҫөрәге, өлкәнерәк ағай-апайҙарынан ҡалған саңғыға оҡшаш ағастан бөгөлгән ҡалтағай кейеп, көн дә ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан мәктәпкә йөрөй. Заманына күрә, эшкә лә иртә егелә. 15 йәшендә совхозда быҙау ҡараусы булып эшләй. Унан һуң инде һауынсыға ла күп ҡалмай. Көн дә таңғы сәғәт биштән тороп, 18 баш һыйырҙы һауа. Совхозда эшләп килгән саңғы секцияһына йөрөргә лә ваҡыт таба. Һирәк-мирәк ярыштарҙа ла ҡатнаша, әммә һөҙөмтәһеҙ. Шулай, 22 йәшенә етеп килгәндә, бер мәл апаһы Галяны үҙенең урынына район ярышында ҡатнашырға өгөтләй. Кесе Кулакова, бер ни булмағандай, апаһы өсөн йүгерә һәм икенсе урын яулай ҙа тыуған ауылына ҡайтып китә. Район командаһы ошо уңышынан һуң өлкә беренселегенә әҙерләнә башлай. Һәм бер ваҡыт күнекмәләргә килгәс, Галяның апаһы команда етәкселегенә үҙенең урынына Галяның йүгергәнен әйтә. Тренерҙар алыҫ ауылға барып, Галина Кулакованы эҙләп таба һәм ярыштарға алып китә. Ҡыҙ ныҡлап шөғөлләнә башлай. Бер йылдан һуң бер кемгә лә билдәле булмаған кисәге һауынсы Смоленскиҙа уҙған ярыштар­ҙа ике тапҡыр еңеүсе булып таныла. СССР йыйылма командаһы составына алына. 1968 йылда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал яулар өсөн уға саҡ ҡына бәхет йылмаймай. Шәхси беренселектә ярыш дауамында беренсе килеп, финишҡа 500 метр самаһы ҡалғанда бер ҡалҡыулыҡта йығылып, һөҙөмтәлә икенсе булып килә. Шул йығы­лыу­ҙан һуң Галина, йүгереүҙән тыш, тауҙан төшөү, менеү техникаһы өҫтөндә ныҡлап эшләй башлай. Уның шул юҫыҡта айырым шөғөлләнеүе хаҡында журналда яҙалар, донъя экрандарында күрһәтәләр. Олимпия уйындарынан һуң ул Бөтә Союз һәм халыҡ-ара ярыштарҙа тик еңеүсе генә була. Донъя чемпионаты алдынан көтмәгәндә күнекмәләр мәлендә Галина аңын юғалтып, дауаханаға эләгә. Операция яһайҙар. Табиптарҙың әйтеүе буйынса, уға кәмендә өс ай тирәһе саңғыға баҫырға тыйыла. Тик был Галинаға ҡағылмай. Башта атлап йөрөп өйрәнә, һуңынан бер-ике аҙна үтеүгә йәнә саңғыға баҫа. Хәленең һәйбәтләнгәнен тойоп, бына-бына башланырға торған донъя чемпионатына ашыға. Һәм биш саҡрым араға шәхси беренселектә финишҡа беренсе килеп, донъя чемпионы исемен яулай. Шулай уҡ эстафетала ла һынатмай.
1972 йыл. Советтар Союзы командаһы Японияла буласаҡ Олимпия уйындарына юллана. 6 февралдә саңғысылар араһында ун саҡрым араға старт бирелә. Башта ул тигеҙ трассанан йүгерә, һуңынан текә генә тауға менеп, төшөп, йәнә шунда менеп, финишҡа тиклем ярыша. Галина Кулаковаға тауға ярышып уҙышыуҙа етеүсе булмай һәм ул, ошоно ғына көткәндәй, тауға үрмәләгәндә барыһын да уҙып, финишҡа беренсе килә. Ошонан һуң бер сит ил журналисы Галинаның теңкәһенә тейеп, аптыратып бөтә: «Һеҙ ниндәй көс менән алдыраһығыҙ ул? Сәбәбе нимәлә?»
Кулакова аптырап: «Нисек кенә итеп аңлатайым икән?! Бәлки, һеҙгә бөтә ғүмеремде һөйләп бирергәлер?» – тип яуап­лай.
Кулакова электән кешеләр менән әллә ни аралашыусан булмай. Шуға ла уның хаҡында хәбәр ҙә күп ишетелмәй.
Япониянан Галина өс алтын миҙал менән ҡайта. Тәүгеһенән һуң ул 10 саҡрым арала ла алдынғылыҡты бирмәй. Һуңынан эстафетала Любовь Мухачева, Алевтина Олюнина менән бергә йәнә алтын миҙаллы була. Ике йылдан һуң донъя беренселегендә Галина Кулаковаға ҡаршы донъяла бер дәғүәсе лә табылмай.
Киләһе Ҡышҡы Олимпия уйындарына Кулакова йәнә төп дәғүәсе булып килә. Тик ярыш алдынан әҙерәк һыуыҡ тейҙереп, ауырыған килеш стартҡа сыға. Бронза миҙал яулай. Тик, аҙаҡтан ауырыған мәлендә ярыш алдынан танауына глазолин тигән препарат тамыҙа һәм, күп тә үтмәй, уны, допинг ҡулланыуҙа ғәйепләп, миҙалынан мәхрүм итәләр. Проба алған саҡта организмында тыйылған эфедрин тигән препарат табалар. Комиссия төҙөлә, ул үҙенең ғәйепһеҙ икәнен иҫбатлай, әммә ғәҙеллек уның яғында булмай. Шулай ҙа чемпион спорттан ситләштерелмәй һәм ярышыуын дауам итә.
Дүрт йылдан һуң Лейк-Плэсидта уҙған уйындар­ҙа ла ул һаман еңеүгә төп дәғүәсе булып һанала. Тик йәш үҙенекен итә. 38 йәшлек ветеран шәхси беренселектә тик бишенсе урын­ға ғына сыға. Ә инде эстафетала Союз командаһы икенсе һөҙөмтәгә генә өлгәшә. Шуға ҡарамаҫтан, Галина 40 йәшенә тиклем ярат­ҡан шөғөлөн ташламай.
Атаҡлы саңғысыға Мәскәүгә күсеп килергә тәҡдим итәләр. Юҡ, миңә ҡар кәрәк, тип тыуған яғында ҡала һәм әлегә тиклем шунда йәшәй. Үҙе әйтмешләй, спорт уға дан, хөрмәт һәм башҡаһын биргән. «Әгәр яңынан тыуһаң, тормошоңда нимәне үҙгәртер инең?» – тигән һорауға, барыһын да нисек бар, шулай ҡалдырыр инем, тип яуаплай.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына