13.11.2010 Исемдәрен аҡлайҙармы?
Спорт төрҙәренең иң популяры хоккейҙыр, моғайын. «ҡурҡаҡтар ғына хоккей уйнамай», – тигән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләгәндәй, күп малайҙарҙың хыялына әйләнгән сәмле уйын ул. Яратҡан командаһы уйнағанда көйәрмәндәр, ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап булһа ла, «зәңгәр экран»ға баға.
Беҙҙең дә милли геройыбыҙҙың исемен йөрөткән ғорурлығыбыҙ – «Салауат Юлаев» хоккей командаһы бар. Тик уның уйынсылары һуңғы осорҙа бер ҙә генә үҙ көйәрмәндәрен ҡыуандыра алмай. Ике ай һөҙөмтәһе буйынса (8.09 – 1.11.10), 9 уйында – төп, 5-ндә өҫтәмә ваҡытта еңеп, 69 мөмкинлектән тик 39 мәрәй генә туплауы шундай ҙа билдәле команда өсөн ҡыуаныслы һәм ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтә түгелдер. Ә инде 7-һендә – төп, 2-һендә өҫтәмә ваҡытта еңелеүҙәре аптырата. Етмәһә, еңелеү ҙә төрлө була, тигәндәй, кемдән һәм нисек еңеләбеҙ бит әле?.. Ярай инде, череповецтар электән уйнаған һәм тәжрибәле команда булһа, был лигала яңы уйнай башлаған «Югра»нан еңелеүҙе нисек аңларға ла, «Атлант» менән «Торпедо»нан ҡоро иҫәпкә отолоуға ниндәй сәбәп табырға? Өҫтәүенә, иң артта килгән «Витязь»дан еңелеү бөтөнләй шаңҡытты һәм борсоуға һалды. КХЛ беренселегендә абруй яулаған командаға нимә булды? Уйланырға һәм һығымта яһарға урын етерлек. Тап төшмәҫкә тейешле был изге исем үҙе алға әйҙәп торғандай. Тик йыш ҡына түбән тәгәрәгән (плей-оффтан да төшөп ҡалыу) беҙҙең команда көйәрмәндәре ышанысын да, йөрөткән оло исемен дә (уйынсыларҙың күптәре хатта шул исемдәге орден кавалерҙары) аҡламай, минеңсә. Күбеһе Рәсәй йыйылма командаһына йәлеп ителә торған уйынсыларҙа мәҙәнилек тә, тәртип тә самалы.
Төп сәбәп уйынсыларҙы ситтән һатып алыуҙалыр кеүек. Ә улары, бер-бер хәл була ҡалһа, икенсе клубтарға күсә лә китә. Шуның өсөн фәҡәт үҙебеҙҙең ерлектә һәм тик Салауат тоҡомдарынан ғына алмаш үҫтереп, туплап, баш тренерҙары итеп В. Сафинды тәғәйенләп (ул да бит РФ-ның атҡаҙанған тренеры исеменә эйә), ысын мәғәнәһендә исемен аҡларлыҡ команда ойоштороу көнүҙәк мәсьәләлер.
Фәрит РӘМОВ.