08.11.2013 Дүрт уйында – дүрт мәрәй
«Салауат Юлаев» командаһы өйҙәге уңышлы уйындарынан һуң әлеге ҡыҫҡа ғына тәнәфес алдынан дүрт осрашыуҙы үҙ конференцияһы клубтары менән уҙғарғайны.
Тәүге бәйгелә, быйылғы миҙгелдә көтөлмәгән тиҙлек алып, плей-офф зонаһында урын алған Екатеринбургтың «Автомобилист» хоккейсылары менән осрашты. Өфөләр башта хужаларға үҙ уйынын бәйләп, өс шайбаға өҫтөнлөк тә итеп ҡарағайны, тик дәғүәсе юлаевсылар ҡапҡаһына ете шайба сойорғотоп, ҡунаҡтарҙы урынына ултыртты. Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре «Югра»ға юл тотто. Бында ла бәйге шул уҡ сценарий буйынса башланды. Ярай әле хаталар өҫтөндәге эш үҙ һөҙөмтәһен биреп, юлаевсылар эшлекле өс мәрәйгә эйә булды. Өсөнсө уйында уларҙы «яралы» «Авангард» уйынсылары көтә ине. Осрашыу шул хәтлем күңелһеҙ үтте, хатта ике осорға һуҙылған ваҡыт мәңге үтмәҫ һымаҡ тойолдо. Һуңғы осорҙа ғына командалар берәр тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, барыбер бәйгене буллитҡа алып барып еткерҙеләр. Мәрәйгә сарсаған Омск уйынсыларына бәхет тә үҙ йөҙөн күрһәтергә тырышып, уларға еңеү бүләк итте.
Һуңғы уйынын өфөләр конференция лидеры – «Барыҫ» командаһы менән үткәрҙе. Бында осрашыу бөтөнләй икенсе төҫ алды. Хужалар ҡунаҡтарға комбинацион яҡтан оҫта һәм шәп тиҙлек менән уйынын бәйләне, юлаевсылар уйнамаҫ еренән йүгерергә мәжбүр булды. Улар ҡаршылашып та маташты. Иҫәпте лә тигеҙләне. Тик бына хужаларҙың оҫта сойорғотҡан бер шайбаһы уйындың яҙмышын хәл итте.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы дүрт уйындан дүрт мәрәй яулап, әллә ни һөҙөмтәле сәфәр ҡыла алманы. Әлегә улар 23 уйындан 43 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында дүртенсе урынды биләй. Юғарыла – «Аҡ барс» (54 мәрәй). «Барыҫ» уларҙан өс мәрәйгә ҡалышһа, өсөнсөлә – «Металлург» (Мг.) (45 мәрәй).
Сираттағы осрашыуҙарын юлаевсылар 13 ноябрҙә үҙ боҙонда «Спартак» менән башлаясаҡ.
Ҡалған командаларға күҙ һалғанда, ике клубтың баш тренеры отставкаға ебәрелде. 23 мәрәй менән аҫтан өсөнсө килгән «Нефтехимик» электән үҙенең яратып өлгөргән белгесе Владимир Крикуновтан баш тартты. Шулай уҡ КХЛ-да дебют яһап, «Югра» клубында үҙ урынын табыуға күп көс һалған Сергей Шепелевҡа ла ишеккә күрһәттеләр.