25.10.2013 Алтын миҙалын Коммунистар партияһы съезына бүләк итә
йәки Алты тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Лидия Скобликова үҙ төрөндә донъяла әлегә тиклем берҙән-бер абсолют еңеүсе булып һанала
Тарихы юҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Спортта ла ул ҙур урын биләй. Элекке, хәҙер инде күптәр өсөн онотолоп барған спорт «йондоҙ»ҙарыбыҙ үҙ заманында донъяла сағыу эҙ ҡалдырып, әлегә тиклем һаман да буй етмәҫлек күрһәткестәре менән исемлектең иң юғары урындарын биләй. Күптәре инде, яҡты иҫтәлек ҡалдырып, беҙҙең аранан китеп бөтөп бара. Иҫәндәре үҙҙәренсә йәшәп ята. Улар хаҡында өлкән һәм урта быуын кешеләре белһә лә, беҙ оҙаҡламай Сочиҙа буласаҡ сираттағы Ҡышҡы Олимпия уйындары алдынан, үҫеп килгән быуынға ла файҙа булыр тип, улар хаҡында әҙме-күпме хәтерегеҙгә төшөрөргә, еткерергә булдыҡ. Советтар Союзы спортсылары Ҡышҡы Олимпия уйындарында 1956 йылдан сығыш яһай башлай. Тәүге дебютында уҡ ете алтын, өс көмөш һәм алты бронза миҙал яулап, команда беренселегендә еңеүсе була. СССР тарихында тәүге чемпион булып саңғыла йүгереүсе Любовь Баранова (Козырева) һанала. Уға әле 84 йәш.
Киләһе уйындарҙа ла уларға етеүсе булмай. Шулар араһында яҙасаҡ геройыбыҙ Лидия Скобликова ла була.
Лидия Скобликова 1939 йылдың 8 мартында Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында тыуған. Конькиҙа йүгереү спорты тарихында берҙән-бер алты тапҡыр Олимпия чемпионы исемен йөрөтә. Шулай уҡ ике йыл рәттән донъя беренселегенең абсолют еңеүсеһе.
Геройыбыҙ ете кешенән торған ҙур ғаиләлә үҫә. Спортҡа һөйөүҙе унда физкультура уҡытыусыһы уята. Ул бар спорт төрҙәренән дә һынатмай. 14 йәшендә Силәбе өлкәһе беренселегендә еңел атлетиканан тәүге уңышҡа өлгәшә. Һуңынан үҙен коньки спорт төрөндә лә һынап ҡарай. 1956 йылда Златоуст ҡалаһы беренселегендә конькиҙа йүгереү буйынса еңеүсе була. Тәүге ҙур уңышҡа 1958 йылда ирешә. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары спартакиадаһында призерҙар исемлегенә инеп, спорт мастеры нормативын үтәй. Илдең ун көслө конькиҙа йүгереүсеһе исемлегенә инә. 1960 йылда донъя чемпионатында ике алтын миҙал яулап, шул уҡ ваҡытта АҠШ-та уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Бер кемгә лә билдәһеҙ ҡыҙ ул ваҡыттағы сит Американың үҙенә юллана. 20 йәшлек Лидияны бар Златоуст ҡалаһы халҡы оҙатып ҡала. Америкаға килеп төшкәс, ундағы матурлыҡты күреп хайран ҡала. Машиналарҙың төрлөлөгөн, бензин ҡойоу станцияларында эшләүсе ҡара тәнле кешеләрҙең ап-аҡ кейемдә йөрөүен һаман онота алмай. Тик улар барыбер үҙҙәренең иң бәхетле илдә йәшәүенә ышана һәм спортта ла көслөләрҙән икәненә инана. Лидия Скобликова ике дистанцияла ла финишҡа беренсе килеп, ике тапҡыр Олимпия чемпионы исемен яулай. Уйындарҙан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, уларҙы бөтә Силәбе халҡы алҡышлай. Делегация составында булған хоккей буйынса СССР йыйылма командаһының баш тренеры Анатолий Тарасов та шатлығынан күҙ йәштәренә ирек бирә. Уларҙы, самолеттан төшкәс, һәр береһен айырым машинаға ултыртып, Силәбенең үҙәк майҙанына осрашыуға алып китәләр. Ғөмүмән, ул ваҡытта спорт геройҙары бер ниндәй осрашыуҙан баш тартмаған. Уларҙы бер осрашыуҙан көтөп алып, шунда уҡ икенсеһенә алып киткәндәр. 1964 йылда сираттағы уңышлы Олимпия уйындарынан һуң ил хөкүмәтендә тәүге рәсми осрашыу үткән. Унда ул ваҡыттағы хөкүмәт башлығы Никита Хрущев та геройҙарҙы алҡышлаған. Лидия Скобликова шул йылда дүрт дистанцияла ла еңеп, Олимпия уйындарының абсолют чемпионкаһы исемен яулай. Ошо иҫ киткес уңыштан һуң уға Силәбелә тәүгеләрҙән булып ҡара төҫтәге «Волга» автомобилен сиратһыҙ һаталар. Ул заманда өлкә комитетының беренсе секретары ғына ҡара «Волга»ла йөрөгән була. Милиция хеҙмәткәрҙәре ҡара «Волга»ны күреү менән, уны-быны абайламай, һәр ваҡыт честь биреп ҡалыр булған.
Ә инде быға тиклем тәү тапҡыр ике тапҡыр Олимпия чемпионы булғас, Силәбе ҡалаһы етәкселеге уға бер бүлмәле фатирҙы сиратһыҙ бирә. Скобликова: «Мин бит кейәүгә сығырға йөрөйөм, ике кешегә урын етмәҫ ул», – тип әйтеп тә өлгөрмәй, йәш ғаиләгә ике көндән ике бүлмәле фатир асҡысы бирәләр. Ғөмүмән, ул заманда ла спорт «йондоҙ»ҙары әллә ни мохтажлыҡ кисермәгән. Ике Олимпия уйындарынан һуң хөкүмәт Лидияға 180 һум күләмендә спорт стипендияһы түләй. Артабан ул 300 һумға барып еткән. Күнекмәләр тулыһынса түләнгән. Ике бүлмәле фатирҙан һуң өс бүлмәлеһен дә биргәндәр. Заманына күрә әллә ни бай ҙа түгел, әммә күп спортсы етеш тормошта көн күргән.
Спорттан ул еңел китә. Бер мәл сираттағы күнекмәләргә бәләкәй улы менән барғас, конькийын кейәм генә тиһә, улының иҙәндә шыуышып йөрөүен күреп, карьераһына нөктә ҡуйырға кәрәк, тигән фекергә килә. Һәм бер ваҡыт йыйынға бармай ҡалып, донъя чемпионатынан ситләштерелә. Шунан һуң күберәк ваҡытын ғаиләһенә бағышлай.
Миҙалдарының күбеһен күҙгә күренмәгән ерҙә һаҡлай. Ҡамасауламаһындар, ти. Ә бына Олимпия уйындарының алты түгел, ә биш «алтын»ын айырым кәштәлә тота. Сөнки берәүһен, ул ваҡыттағы традицияға ярашлы, Коммунистар партияһы съезына бүләк итә. Хәҙер инде уның яҙмышы билдәһеҙ. Коммунистар партияһына уны шәхси рәүештә Никита Хрущев алған тиҙәр. Скобликова әле лә Хрущевты, кешелекле булды, тип иҫәпләй. АҠШ Президенты Никсон менән дә осрашып, Лидия уға значок бүләк итә, ә тегеһе яуап итеп ручка бирә.
Әлеге ваҡытта уның өс ейәнсәре бар. Икәүһе мәктәптә уҡый. Олимпия «йондоҙ»ҙарының мәктәп уҡыусылары менән осрашыуына тиклем улар өләсәйҙәренең бөйөк спортсы икәнен белмәй. Уларҙың киләсәктә өләсәләренең данлы юлын дауам итеренә 74 йәшлек спортсы-ветерандың шиге юҡ.
Н. ТИМЕРОВ.