04.10.2013 Йүгерек батыр
Илһам Ишмөхәмәтов – Өфө күп профилле профессиональ колледжы студенты, буласаҡ физкультура уҡытыусыһы. Ейәнсура районының Элмәле ауылында тыуып үҫкән.
Илһам ябай ғына егет түгел, ул Башҡортостанда иң көслө еңел атлеттарҙың береһе булып иҫәпләнә. Республикабыҙ чемпионы исеменә 2011 йылда лайыҡ була, ошо уҡ йылда еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы» беренселегендә иң етеҙ йүгереүсе булып таныла.
Күп балалы ғаиләлә тыуып, бәләкәйҙән үк спортҡа ылығып үҫкән егет, Ейәнсура ир-аттарына хас булғанса, милли көрәш секцияһында шөғөлләнә. Мәктәптә уҡыған йылдарында көрәш, ҡышҡыһын саңғы, йәйгеһен йүгереү буйынса район, төбәк-ара, республика ярыштарында ҡатнаша, бик күп призлы урын яулай. Урта махсус белем биреү учреждениеһына уҡырға ингәс тә, колледждың данын күтәреп, келәмдә уңышлы сығыш яһай башлай. Илһам һәр ярыш һайын дәғүәселәрен бер-бер артлы күтәреп алып арҡаһына һала.
Ләкин алыштарҙың береһендә етди йәрәхәтләнә. Табиптар егеткә ҡәтғи рәүештә көрәште ташларға ҡуша. “Ә йүгерергә мөмкинме?”– тип һорай ул, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә. “Ныҡлап һауығып китһәң, әкрен генә күнекмәләрҙән башла”, – аҡ халатлыларҙың яуабы Илһамды ҡанатландырып ебәрә.
Колледж уҡытыусыһы Илнар Салауатов ауыр ваҡытта уҡыусыһын яңғыҙын ҡалдырмай. Егеттең быға тиклем оло теләк менән күнекмәләргә йөрөүе, көслө, ныҡышмал, әйткән һүҙендә тороуы үҙенекен итә – Илнар Айрат улы студентҡа ярҙам ҡулын һуҙа. Киләсәктә Илһамдан өмөтлө спортсы сығасағын күптән күҙаллап, уҡытыусыһы уны Башҡортостан Республикаһының еңел атлетика буйынса федерацияһына алып килә һәм тәжрибәле тренер Виталий Арефьев менән таныштыра.
Виталий Степанович Илһам менән танышыуына һис тә үкенмәйҙер. Сөнки тәрбиәләнеүсеһе ни бары ике йыл эсендә оло уңыштарға иреште. Егет бөгөн Башҡортостандың еңел атлетика буйынса йыйылма командаһы составына ингән, йәйгеһен Мәскәүҙә уҙған донъя чемпионатына һайлап алыу турында спорт мастеры нормативын үтәгән. Ә спорт мастерлығының халыҡ-ара класына ни бары бер секунд тиҙлеге етмәгән. “Бының өсөн киләһе йыл февраль айында уҙасаҡ ҡышҡы чемпионатта тырышасаҡмын”, – ти Илһам.
Бик йыш ярыштан-ярышҡа йөрөгән студентҡа уҡыуҙа артта ҡалмаҫ өсөн, төркөмдәштәрен һуңынан ҡыуып етергә тура килә. Ә йәйге каникулдарҙа ул Чебоксар, Сочи ҡалаларында үткән Рәсәй чемпионаттарында ҡатнашыу өсөн Кавказдағы әҙерлек базаһында күнекмәләрҙә булып, тыуған яғына ҡайта алмаған хатта.
Ваҡиғаларға, чемпионаттарға бай тормошонда буш ваҡыт табып, Илһам колледж егеттәрен дә үҙ ҡанаты аҫтына алған. Спорттан алыҫ торған, насар ғәҙәттәре булған егеттәрҙе йүгереүгә ылыҡтырған. Кистәрен паркка сығып, күнекмәләр яһайбыҙ, мин ярышҡа китһәм, дуҫтарым үҙҙәре генә шөғөлләнә, тип һөйләй спортсы.
Уҡыу йортон тамамлағас, Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына барырға маҡсат ҡуйған геройым. Спортты бер ҡасан да ташламаясаҡмын, тип ышаныслы яуап бирә Илһам Ишмөхәмәтов.
Сентябрь урталарында Рәсәй чемпионатында еңеп ҡайтҡан йүгерек батыр, “Иртәгә лә Рәсәй чемпионатына юл тотам, был юлы Ырымбур ҡалаһына”, – тип хушлашты. Һәр сығышын яҡлап, хуплап торғандары өсөн, Илһам Өфө күп профилле профессиональ колледжы директоры Рәфҡәт Үмәрғәлин, тренерҙары Илнар Салауатов, Виталий Арефьев, ата-әсәһе, уҡытыусылары, туғандары, дуҫтары һәм һөйгән ҡыҙына оло рәхмәтен еткереүҙе үтенде.
Аяҡтарың нығынғандан-нығынып, табандарың һис талмайынса Олимпиада кимәленә тиклем еткерһен үҙеңде, Илһам!
Лилиә ХӘЛИТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.