RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәхмәт һиңә, Аҡбуҙатым!

05.09.2013 Рәхмәт һиңә, Аҡбуҙатым!

Рәхмәт  һиңә, Аҡбуҙатым!Иглин ат спорты мәктәбендә сирле балалар иппотерапия ярҙамында дауалана
Ауылда тыуып үҫһәм дә, атҡа атланып йөрөгәнем булманы. Былтыр эш буйынса ат спорт мәктәбенә юл төшкәйне. Шул ваҡытта беренсе тапҡыр атты яратып, менеп ҡараным да был малҡайға ғүмерлеккә ғашиҡ булдым. Хәҙер осраҡ сыҡҡан һайын аттар менән аралашырға тырышам, әлбиттә, йорт, эш мәшәҡәттәре арҡаһында йыш барыу килеп сыҡмай.
Тыныс ҡына үлән утлап йөрөгән аттарға оҙаҡ ҡарап торорға була. Уларҙың да үҙ донъяһы, үҙ уй­ҙары, тәртиптәре. Бына өйөр башлығы ситкәрәк кит­кән бейәләрҙе ҡыуып килтерә. Бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаһа ла, үҙенең яҡындарын ҡурсалап тора... Ҡолонҡайҙар берсә һикереп әсәйҙәре тирә­һен­дә сабыша, берсә үҙ-ара баҫтырышып ала. Уларҙың да мәшәҡәтһеҙ мәле шул... Иглин ат спорт мәктәбендәге тынлыҡты балалар тейәлгән автобус тауышы һәм балаларҙың дәррәү көлөүе, тауыштары боҙа. Һәр шаршамбы һәм кесе йомала был мәктәпкә балалар экскурсияға килә. Айырыуса йәйге каникулда, мәктәп эргәһендә эшләп килгән лагерҙарҙан балалар күп йөрөй. Күптәре бер килеп ҡайта ла был урын хаҡында онота, әммә улар араһында бер күреүҙән ат ене ҡағылыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Михаил Шухтуев кеүек. Ул аттар менән алты йәшлек сағында таныша. Тәү күреүҙән уларға хайран ҡалдым, ти. Шунан бирле көн һайын тиерлек ат мәктәбенә юлды тапай быйыл 9-сы класты тамамлаған егет.
– Минең мопедым да бар, ул тиҙерәк тә, йөрөүгә лә уңайлыраҡ. Шулай ҙа күңелемә малҡайҙар яҡыныраҡ. Улар менән һөйләшеп, аңлашып, серләшеп була. Ниндәйҙер болоҡһоу, күңелһеҙ уйҙар менән килһәң, кәйефең боҙолған булһа, аттар янында быларҙың барыһы ла юҡҡа сыға, – ти егет.
Иглин ат спорт мәктәбендә ҡасандыр балалар гөрләп торған, хәҙер генә уларҙа икенсерәк ҡыҙыҡһы­ныу­ҙар. Күберәк компьютер, телевизор алдында ултырырға өйрәнгән уҡыусыларҙы мәктәпкә ылыҡтырыуы ла ҡыйын. Улар һыбай йөрөргә өйрәнеү урынына велосипед, мотоцикл һәм мопед һайлай.
– Элек ауыл тормошон атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ауыр ине. Бесән ташыйһыңмы, утын килтерәһеңме, берәй ҡайҙа юлға сыҡһаң да, унһыҙ булмай торғайны. Шуға күрә лә үҙемдең профессиямды оҙаҡ һайламаным. Мәктәпте тамамлау менән йылҡы фермаһына барырмын, тип уйлағайным. Ул ваҡытта инде балалары менән яңғыҙ ҡалған әсәйем уҡырға, белем алыр­ға күндерҙе. Мин училищела уҡып, ветеринар һөнәрен алып сыҡтым, – тип һөйләй мәктәптең директоры Н. Әминев. – Уҡып бөткәс, ауылға ветеринар булып ҡайттым. Шундуҡ үҙебеҙгә ат һатып алдыҡ. Ул оҙаҡ йылдар беҙҙең ярҙамсыбыҙ булды.
Бер нисә йыл фермала эшләп алғас, Нәүфәл Әминев райондың ветлечебницаһында эшләй башлай. Егерме йылға яҡын ветеринар булғандан һуң, уны Иглин районының ат спорты мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
Хәҙер мәктәптә 18 өлкән ат бар, уларҙан тыш, ҡолонҡай­ҙар ҙа бихисап.
– Беҙҙең мәктәптә атта йө­рөргә өйрәнеү, улар менән танышыу дәрестәре бушлай үткәрелә. Иппотерапия, йәғни аттар ярҙамында дауалау тура­һында ишеткәнегеҙ бар­ҙыр, моғайын. Беҙҙең хәҙер бындай дауалау буйынса тәжрибәбеҙ бар. Яңыраҡ ҡына тыумыштан ауырыу булған бер баланы килтер­ҙеләр. Төрлө табиптарҙы, дауаханаларҙы йөрөп сығып, күпләп аҡса түккән ата-әсә беҙгә ярҙам һорап, һуңғы өмөт менән килгәйне. Өс йәшлек бала беҙ тәүге тапҡыр танышҡанда хатта арҡаһын да тота алмай ине. Бала өс ай тигәндә атта ултырырға, арҡаһын, башын тоторға, атларға өйрәнде. Был дәрестәребеҙ ҙә шулай уҡ бушлай үткәрелә. Кешенең ышаныслы дуҫы, ярҙамсыһы булған хайуандар менән аралашыу, дуҫлашыу сирле кешеләр өсөн генә түгел, үҙҙәрен һау-сәләмәт тип иҫәпләгәндәр өсөн дә яҡшы булып ҡала. һыбай йөрөгән ваҡытта кешенең 110 мускулы хәрәкәт итә. Тимәк, был бик яҡшы физик күнекмә, – ти Нәүфәл ағай.
Ысынлап та, иппотерапия – сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килгән дауалау ысулы. Бындай традицион булмаған медицинаның һөҙөмтәләре аптыратырлыҡ. Нисектер хәрәкәтһеҙ ҡалған балаларҙы ла ҡыбыр­лар­ға, атларға, атҡа ултырырға өйрәтә алалар икән. Ҡала ипподромдарында, махсуслаштырылған дауалау үҙәктәрендә был бик ҡиммәтле дауалау иҫәпләнә. Ә Иглинда бөтөнләй буш.
Мәктәптә сабыштарға махсус әҙерләмәһәләр ҙә, һабантуйҙа һәм башҡа юртаҡтар сабышында ҡатнашырлыҡ аттар ҙа, һыбайлылар ҙа бар. Мәҫәлән, Михаил Шухтуев быйыл һабантуйҙа дүртенсе булып килде, ул Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромында үткән ярышта ла ҡатнашҡан.
– Аттар менән бер аралаша башлаһаң, айырылып китеп булмай. Минең ике улым да улар янында янында бала сағын уҙғарҙы. Беҙҙең мәктәптә күп йылдар шөғөлләнеп, әле армияла хеҙмәт итеүсе Руслан Әхмәҙиев исемле егет хеҙмәт иткән еренән аҙна һайын шылтыратып, үҙенең атының хәлен бе­лешеп тора. Михаилдың да яратҡан малҡайы бар. Ул уны ҡарай, ашата, менеп йөрөй. Малайға хәҙер мал­ҡайҙар ҙа өйрәнеп бөттө, улар ҙа һағынып көтә, – ти мәктәп директоры Нәүфәл ағай.

Миләүшә ХӘСӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына