16.08.2013 Ҡыҙҙар сыҡты келәмгә
Салауат ҡалаһының “Нефтехимик” спорт һарайында билдәле көрәшсе, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Иван Ярыгин призына ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. Үҙ көстәрен һынап ҡарарға Сыуашстан, Татарстан, Саха (Яҡутстан), Ҡаҙағстан, Башҡортостан Республикалары, Силәбе, Ырымбур, Рязань, Волгоград өлкәләре көрәшселәре килгәйне.
Ярышта 1996 – 1998 йылғы йөҙҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Турнирҙың маҡсаты ҡыҙҙарҙың әҙерлек кимәлен тикшереү, улар араһында еңеүселәрҙе билдәләү ине. Бөгөн беҙҙең ҡыҙҙар һынатманы. Был үҙенән-үҙе килгән уңыш түгел. Мәктәп йәшендәге ҡыҙҙар араһында көрәшкә иғтибар ҙур. Был бик матур өлгө, – ти турнирҙың төп судьяһы Норавард Артустамян. Әйтергә кәрәк, Норавард – Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ярыштарында үҙ вазифаһын үтәүсе берҙән-бер судья.
Ярыш ике келәмдә дауам итте. Уларҙың һәр береһендә ҡыҙыу алыш барҙы. Беренсе урын өсөн финал алышында Иглиндан килгән Элина Мәсәлимованың ярышташын келәмгә атып бәреүен күреп, көйәрмәндәр урындарынан һикереп торҙо. Мидин ҡыҙы (Силәбе), әлбиттә, быны көтмәгәйне.
Элинаның дзюдо менән шөғөлләнеүен туғандары ла хуплап, дәртләндереп тора, сөнки уның уңыштары ‒ күҙ алдында. Һәр ярышта ул призлы урындар яулай. Оло спортҡа яңы аяҡ баҫҡан көрәшсе өсөн был бик тә өмөтлө күрһәткес. Ә ирекле көрәш менән бер йыл ғына шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй ярышында ҡатнашып, еңеүгә өлгәшеүе уға ҡарата һоҡланыу ғына уята!
Әллә ауыртыныуҙан, әллә еңеү-еңелеүҙән илап ултырған ҡыҙҙарҙы ла күрергә тура килде. Эйе, гүзәл заттарға көрәш еңел бирелмәне. Спортсы ҡыҙҙар менән аралашҡандан һуң шуны ла белдем: көрәш менән шөғөлләнә башлағандан бирле улар үҙҙәренең холҡонда, тормошҡа ҡарашында ыңғай үҙгәреш тоя. Алдан бер нисә аҙымыңды уйлап эшләргә, йыйнаҡлыҡҡа, сабырлыҡҡа, маҡсатыңа ынтылышлы булырға, ярты юлда туҡтап, баҙап ҡалмаҫҡа өйрәтә уларҙы көрәш.
Еңеүселәргә һәм тренерҙарға бағыусыларҙан аҡсалата премия һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Билдәле көрәшсенең ҡатыны Наталья Ярыгина ла ике көн буйы барған ярышты даими күҙәтте. Ярыш һуңында ул бөтә спортсыларға ла уңыштар теләп, киләһе йылда турнирҙы дауам итергә тигән теләге булыуын белдерҙе.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Автор фотоһы.