09.11.2010 Тәнәфес, бәлки, файҙаға булыр
Дә-ә, инде нисәнсе уйын бер еңеп, бер еңелеп килә торғас, «Салауат Юлаев» хоккейсылары турнир таблицаһының 11-се баҫҡысына барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Беҙ, әлбиттә, көйәрмәндәр, командабыҙҙан тик еңеү генә көтөүгә өйрәнеп бөттөк. Дөрөҫөрәге, улар үҙҙәре ғәйепле. Хәҙер юлаевсылар тотороҡһоҙ уйын күрһәтә башлағас, урын тапмай, баш тренерынан алып һәр береһен һүгәбеҙ. Еңелеүһеҙ ҙә булмай. Тик уйынсыларыбыҙ лайыҡлы рәүештә еңелһен ине. Һуңғыһы тураһында һүҙебеҙ. «Барыҫ» инде юлаевсылар эргәһендә берәүгә түгел, ике башҡа түбәнерәк. Уйын өфөләрҙең тулыһынса өҫтөнлөгө менән башланды. Улар беренсе осорҙа, урам малайҙарын ҡыуалаған һымаҡ, боҙҙа йәне теләгәнен эшләне. Тегеләре тәгәрмәстәге тейен кеүек күренде. Аптырап, тәртип боҙоп, хужаларҙы туҡтатмаҡсы булғайнылар ҙа, өфөләр һөҙөмтәне арттырырға ашыҡманы. Йәнәһе, алда ваҡыт күп, өлгөрөрҙәр. Юҡ, шул... Икенсе осорға ике төрлө команда сыҡты. Күрше ил уйынсылары, бар көсөн йоҙроҡҡа төйнәп, тәжрибәле ағайҙарына мастер-класс үткәрҙе. «Барыҫ» командаһының сойорғотҡан бар шайбаһы инде Швециянан килгән ҡапҡасыбыҙҙың «артына» оялап ҡына торҙо. Иҫәп ҡунаҡтар файҙаһына – 2:5. Әле алда бер осор бар. Беҙҙеке кеүек состав менән, Еременко менән Твердовский әйтмешләй, КХЛ-дағы бар дәғүәселәрҙе туҙҙырырға була. Уйынды рәтләргә өмөт бар һымаҡ тойола. ҡапҡа һағына ла Еременко үҙе сығып баҫа. Тик бәхет булмаһа – булмай икән шул. Өфөләр был уйынға әҙерлекһеҙ сыҡҡан, буғай. Улар, нисек тә булһа ошо осрашыуҙы тамамлап, тиҙерәк ял итергә ашыҡты шикелле. Сөнки Рәсәй йыйылма командаһы йыл да уҙғарылған Евротурҙың беренсе этабы – Карьяла кубогы өсөн турнирҙа ҡатнашасаҡ. Бәйге 11 – 14 ноябрҙә үтәсәк.
Шулай итеп, КХЛ беренселеге бер аҙ ялға туҡталды. Һеҙҙең ҡарамаҡҡа бөгөнгө көнгә ҡарата турнир таблицаһын тәҡдим итәбеҙ.
1. «Металлург» /Мг./ 24 13 0 4 0 3 4 88 – 66 60
2. «Динамо» /Мәскәү/ 23 15 1 0 1 1 5 71 – 44 49
3. «Аҡ барс» 23 12 2 1 1 1 6 76 – 62 44
4. «Себер» 25 12 1 2 0 2 8 62 – 54 44
5. «Локомотив» 23 13 1 0 2 0 7 78 – 68 43
6. «Барыҫ» 25 12 1 0 2 2 8 83 – 76 42
7. «Авангард» 23 11 2 1 1 1 7 73 – 59 41
8. СКА 25 9 0 5 1 3 7 81 – 72 41
9. «Северсталь» 24 12 1 0 0 2 9 61 – 61 40
10. «Динамо» /Минск/ 25 10 2 2 1 1 9 76 – 69 40
11. «Салауат Юлаев» 23 9 2 3 2 0 7 89 – 74 39
12. «Югра» 22 9 0 3 4 1 5 64 – 65 38
13. «Торпедо» 22 8 4 1 0 1 8 52 – 48 35
14. «Динамо» /Рига/ 23 8 1 3 2 0 9 72 – 64 34
15. «Нефтехимик» 22 9 1 1 0 0 11 66 – 66 31
16. «Атлант» 22 7 1 1 4 1 8 44 – 47 30
17. ЦСКА 22 7 0 2 2 2 9 58 – 62 29
18. «Спартак» 25 7 1 0 2 2 13 53 – 71 27
19. «Амур» 25 7 1 0 1 2 14 51 – 76 26
20. «Трактор» 23 4 5 0 0 1 13 53 – 69 23
21. «Автомобилист» 21 4 3 1 1 1 11 50 – 66 22
22. «Витязь» 23 5 0 0 3 2 13 49 – 75 20
23. «Металлург» /Нк./ 25 3 1 2 2 2 15 48 – 82 19
*Овт. е-ү (овертаймда еңеү), бул. е-ү (буллит буйынса еңеү), бул. е-леү (буллит буйынса еңелеү), овт. е-леү (овертаймда еңелеү).
Н. ТИМЕРОВ.