30.10.2010 Тамараға тыуған яғы ла ярҙам итә алманы
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселеге тамамланды.
Юғары урын өсөн көсөргәнешле бәйгелә Латвия шашкасыһы Зоя Голубева, турнир буйынса лидер булып килгән Голландия спортсыһы Нина Хукманды блиц-матчта отоп, төп призды яуланы. Был инде уның донъяла 12-се тапҡыр уңышҡа өлгәшеүе. Рәсәй шашкасыһы Матрена Ноговицына, шул уҡ блиц-матчта украинка Дарья Ткаченконы еңеп, бронза миҙал алды. Ә бына билдәле яҡташыбыҙ, дүрт тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, уңышһыҙ сығыш яһап, Ольга Балтажи менән 5 – 6-сы урындарҙы бүлеште.