30.10.2010 Юлаевсыларға ярҙамға Швеция ҡапҡасыһы килә
Еңәбеҙ, еңеләбеҙ, еңәбеҙ, еңеләбеҙ... Ғәҙәткә инеп китте, буғай. Юлаевсылар уйнамай түгел, уйнай, әммә кәрәкле һөҙөмтәгә ирешә алмай интегә. Уҙған осрашыуҙа дәғүәсе ҡапҡаһына гол индереүгә күпме мөмкинлектәре булды, тик шайба унда ҡуныр урын тапманы. Ә өфөләр ҡапҡаһында ул ғәҙәти ҡунаҡҡа әйләнде инде. Әле «Салауат Юлаев» клубы етәкселеге Швеция ҡапҡасыһы Эрик Эрсберг менән контракт төҙөнө. Бәлки, легионер ҡапҡасы ҡапҡабыҙға ныҡлы кәртә булыр... Колесник менән Еременкоға ла дәғүәсе булып, киләсәктә уларҙы уйланырға мәжбүр итер. Шул уҡ һөжүмселәргә лә мәргәнлектәрен арттырыу буйынса эшләргә кәрәк. Ғөмүмән, уларҙы өйрәтәһе лә түгел инде, барыһы ла – тәжрибәле хоккейсылар. Донъя бөтөн, тамаҡтары туҡ, аҡсалары ла инде хәҙер кеҫәләрен тишәлер, моғайын. Уйна ла уйна ғына. Юҡ, ни сәбәптәндер, ҡайһы берҙәре һан арттырып ҡына йөрөгән һымаҡ. Эскәмйә лә оҙон, береһе ҡәнәғәтләндермәй икән, икенсеһенә алмаштыр. Йә булмаһа, «Торос» менән «Толпар»ҙан уйынсыларҙы йәлеп ит. Әле бына үткән осрашыуҙан һуңғы матбуғат конференцияһында баш тренер Вячеслав Быков ошо хаҡта әйтеп үтте. Кем белә, бәлки, йәш хоккейсылар мөмкинлектәрен оҫта файҙаланыр?
Ә инде үткән уйынға килгәндә, юлаевсылар «Северсталь» командаһына 1:4 иҫәбенә еңелеп, көйәрмәндәрен йәнә хафаға һалды. Хәҙер юлаевсылар 33 мәрәй менән турнир таблицаһының һигеҙенсе баҫҡысында килә. Юғарыла – «Металлург» /Мг./. Уларҙың иҫәбендә – 46 мәрәй. Мәскәүҙең «Динамо»һы, 42 мәрәй туплап, икенсе урында булһа, «Северсталь», 36 мәрәй менән – өсөнсөлә.
Үткән турҙың уйын һөҙөмтәләре: «Динамо» /Рига/ – «Витязь» – 0:2, «Динамо» /Минск/ – «Динамо» /Мәскәү/ – 1:3, «Аҡ барс» – «Барыҫ» – 2:5, «Нефтехимик» – «Авангард» – 3:1, «Автомобилист» – «Югра» – 3:2 / буллит/, «Металлург» /Мг./ – «Спартак» – 4:3, «Трактор» – СКА – 2:4.
Н. ТИМЕРОВ.