07.05.2013 "Торос" – чемпион!
Ул икенсе тапҡыр Братина кубогын яуланы!
Башҡортостанда хоккейҙың үҫешеүе бик мөһим, бында электән үк хоккейсыларҙы әҙерләүсе көслө мәктәп булды. “Торос” – бик көслө команда, үҙенең яҡшы уйыны менән Рәсәй хоккейын, шулай уҡ республикабыҙҙы пропагандалауға тос өлөш индерә.
Шөкөр, Континенталь хоккей лигаһы уйындарынан һуң күңелдәребеҙ һыҙлауын Юғары хоккей лигаһы егеттәре таратты. “Торос” командаһы плей-оффта хәл иткес алыштарҙа өҫтөнлөк итте һәм еңеүгә ышаныслы рәүештә килде. Чемпионлыҡҡа бер аҙым ҡалғанда Ҡаҙағстандың “Сарыарка”һы һис тә бирешергә теләмәне.
Барыһы ла, “Торос” Нефтекамала уҙған алтынсы уйында, яратҡан көйәрмәндәре алдында чемпион исеменә лайыҡ булыр, тип уйланы. Етмәһә, статистика күрһәтеүенсә, нефтекамалар үҙ майҙанында еңеп өйрәнгән. Тик “Хоккей ғали йәнәптәре”нең пландары башҡаса булып сыҡты. Һөҙөмтәлә сериялағы иҫәп − 3:3. Финалдағы һуңғы етенсе матчты уҙғарырға “Торос” “Сарыарка” командаһының тыуған төйәгенә – Ҡарағанда ҡалаһына йүнәлде. Әйтергә кәрәк, быйылғы миҙгел дәғүәселәребеҙҙең Юғары лигала дебют сығышы ғына булһа ла, улар йән көсөнә, үҙ-үҙҙәрен аямай уйнаны. Братина кубогы өсөн төп матч 13-сө минутта ҡунаҡтарҙың голы менән асылды, тәүге осорҙа иҫәп беҙҙең файҙаға − 2:0! Икенсе осорға нефтекамалар үтә һаҡ тактиканы һайланы һәм ҡаты һөжүмдәргә бирешмәйенсә, ошо уҡ иҫәпте тотоп ҡала алды. Киләһе егерме минутлыҡ уйын тағы бер гол килтерҙе, ә хужалар, нисек кенә тырышмаһын, “Торос” ҡапҡаһындағы “ҡорос” бикте бер нисек тә үтә алманы. Шулай итеп, иҫәп – 3:0. Төп трофей – Братина кубогы беҙҙә ҡалды, “Торос” − ике тапҡыр Юғары хоккей лигаһы чемпионы!
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов еңеүселәрҙе ҡотланы һәм “Торос” командаһына артабанғы Рәсәй ярыштарында, халыҡ-ара кимәлдәге сығыштарҙа уңыштар теләне.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.