19.04.2013 ҙур спорт тирәләй
«Өфө», ниһайәт, өс мәрәй яуланы
Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең 26-сы осрашыуын «Өфө» командаһы үҙ майҙанында принципиаль дәғүәсеһе − Түбәнге Каманың «Нефтехимик» уйынсылары менән үткәрҙе.
Беренсе осор голһыҙ үтһә, икенсеһендә иһә хужалар дәғүәсеһенең ҡапҡаһына ике яуапһыҙ гол индереп, күптән көткән еңеүгә өлгәште. Уңышҡа ике тапҡыр «Өфө»нөң һөжүмсеһе Дмитрий Голубев иреште.
Шулай итеп, Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре, кәрәкле өс мәрәй яулап, 38 мәрәй менән турнир таблицаһының етенсе баҫҡысына күтәрелде. Юғарыла − әлегә «Урал» командаһы. Уның иҫәбендә 59 мәрәй. Икенселә килгән «Томь» клубы унан алты мәрәйгә ҡалыша.
Киләһе турын «Өфө»ләр Ярославлдә урындағы «Шинник» менән уҙғарасаҡ.
КХЛ сафы тулылана
Хоккей буйынса КХЛ беренселеге башланыуға биш йыл үтеүгә, уның сафы йылдан-йыл киңәйә бара.
Хәҙер унда, Рәсәй клубтарынан тыш, Беларусь, Латвия, Украина, Ҡаҙағстан, Чехия, Словакия кеүек илдәр үҙҙәренең командалары менән Гагарин кубогы өсөн көрәшә. Быйыл Италияның «Милан», Хорватияның «Медвешчак» һәм Польшаның «Олива» клубтары ла КХЛ-ға инергә теләүен белдергән. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә үҙҙәренең командаһын КХЛ-да һынамаҡсы. Әле яңыраҡ Владивосток ҡалаһы үҙенең командаһын булдырып, киләһе миҙгелдән лигала сығыш яһау өсөн документтарын тапшырған. Буласаҡ клубына генераль менеджер итеп билдәле хоккейсы Александр Могильныйҙы һайлап та ҡуйған. Тик әлегә команданың исеме лә юҡ, уйынсылары ла тупланмаған.
Башҡортостан атлеттары Европала мах бирмәне
Албанияла уҙған ауыр атлетика буйынса Европа беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Альберт Сәйәхов менән Ринат Кирәев уңышлы ғына сығыш яһаны.
85 килограмға тиклем ауырлыҡта Альберт көсөргәнешле бәйгелә дүртенсе урынға сыҡһа, Ринат үҙенең ауырлығында, Әзербайжан спортсыһынан ғына еңелеп, көмөш миҙал призеры булды.
Допингты соус урынына ҡулланған
Рәсәй еңел атлеты, барьер аша йүгереүсе Елена Чуракова, допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, ике йылға тиклем яратҡан шөғөлөнән ситләштерелде.
Шулай уҡ карьераларына нөктә ҡуйған молотты алыҫлыҡҡа сойорғотоусы Ольга Кузенкова һәм ядро этәреүсе Светлана Кривелева ла, элек допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, исем өсөн булһа ла ике йылға дисквалификацияланды. Уларҙың быға тиклем булған күрһәткестәре исемлектән алынасаҡ.
Ә бына немец велоуҙышсыһы Штефан Шумахер (һүрәттә) үҙенең бөтә карьераһында тик допинг ҡулланыуы хаҡында асыҡтан-асыҡ белдергән. Үҙе әйтеүенсә, ашаған һайын ҡәтғи тыйылған препараттарҙы соус урынына ҡулланған. 31 йәшлек спортсы билдәле «Тур де Франс» этабында ике тапҡыр еңеүсе була.
Семак урынына Сафин тәғәйенләнде
Өфөнөң йәштәр лигаһында уңышлы ғына сығыш яһаған «Толпар» хоккей командаһы үҙгәрештәр кисерә.
Лига барлыҡҡа килгәндән бирле команданың баш тренеры вазифаһын башҡарған Александр Семак эшенән китергә булды. Ә инде яңы етәксе итеп «Салауат Юлаев» командаһының элекке тренеры Венер Сафин тәғәйенләнде.
Быйылғы миҙгелдә Семактың тәрбиәләнеүселәре плей-оффтың сирекфиналына барып етеп, «Омские ястребы» клубынан еңелеп, төп бәйгенән төшөп ҡалғайны. «Толпар» уның етәкселегендә беренселектең ике тапҡыр бронза миҙалы призеры булды. Шулай уҡ бер тапҡыр даими беренселектең еңеүсеһе булып танылды.
Силәбегә метеорит та ярҙам итә алманы…
Шулай итеп, хоккей буйынса КХЛ беренселегендә бишенсе тапҡыр уйнатылған Гагарин кубогын Мәскәүҙең «Динамо»һы яуланы.
Улар инде ошо трофейға икенсе миҙгел рәттән өлгәште. Финалда Олег Знароктың тәрбиәләнеүселәре башынан аша һикергән Силәбенең «Трактор» командаһын алтынсы хәл иткес бәйгелә өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә отоп, йәнә чемпион булды. «Трактор» хоккейсылары көмөш миҙал яулаһа, СКА уйынсылары «бронза» менән ҡәнәғәтләнде.
Дөйөм алғанда, ошо биш миҙгел араһында уйнатылған төп призды әлегә өс команда ғына тотоп ҡараны. Тәүҙә ике рәт «Аҡ барс» хоккейсылары уңышҡа ирешһә, бер тапҡыр «Салауат Юлаев» урамына байрам килә һәм һуңғы ике миҙгел «Динамо» клубы кубокты үҙендә ҡалдырҙы.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.