RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»

22.03.2013 «Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»

«Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»
Зөфәр Зәғәфүрән улы Зарипов 1983 йылдың 12 октябрендә Салауат райо­нының Тирмән ауылында тыуған. Көрәш буйынса спорт мастерына кандидат. Башҡортостан беренселеге чемпионы һәм призеры. Рәсәй чемпионаты призеры. Өйләнгән. Малай һәм ҡыҙ үҫтерә.

Беҙ үҫмер саҡта спортты яратып үҫкәнбеҙ икән. Ул ваҡытта йүнле спорт залы ла булмай торғайны, инвентарҙар ҙа етешмәне. Кем ҡайҙан нимә таба, шуны алып, спорт ярыштарын ҡалдырманы. Еңелһә, сәмләнеп киләһе ярышты көтөр булды. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем туп типтек. Боҙ туңыр-туңмаҫтан йәйҙән әҙерләнгән ағас сәкәндәрҙе алып, шайба ҡыуаларға ашыға инек. Ялҡып китһәк, йәнә туп эләктереп, мәктәп майҙансығында көрт йыра-йыра, хатта ҡайһы саҡ дәрескә инмәй, футбол уйнаныҡ. Уҡыуҙан ҡайтҡас, ишек алдындағы мал-тыуарҙы йәһәт кенә ҡарай ҙа йәнә уйнарға ашығабыҙ. Һуң булһа ла, ваҡытыбыҙ дәрес әҙерләргә лә ҡала ине. Эй, заманалар, һөйләй китһәң, бөгөнгө үҫмер­ҙәр аңлай ҙа алмаҫ һымаҡ тойола. Ул ваҡытта төрлө ярыштар ҙа күп ойошторола торғайны. Тик шуныһы, нишләптер беҙҙең яҡта (Белорет районы) милли көрәш буйынса күнекмәләр ҙә, ярыштар ҙа уҙманы. Ғөмүмән, был спорт төрөнән беҙ алыҫ булдыҡ. Белгестәрҙең аҙ булыуы ла быға кәртә булғандыр. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башынан республикабыҙҙа милли көрәшкә иғтибар артып, төрлө спорт ярыштары йыш уҙғарыла башланы. Башҡортостан беренселегенән тыш, Рәсәй, донъя чемпионаты ла ойошторолдо. Көрәш үҫмер­ҙәр араһында популяр булып китте.
Әлбиттә, борон да ата-бабаларыбыҙ һабантуйҙарҙа көрәшеп, сынығып үҫкән. Ярыштар ҙа ойошторолған. Республика беренселеге лә уҙған. Тәүге Башҡортостан батыры, Салауат районы бәһлеүәне Харис Йосоповты ғына алайыҡ. Ул үткән быуаттың 60-сы йылдарында Рәсәй Федерацияһының милли көрәш буйынса тәүге чемпионы исемен яулай. Шулай уҡ милли көрәш буйынса спорт мастеры, күп тапҡыр республика беренселеге еңеүсеһе Ф. ҡотдосов, А. Хафизов, М. Мамалиев, Г. ҡоҙаҡаев, Р. Мортазин һәм башҡалар ошо төрҙө популярлаштырыуға күп көс һала. Милли көрәш бигерәк тә Учалы, Салауат, Туймазы, Ейәнсура, Иглин, Дәүләкән, Ауырғазы, Баймаҡ райондарында үҫеш алған һәм ала. Әлеге ваҡытта өс тиҫтә меңгә яҡын үҫмер көрәш менән шөғөлләнә. Һуңғы ваҡытта БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортос­тандың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы көсө менән райондарға спорт формалары һәм көрәш өсөн келәмдәр бүләк ителеүе оло баһаға лайыҡ. Тимәк, иғтибар бар. Тик шулай ҙа бөгөн элекке һымаҡ ошо төр менән шөғөлләнеүселәр һаны кәмей барған һымаҡ тойола. Һәр хәлдә, ажиотаж юҡ. Юҡ, юҡ… беренселектәр уҙа, төрлө кимәлдәге саралар ҙа йыш була. Тик бына үҫмерҙәр араһында ҡыҙыҡһыныу кәмей бара, тип әйтеүем. Реклама ла етмәй. Сәбәптәре лә асыҡ һымаҡ, белгестәр самалы. Төп мәсьәлә ошондалыр ул. Бына миңә яңыраҡ, бик шәп егет, көрәшсе-патриот Зөфәр менән осрашып, ошо хаҡта һөйләшергә яҙҙы. Патриот тим, сөнки ул үҙ инициативаһы менән мәктәптә көрәш секцияһы асып, балаларға сынығыу үҙенсәлектәрен өйрәтә. Был мәктәп Өфө районының Шамонин ауылында урынлашҡан. Киске сәғәт алты тирәһендә эштән ҡайтып килгәндә, көн һалҡын һәм һуң булыуға ҡарамаҫтан, бер төркөм үҫмер малай геүелдәшеп, кему­ҙар­ҙан ярыша-ярыша мәктәпкә табан саба. Береһен туҡтатып: «ҡайҙа шул хәтлем ашығаһығыҙ», – тип һорап та өлгөрмәнем, көрәшкә, тип, минең яҡҡа әйләнмәй ҙә юлын дауам итте. Үҙемдең дә малайым бар бит әле, ҡайҙа, белешәйем тип, үҫмер­ҙәрҙең артынан ҡалмай, мәктәп яғына боролдом. Барып инеүгә малай­ҙар, спорт формаларын кейә һалып, үҙ-ара көрәшеп маташҡан була. Күп тә үтмәй, тренерҙары ла килеп инде. Малайҙар йәһәт кенә теҙелешеп, күнекмәләргә тотондо. Йүгерәләр, һикерәләр, физик күнекмәләр эшләйҙәр. Көрәштең ҡайһы бер элементтарын да үҙләштереп, нисек итеп тотонорға, йығылырға, дөрөҫөрәге, ысулдарын өйрәнәләр. ҡыуанып ҡарап ултырҙым. Иртәгәһенә үк улымды ла бында алып килдем. Тәүге ике көндә уға оҡшаманы, буғай. Көрәштермәйҙәр, тигән булды. Беренсе көндә үк көрәшсе булып булмай ул, тип уға ҡыҫҡа ғына лекция уҡығас, хәҙер секцияға ихлас йөрөй. «Көрәш – минең өсөн йәшәү рәүеше»
Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте һәм, көрәшмәһәм дә, һирәк-һаяҡ уларҙың күнекмәләрен күҙәтәм. Футбол уйнаһалар, бергә туп ҡыуалашам. Шул арала Зөфәргә һүҙ ҡушам: «Ниңә көрәш?.. Башҡа төр бөткәйнеме?»
– Көрәш минең өсөн йәшәү рәүешенә әйләнеп бөттө инде. Олатайымдың данлы юлын дауам итергә булдым. Ул заманында бик оҫта көрәшсе булып танылған. Икенсенән, беҙҙең Са­лауат районы элек-электән көслө кө­рәш­селәре менән Баш­ҡортос­танда дан тот­ҡан һәм тота. Өсөн­сө­нән, кө­рәш бит әллә ни сығымдар та­лап итмәй. Тағы килеп физик яҡтан ныҡ булып үҫеү өсөн бик һәйбәт спорт төрө һәм бына хәҙер үҙем көрәш серҙәрен үҫеп килгән быуынға еткерәм.
– Данил, Батыр, ныҡышмалыраҡ күнекмәләр яһағыҙ. Ә һин, Ислам, нишләп ҡарап тораһың? Әйҙә, әйҙә, Дим менән бергә уларҙың артынан ҡалышмай шөғөлләнегеҙ.
– Атаҡ… Зөфәр, араларында бер бигерәк бәләкәс, үҙе сос ҡына малай ҙа йүгереп йөрөгән була. Нисә йәш һуң уға?
– Ә-әә.., улмы ни? Ғимран, һиңә нисә йәш әле?
– Биш…
– Ата-әсәһе секция тураһында ишетеп ҡалған да, шунан ҡыҙыҡ өсөн малайҙарын алып килде. Ә инде уныһы, биш йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, хатта үҙенән өлкәнерәктәрҙән дә сос булып сыҡты. Ихлас йөрөй, ныҡымыш. Киләсәктә көрәшсе булыр, моғайын.
Зөфәр шул арала, һөйләшеүебеҙҙән туҡтап, тәрбиәләнеүселәренә көрәштең элементтарын үҙе эшләп күрһәтергә лә онотманы.
– Шул ваҡытта мин уҡыған Тирмән ауылында секция асылғас, 40-ҡа яҡын үҫмер милли көрәш менән шөғөлләнә башланыҡ. Башта, әлбиттә, бөтәһенә лә ҡыҙыҡ тойолдо. Аҙаҡтан яйлап, төрлө сәбәптәр арҡаһында сафыбыҙ кәмене. Бер ҡарағанда ғына был спорт төрө анһат һымаҡ тойола. Күптәр физик ауырлыҡтарҙы күтәрә алманы. Шулай, көн артынан ай уҙып, бер-ике йыл үтеүгә район кимәлендәге ярыштарға йөрөй башланыҡ. Тәүге уңышым алтынсы синыфта уҡығанда булды. Шунан инде һигеҙенсе синыфта белем алғансы төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә көсөмдө һынап, призлы урындарға сыҡтым. Күп тә үтмәй, райондың зона ярышында юғары уңышҡа өлгәшеп, Башҡортостан беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын яуланым. 1998 йылда булды, ахыры, өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелдем.
Күнекмәләр мәлендә тренер менән аралаша торғас, ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡалды.
– Ағай, ағай… Әҙерәк футбол уйнап алайыҡ әле, – тип бала-саға теңкәһенә тейгәс, әйҙәгеҙ һуң, тип, миңә лә туп тибергә ымланы.
Уй, шәп булды… 15 минут туп артынан сабыулауға ҡара тирем саҡ сыҡманы. Балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә шат тигәндәй, улар­ҙы өйҙәренә оҙаттыҡ та һүҙебеҙҙе дауам иттек.
– 2000 йылда Башҡортостан чемпионы булғас, киләһе йылына Рәсәй беренселегендә ҡатнашып, финалда еңелдем. Унан һуң инде төрлө кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындарҙан ҡалманым.
– Күп тәкәнең башына еткәнһеңдер әле, – тим, йылмайып.
– Әллә ни күп түгел, 18 генә.
– Моғайын, 20-гә тултырырһың ул?
– Әлегә дәртем бар ул былай. Бәлки, ике тиҫтәне лә уҙып кителер. Тик хәҙер ваҡытым юғыраҡ шул шөғөлләнергә. Судья сифатында ярыштарға ла саҡыралар. Яңыраҡ Баймаҡта булдым. Унда ярышҡа 19 райондан килгәйнеләр. ҡатнашыусылар күберәк тә булыр ине, күбеһе үҙ аҡсаһына килгән. Ғөмүмән, финанс йәһәтенән ауырлыҡтар бар. Шуға ла милли көрәш ярыштарында йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны кәмей бара. Балаларға бит стимул кәрәк. Ярай бына мин әле 7 – 11 йәшлек балалар­ға көрәште өйрәтеп йөрөйөм дә ул, тик бер нисә йылдан уларҙың да был шөғөлдән баш тартыуы ихтимал. Араһынан бер-ике көрәшсе сыҡһа ла һәйбәт инде. Ә инде дөйөм алғанда, барыһы ла көрәшсе булһын тигән ниәт юҡ. Иң мөһиме, физик яҡтан көслө булып, тормошта үҙ юлын тапһалар, шунан да юғары баһа булмаҫ. Мин шул принципҡа таянып эшләйем дә инде. Үҫеп килгән быуын – беҙҙең киләсәгебеҙ. Улар халҡыбыҙ өсөн йәшәргә тейеш.
Тағы шуныһы, мин көрәшсе иптәштәрем ярҙамында Шамонин ауылын Өфө райо­нының көрәш үҙәгенә әйләндерергә тигән ниәт менән янып йәшәйем. Шуға күрә алда перспектива бар, тимәк, эшләргә лә эшләргә кәрәк.


Яңыраҡ Рәсәй Федерация­һының Спорт министрлығы ҡайһы бер спорт төрҙәрен таныу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Һәм бер нисә сығыштан һуң, милли көрәште бөтә Рәсәй спорт төрөнә индереү тураһында ҡарар сығарҙы. Шулай итеп, хәҙер көрәш официаль спорт төрөнә инеп, уның буйынса Рәсәй чемпионаты менән бер рәттән, спортсылар, тренерҙар һәм судьялар спорт исеменә һәм категорияһына эйә буласаҡ.
Нур ҡӘҙЕРБАЕВ.
АВТОР фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына