15.03.2013 Иҫәп тигеҙләнде. «Йәшел» егеттәр яңынан башлай…
Йәл, ә бит ҡалай һәйбәт башланғайны. Сирекфиналдың тәүге уйынында уҡ юлаевсылар ҡунаҡта «Аҡ барс» командаһын 3:2 иҫәбенә отҡас, ситтәге бер еңеү киләсәккә ҙур этәргес булып һыналды. Юҡ шул, өфөләр бының менән генә риза булмай, икенсеһендә лә хужаларҙы 2:0 иҫәбенә алдырып, өйөнә психологик яҡтан өҫтөнлөк менән яҡшы кәйефтә ҡайтты. Тик барыбер ҙә барыһының да күңелендә «Аҡ барс»тың былай ғына еңел биреләсәгенә шиге булғандыр. Дөрөҫөрәге, Өфөлә ҙур алыш көттөләр. Һәм плей-оффтың өсөнсө осрашыуында ҡунаҡтар бөтә йәне-тәне менән бәйгегә ташлана. Улар бар йәһәттән дә юлаевсыларҙан өҫтөнлөк итеп, тырышлығын һөҙөмтәгә әйләндерә һәм кәрәкле еңеү яулай. Иртәгәһенә лә улар, нисек тә булһа серияны тигеҙләп, көйәрмәндәре алдында ғәфү үтенмәксе булды. Ә инде хужаларға булған өҫтөнлөктө ҡулдан ысҡындырмау төп бурыс ине. Һәм осрашыу башта шуға барған һымаҡ тойолдо. Иҫәпте лә беренсе булып өфөләр асты. Тик шуныһы, улар, оҙаҡ ваҡыт тормай, иҫәпте тигеҙләтә. Әгәр шул өҫтөнлөктө майҙан хужалары ярайһы ғына ваҡыт һаҡлаһа, бәлки, психологик яҡтан да өҫтөнлөк итерҙәр ине. Шулай ҙа бер осорҙа беҙҙекеләр йәнә алға сыҡты-сығыуын, тик татар дуҫтарыбыҙ иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалмай, алға ла сығып өлгөрҙө. Ана шул мәл – уйындың һынылышлы осоро. ҡапҡасыбыҙ Таркиҙың да хаталаныуы быға сәбәпсе булды. Ә инде ҡунаҡтар ике шайбаға алға сыҡҡас, хужаларҙың тыпырсыныуы артыҡ тәртипһеҙлеккә килтерҙе. Уйынсыларыбыҙ уларҙы физик көс менән баҫмаҡсы булды. Хәҙер психологик өҫтөнлөк «Аҡ барс» яғына боролдо. Улар иҫәпте тигеҙләне, үҙенең көсөнә ышанды. Алда «йәшел» егеттәр кемдең кемлеген күрһәтәсәк, быға шигебеҙ юҡ. Тик бына Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре һынмаҫмы икән?.. Шуныһы ҡурҡыта. Сөнки һәр серияны ла етенсе хәл иткес осрашыуға еткереп, һуңғыһына хәле етмәҫ тимә. Әммә борсолорға урын юҡ. Иҫәп тигеҙ. Тимәк, өмөт бар.
Көнсығыш конференцияһының икенсе сирекфиналында «Трактор» командаһы «Авангард»ты өс рәт отҡас, дүртенсе хәл иткес уйында уларға бирелергә мәжбүр булды. Унда ла көрәш булыр, моғайын. Көнбайышта иһә СКА-ға етеүсе юҡ. Улар «Северсталь» уйынсыларына бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырманы, конференцияһының финалына сыҡты. Шулай уҡ «Динамо» хоккейсылары ла бер аяғы менән финалда. Улар ЦСКА-ны дөйөм 3:1 иҫәбенә отто.
Н. ТИМЕРОВ.
«Торос» сирекфиналда «Лада»ға ҡаршы һынау тотасаҡ
Хоккей буйынса Рәсәй беренселегенең юғары лига командалары Братина кубогы өсөн плей-офф уйындарының 1/8 финал осрашыуҙарын уҙғарҙы.
Уҙған миҙгелдә Нефтекаманың төп призды яулаған «Торос» хоккейсылары тәүге стадияла «Казцинк − Торпедо» клубы менән уйнаны һәм уларҙы өс осрашыуҙа ла отоп, сирекфиналда Тольяттиҙың «Лада» командаһы менән уйнаясаҡ.
* * *
Йәштәр лигаһында уйнаған «Толпар» үҫмерҙәре плей-оффты Магнитогорскиҙың «Стальные лисы» клубы менән осрашыуҙан башлаясаҡ.
ҡарлы яланда дуҫтарса айырылышты
Шулай итеп, ҡыштың оҙайлы һәм буранлы булыуына ҡарамаҫтан, футболсылар, туптарын һағынып, беренселеген дауам итте.
«Өфө» командаһы беренсе осрашыуын үҙ майҙанында башлап, «Сибирь» уйынсыларын ҡабул итте. Һөҙөмтәлә улар еңеүсене асыҡлай алманы. Башта ҡунаҡтар уңышҡа өлгәшһә, һуңынан хужалар ҙа голға иҫәбен асып, иҫәпте тигеҙләне. Шуға ла турнир таблицаһы үҙгәрешһеҙ ҡалды. «Сибирь» − алтынсы урында, «Өфө»ләр – уларҙан бер мәрәйгә ҡалышып, туғыҙынсыла. Киләһе уйынын беҙҙең команда 19 мартта ситтә беренселек аутсайдеры – «Химки» менән үткәрәсәк.
ЦСКА позицияһын нығыта төштө
Рәсәйҙең Премьер-лига командалары ла үҙенең беренселеген башланы.
Чемпионат лидеры – ЦСКА футболсылары, Һамарҙа урындағы «Крылья Советов» клубын 2:0 иҫәбенә еңеп, позицияһын нығыта төштө. Ә бына икенсе-өсөнсө урындарҙы биләгән «Анжи» менән «Зенит», үҙ дәғүәселәренә отолоп, хәҙер ЦСКА-нан 5 – 8 мәрәйгә ҡалыша. «Анжи» командаһы беренселек аутсайдеры – «Мордовия»ға 0:2 иҫәбенә еңелһә, «Зенит» иһә «Рубин»дан 0:1 иҫәбенә отолдо. Дүртенсе баҫҡыста килгән «Спартак» уйынсылары «Терек»ты 3:1 иҫәбенә еңеп, хәҙер «Зенит»тан өс кенә мәрәйгә ҡалыша.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.