12.03.2013 Көрәшселәр бил һынаны
– Советтар Союзы Геройы Жәүҙәт Сөнәғәтуллиндың иҫтәлегенә 1995 – 1998 йылғы үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса XXIII зона турнирын асыҡ тип иғлан итәм, – ошо һүҙҙәрҙән һуң Учалы районы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Марсель Йосопов ярышсыларға әҙерләнергә ваҡыт бирҙе. “Таусы” боҙ аренаһының көрәш залында үткән был сара шулай уҡ ҡаланың 50 йыллығына ла арналғайны.
Ярыштарҙа Учалы, Салауат, Йылайыр райондары, Учалы һәм Белорет ҡалалары, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы һәм Межозерный ҡасабаһы көрәшселәре ҡатнашты. Тәүҙә һалҡынса тойолған залдағы келәм бер аҙҙан ҡыҙған табаға оҡшай башланы, хатта унан быу күтәрелгәндәй ине: еңергә ашҡынған көрәшселәр бер-береһе менән ҡосаҡлашып оҙаҡ өйрөлмәне – тиҙерәк бер-береһен арҡаһына һалырға тырышты. Үкенескә күрә, батыр яраһыҙ булмай, тигәндәй, ҡайһы бер алыш ауыртыныуҙар менән тамамланды.
– Етте, етте, туҡтатырға кәрәк көрәште! Хәҙер ҡулын һындыра бит! – Тимур Әғзәмов менән икенсе урын өсөн бил һынашҡан Азамат Ғайсин ҡул суғын имгәткәндән һуң яңынан майҙанға сыҡты, ләкин уларға оҙаҡ көрәшергә ирек бирмәнеләр – ярышты туҡтаттылар. Һәм мәрәй буйынса Учалы егете еңеүсе тип танылды.
– Их, икенсе урын өсөн көрәшкәйнем, булманы, – тип ҡара көйҙө Салауат районы көрәшсеһе Азамат. Ул дүртенсе синыфтан алып Нияз Ишбирҙин, Роберт Нурмөхәмәтов кеүек тренерҙарҙа шөғөлләнеп, ете йыл майҙандарҙа үҙ көсөн һынай, шуға ла уңыштың инде ҡойроғонан тоттом тигәндә лә сығып ысҡынғанын яҡшы белә. Ә шулай ҙа... көйә! Сәфәр ауылынан спортсы Айнур Сөнәғәтуллиндың да танауы йәрәхәтләнеп ҡуйҙы. Ул быға, була торған хәл, тип фәйләсүфтәрсә ҡараны, артыҡ иҫе китмәне. Шөкөр, башҡалар сираттағы көрәш-һынауҙы имен-аман үтте. Тирләп-бешеп, яндырайланып, йән асыуынан ҡысҡырып бер-береһен атып бәрергә тырышҡан көрәшселәр өсөн көйөп, уларҙың милли көрәшкә битараф булмағанына һөйөндөк. Учалы егете Булат Кейекбаев та фекеребеҙҙе раҫланы: “Көрәш миңә бик оҡшай – ул физик йәһәттән ныҡ булырға ярҙам итә, холоҡто ла тәрбиәләй. Өс йыл шөғөлләнмәгәйнем, хәҙер яңынан секцияға килдем, башҡаса китеү юҡ инде”.
– Ошондай шәп егеттәребеҙ бар саҡта милли көрәш йәшәй әле, – тип ҡыуанды турнирҙың баш судьяһы, РФ-ның атҡаҙанған тренеры Жәлил Йосопов. Әйткәндәй, Р. Ғарипов исемендәге гимназия-интернатының Жәлил Динмөхәмәт улы етәкләгән командаһы Баймаҡта үткән көрәш буйынса республика беренселегендә беренсе урын алды. Былтыр Ж. Сөнәғәтуллин иҫтәлегенә арнап үткәрелгән турнирҙа призлы урындар яулаған Айгиз Яҡшыбаев, Алмас Хужин, Ридан Хажиморатов Баймаҡта ла беренсе урынға сығып, Башҡортостандың йыйылма командаһына эләккән икән. Хәҙер улар апрелдә Төмәндә үтәсәк Рәсәй беренселегендә республика данын яҡлаясаҡ. Ә Учалыла ярышта еңеүселәр кем, тиһегеҙме? Үҙҙәренең ауырлыҡтарында Алмас Баһауетдинов, Артур Нурмөхәмәтов (Салауат районы), Булат Кейекбаев, Азамат Дауытов (Учалы ҡалаһы), Владислав Шварев (Златоуст ҡалаһы), Камил Сибәғәтуллин (Учалы районы) “алтын” яуланы. Рәмзис Ғәбиҙуллин, Айбулат Лотфуллин, Тимур Әғзәмов, Марсель Ғәзизов (Учалы районы), Тимур Эгамов, Дамир Ғафаров (Учалы) өлөштәренә төшкән “көмөш”тө ситкә ебәрмәне. Өсөнсө урынды Заһит Фәйзуллин (Белорет ҡалаһы), Азамат Ғайсин (Салауат районы), Шамил Низамов, Азамат Буранғолов, Айнур Сөнәғәтуллин һәм Рифат Сөләймәнов (Учалы районы) алды.
“Таһыллыҡ өсөн” призы менән Марсель Ғәзизов, Денис Сәләхов билдәләнде. Еңеүселәрҙе РФ-ның атҡаҙанған тренеры Жәлил Йосопов, БР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әхмәтйәнов, донъя чемпионы Руслан Йосопов, физкультура уҡытыусыһы, көрәш секцияһы тренеры Раян Әхтәмов, БДУ-ның Учалы филиалы деканы Зилә Рәхмәтуллина, Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһы хакимиәте башлығы Ринат Ғилманов бүләкләне. Пьедесталға күтәрелеүселәргә “Зәйнулла ишан” мәсете диндарҙары ла үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә көтөлмәгән ҡыуаныс – Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллиндың уларҙы тәбрикләүе булғандыр, ахыры, сөнки һәр кем билдәле стронгмен менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашҡынды. Бәлки, тап шул мәлдә кемгәлер Эльбрустың “ене” лә йоҡҡандыр әле, һәм ошо балалар араһынан Рәсәйҙең генә түгел, тотош донъяның иң көслө кешеһе тигән титулға эйә буласаҡ баһадир ҙа үҫеп сығыр, кем белә...
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.