12.03.2013 Стәрлетамаҡта – баскетбол байрамы
Стәрлетамаҡ ҡалаһында “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы республика этабының финал уйындары уҙҙы. Өс көн дауамында 18 команда – зона этабы еңеүселәре – беренселек өсөн көрәште. Егеттәр араһында Салауат ҡалаһының 1-се лицейы уҡыусылары тәүге урынға сыҡты, икенсе баҫҡысҡа Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһы уҡыусылары күтәрелде, Учалы ҡалаһының 5-се мәктәбе командаһы өсөнсө булды. ҡыҙҙар араһында Өфөнән 54-се гимназия командаһы еңеүсе булды, икенсе урынды шулай уҡ Өфө ҡалаһынан 3-сө мәктәп алды, өсөнсө урынға Баймаҡтан 4-се мәктәп лайыҡ булды.
Ярыштар яңы ғына төҙөлөп бөткән “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт комплексында үткәрелде. Балалар өсөн күркәм байрам ойошторолғайны. Уйындарҙа Олимпия чемпиондары Сергей Белов, Светлана Антипова кеүек билдәле спортсылар, предприятие-ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Улар ҙа ҡулдарына туп алып “йондоҙҙар матчы”н уҙғарҙы. Тамаша төрлө конкурстарға бай булды.
Ә уйындарҙан һуң Украинанан һәм Пермь ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар − баскетбол фристайлы оҫталары майҙанға сыҡты. Һауала осҡан килеш әйләнә-әйләнә кәрзингә туп ырғытыуҙары, ысынлап та, һоҡланыу тыуҙырҙы.
Мәктәп баскетбол лигаһы чемпионаты тәүге тапҡыр 2007 йылда төбәк кимәлендә уҙа. Ойоштороусыһы һәм бағыусыһы − “Комплекслы энергетика системалары” компанияһы. Спорт сараһы булыуҙан бигерәк, ул социаль проект булып тора, ти уҙғарыусылар. ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Әгәр 2008 йылда 13 төбәк һәм 5 мең мәктәп командаһы йәлеп ителһә, быйыл уйындарҙа 53 төбәк, 17 мең уҡыу йорто үҙ көсөн һынай. Йәш баскетболсыларҙың дөйөм һаны иһә − 1,5 миллион кеше. Ярыштар бер нисә этапта үтә. Төбәк еңеүселәре федераль округтар чемпионатында осраша. Унда беренсе урын алыусы мәктәп командалары Пермь ҡалаһында суперфиналда ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Уйындарҙа ҡатнашыу мәктәптәр өсөн матди яҡтан ҙур стимул булып тора. Ойоштороусылар вәғәҙәләүенсә, һәр ҡатнашҡан мәктәпкә алты баскетбол тубы бирелә, зона этабында еңеүселәр баскетбол формалары менән тәьмин ителә. Ошоғаса илебеҙҙең төрлө мәктәптәренә 140 мең туп, 32 меңдән ашыу форма комплекты тапшырылған. Ә суперфиналда еңеп сыҡҡан команданы төп бүләк – Евролига ярыштарының финалына барыу һәм Милли баскетбол ассоциацияһының Европа турында, “Бөтә йондоҙҙар матчы”нда ҡатнашыу көтә. Уңышҡа өлгәшкән уҡыусылар төрлө йылдарҙа Мадрид, Берлин, Париж, Барселона, Истанбул ҡалаларында йөрөп ҡайтҡан. Айырыуса оҫталыҡ күрһәткән балалар Лондон, Далласта булып, иң билдәле һәм танылған баскетболсылар менән аралашыу, уларҙан автографтар алыу бәхетенә өлгәшкән. Ярыштарҙа спорт йондоҙҙары, олимпия, донъя һәм европа, МБА чемпиондары, билдәле сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙарҙың ҡатнашыуы йолаға әйләнгән.
Бөгөн проект, мәрхәмәтлек акцияһы кимәлен үтеп, балалар спортын дәүләт кимәлендә үҫтереү маҡсатын тормошҡа ашыра. Әлегә илдә спорт өлкәһендә шәхси компания тарафынан ғына уҙғарыла килгән бындай саралар башҡаса юҡ.
Башҡортостанда “КЭС-БАСКЕТ” 2009 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙәге уҡыу йорттары 12 меңгә яҡын баскетбол тубы алып ҡалған. Быйыл 1050 мәктәптән ҡыҙҙар һәм егеттәр командалары ҡатнашты. Тиҙҙән республика еңеүселәре Волга буйы федераль округы ярыштарына юл тотасаҡ. Кем белә, бәлки тап Башҡортостан уҡыусылары май айында Лондонға Евролиганың финал уйындарына барыр.
Ә республикалағы төп уйындар юҡҡа ғына Стәрлетамаҡта үтмәне. ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов үҙе баскетбол уйнарға ярата. Ярыштарҙа ул да форма кейеп майҙанға сыҡҡайны.
− Ярыштарҙы алдан уҡ үҙебеҙҙә уҙғарырға теләгәйнек. “Стәрлетамаҡ-Арена” ваҡытында төҙөлөп бөтөр, тип вәғәҙәләнек. Баскетболды ҡалабыҙҙа үҫтереү өсөн хәҙер база бар. Әйткәндәй, бер залда волейбол, мини-футбол, гандбол да уйнарға мөмкин. Алда төрлө спорт төрҙәре буйынса бүлектәр асып, тренерҙар туплау эше тора.
Сергей Белов яңы спорт залына яҡшы баһа бирҙе. “Иң мөһиме – сифатлы паркет түшәлгән. Заманында тап шундай паркет булмауы илебеҙҙә баскетболдың үҫешен тотҡарлағайны”, − тине Олимпия чемпионы. Уҡыусыларыбыҙҙың уйынынан да ҡәнәғәт ҡалды.
− Әлбиттә, бөгөнгө балаларҙың кемеһелер чемпион булып китеүе бик икеле. Быныһы мөһим түгел. Баскетбол ярҙамында балалар физик яҡтан аҙмы-күпме сынығып ҡала. Күбеһе аҙаҡ студент саҡтарында, эшләй башлағас та был уйынды ташламай. Башҡортостан уҡыусыларының кимәлен, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, уртаса, тип әйтер инем.
− Маҡсатыбыҙ – һәр уҡыусынан спортсы тәрбиәләү түгел, ә һәр балала илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү. Әгәр ҙә уйындан һуң бәғзе төбәктәрҙә уҡыусылар интернетта үҙ-ара, һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланып, судьяларҙың ғәҙеллеге хаҡында бәхәсләшә икән, был сараның әһәмиәтен ташҡа үлсәйем. ҡыуанысҡа күрә, бындай осраҡтар бик һирәк була. Профессиональ спортсы булып киткән хәлдә лә, сит ил командаһында уйнаһа ла, киләсәктә йәштәр үҙ иленә ниндәйҙер файҙа килтерһен ул, – ти “КЭС-БАСКЕТ” лигаһының генераль директоры Алексей Фролов.
Мөмкин тиклем күберәк профессиональ спортсылар, тренерҙар ошондай проекттарға ҡыҙыҡһыныу белдерһен ине, тигән теләктә ойоштороусылар.
− Әйтәйек, ЦСКА командаһынан берәй баскетболсы үҙенең формаһын балаларға бүләк итә алыр ине. Әммә аҡса эшләргә килгән сил ил легионерҙары Рәсәй балалары менән ҡыҙыҡһынырмы икән? Ғөмүмән, балалар спортына илдә иғтибар бик аҙ бүленә, сөнки йәш быуынды үҫтереүгә ҡарағанда, ситтән спортсыны саҡырыуы анһатыраҡ та, арзаныраҡ та, – тип үҙ ҡарашын белдерә Сергей Белов. – АҡШ-та иһә йәштәр спорты бик популяр. Баскетбол буйынса студенттар командаһы, мәҫәлән, 20 мең көйәрмән йыя. Сит илдә профессиональ спорт үҙ аҡсаһы иҫәбенә үҫешә. Әгәр ҙә МХЛ, МБА килем килтермәһә, улар юҡҡа сығыр ине, ә беҙҙә барыһы ла бағыусылар иҫәбенә көн күрә.
ҡайһы бер рәсми булмаған сығанаҡтар буйынса, дүрт спорт төрө – футбол, хоккей, баскетбол һәм волейболға йылына 2,2 миллиард һум аҡса китә икән. Шуның 70 проценты – бюджет аҡсаһы. Был сумманың 60 – 70 проценты иһә уйынсы-легионерҙарға эш хаҡы булып түләнеп, сит илдәргә ағыла. Белград ҡалаһының үҙ тәрбиәләнеүселәренән тупланған “Партизан” клубының бюджеты бөгөн ЦСКА-лағы бер легионерҙың эш хаҡына тиң икән, ә уйын кимәле бер үк. Был балалар спортына һалынған аҡсаның һөҙөмтәһе.
− Һуңғы арала Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә республикала баскетбол буйынса студенттар лигаһын булдырыу эше алып барыла. Мәктәп лигаһының уҙғарылыуы эҙмә-эҙлелекте арттырасаҡ ҡына, − ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов. – Был йәһәттән “Өфө” футбол клубы беҙҙең өсөн кире миҫал булып тора. Ысынлап та, балалар командаларынан башларға кәрәк, профессиональ клуб иһә һуңғы эш булырға тейеш. Баскетболда эш тап шул юҫыҡта барыр, тип өмөтләнәм.
Ойоштороусылар байрамды төбәктәрҙең бәләкәйерәк ҡалаларында үткәрергә тырыша. Был юлы ярыштарҙы Стәрлетамаҡ балалары күрҙе. Ҙур сағыу сараның республиканың башҡа мөйөштәренә лә барып етерен көтәйек.
М. ИҡСАНОВ.