05.03.2013 Өфөләр – беренсе урында!
Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын ябыу тантанаһында комитет президенты Торстен Раш, генераль секретарь Ричард Смит, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов, төрлө илдәрҙең спорт делегациялары, мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
27 февралдән 2 мартҡа тиклем яратҡан командалары өсөн янып-көйгән, яҡындан дуҫлашып алған балаларҙың күңеле бер аҙ моңһоу ине. Хушлашыу кисәһенең сценарийы буйынса аренала ярышсан, бер хисле рух, дуҫтарса шаян кәйеф тирә-йүндәгеләрҙе солғап алды. Дүрт көн буйына иң көслө исемен алыу өсөн көрәшкән балалар олимпиадаһы геройҙарын тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Спорт һарайында милли аш-һыу фестивале ойошторолдо, алдынғы балалар ижади коллективтары сығыш яһаны. Сараны “Мираҫ” фольклор ансамбле “Башҡортостан” йыры менән асып ебәрҙе.
– Ошо һанаулы ғына көндәр дауамында һеҙ иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирештегеҙ, – тине Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш, чемпиондарға мөрәжәғәт итеп. – Һәр стартта юғары күрһәткес булды. Рәсәйҙә тәү тапҡыр уҙған Уйындар юғары кимәлдә ойошторолдо, барыһы ла бына тигән үтте. Оло ҡунаҡсыллығы өсөн Өфөгә ҙур рәхмәт!
Торстен Раш Ирек Ялаловты гәлсәр глобус һәм Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Өфө ҡалаһы мэры, үҙ сиратында, Уйындар флагын быйыл август айында Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары уҙасаҡ Виндзор ҡалаһы (Канада) вәкилдәренә тапшырҙы.
Дүрт көн эсендә 56 комплект миҙал уйнатылды. Өфө ҡалаһы уҡыусылары алты алтын, бишәр көмөш һәм бронза миҙал яуланы. Һөҙөмтәлә улар – пьедесталдың беренсе баҫҡысында. Дөйөм команда буйынса икенсе урынға – мәскәүҙәр, ә өсөнсөгә ҡазандар сыҡты.
Хоккейсыларға еңелдән булманы, һәр командаға көн һайын алтышар матч уйнарға тура килде. Өфөләр баш әйләнерлек уңышҡа өлгәште – улар барлығы 96 гол индергән, ә үҙ ҡапҡаһына ни бары икене үткәргән! Башҡаларға килгәндә, Канада 36 шайба индергән, 10-һын үткәргән. Әйткәндәй, Өфө хоккейсылары Канаданан килгән тиҫтерҙәрен 8:0 иҫәбе менән еңде. Ә Швейцарияны бөтөнләй 30:0 иҫәбе менән тар-мар итеп, рекорд ҡуйҙы!
Шорт-трек ярышында ла Өфө үҫмерҙәре 3 алтын, икешәр көмөш һәм бронза миҙал яулап, бер башҡа айырылып торҙо. Тау-саңғы спортында бер алтын, өс көмөш һәм ике бронза, саңғы ярышында бер бронза миҙалды түштәренә таҡты чемпиондар. Әйткәндәй, саңғы ярышында призлы урындар ҡазан, Кустанай (ҡаҙағстан) һәм Горье (Словения) ҡалалары спортсыларына йылмайҙы. Ә спорт ориентировкаһында һәм фигуралы шыуыуҙа өфөләр наградаһыҙ ҡалды. Был ярыш төрҙәрендә Мәскәү, Петрозаводск, ҡазан һәм Силәбе үҫмерҙәренә етеүсе булманы. Сарала барлығы 643 спортсы – 400 малай һәм 243 ҡыҙ, 224 команда етәкселәре, тренерҙар ҡатнашты.
Уйындар комитетының генераль секретары Ричард Смит бик күп илдәрҙең мәктәп уҡыусыларын таныштырған һәм дуҫлаштырған “Ҙур уйын” акцияһы ҡатнашыусыларын сәләмләне. Һуңғы шаршауҙа 1980 йылғы Олимпиаданың гимны – Александра Пахмутованың “Һау бул, яғымлы айыуҡай” йыры бигерәк урынлы яңғыраны, сөнки VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарының талисманы Батыр исемле айыу балаһы булды.
Хушлашыу тантанаһы ҡышты оҙатыу йолаһы – ҡарасҡыны яндырыу, салют һәм ҙур дискотека менән тамамланды.
Ирина КУРБАТОВА: ‒
– Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары күҙ асып йомғансы үтте лә китте. Ойоштороусыларға башҡа илдәрҙән һәм ҡалаларҙан тиңдәштәребеҙ менән танышыу мөмкинлеге бүләк иткән өсөн ҙур рәхмәт! Яңы дуҫтар таптыҡ, ғөмүмән, был арауыҡ эсендә ҡыҙыҡ ваҡиғалар күп булды.
Рената ФИЛАТОВА:
– Беҙҙең туғандарыбыҙ – Словенияның Горье ҡалаһы үҫмерҙәре, бик ныҡ арыһалар ҙа, барыһынан да ҡәнәғәт. Дискотекала кем менән генә бейемәнек! ҡаҙаҡтар, австрийҙар, итальяндар, американдар һәм башҡа бик күп милләт вәкилдәре менән бер туғандай дуҫлаштыҡ. Был сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Аня ЖЕЛТОУХОВА: ‒
– Бөгөн – һуңғы көн, беҙгә итальян дуҫтарыбыҙ менән хушлашыуы еңелдән түгел. Барыбыҙ ҙа уларға эҫенеп бөткәйнек, улар мөләйем, ярҙамсыл, эскерһеҙ, аралашыусан ҡыҙҙар һәм малайҙар. Был аҙна минең ғүмеремдә иң яҡшыһы булып хәтеремдә ҡалыр. Айырылышҡан ваҡытта күҙ йәштәрен тыйып булмаҫ, ахыры.
Илья КОРОЛЁВ: ‒
– Барыһы ла үтеп тә китте. Беҙгә, көйәрмәндәргә, был оло тормош тәжрибәһе булды. Уйындар арҡаһында башҡалар менән аралашырға, үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтергә, бирешмәҫкә өйрәндек. Мин был ваҡытта корреспондент булып эшләп, үҙемдең яңы һәләтемде астым. Башҡа илдәр, мәктәптәр менән бәйләнеш, күренекле кешеләр менән осрашыу – барлыҡ сараны һәм унда ҡатнашыусыларҙы беҙ ысын күңелдән яратып өлгөрҙөк.[/right]