05.03.2013 Яҡташыбыҙ – чемпион!
Павловка урта мәктәбендә бына бер нисә йыл инде гер күтәреү спорты менән шөғөлләнеүселәр секцияһы уңышлы эшләй. Бында физкультура уҡытыусыһы Юрий Николаев етәкселегендә даими рәүештә тиҫтәнән артыҡ үҫмер шөғөлләнә. Көсөргәнешле күнегеүҙәр, маҡсатҡа ынтылыш ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. Юрий Николаевтың тәрбиәләнеүселәре район, зона, республика, ил күләмендәге ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Секция ағзалары Алексей Андреев, Николай Иванов, Денис Леонтьев төрлө кимәлдәге алыштарҙа юғары үрҙәр яуланы.
Күптән түгел Көйөргәҙе спортсылары Ханты-Манси Автономиялы Округының Сорғот ҡалаһында 1997 – 1999 йылдарҙа тыуған гер күтәреүселәрҙең Рәсәй беренселегендә ҡатнашты. Яҡташыбыҙ Алексей Андреев үҙ ауырлыҡ төркөмөндә бер бот тартҡан герҙе 138 тапҡыр һәлмәк (толчок) һәм 209 тапҡыр ҡапыл (рывок) күтәреп, двоеборьела һәм ҡапыл күтәреүҙә ил рекордтарын ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә ул Рәсәй чемпионы исеменә дайыҡ булды. 9-сы синыфта уҡыған яҡташыбыҙҙың исем-шәрифе шулай уҡ ил рекордтары китабына индереләсәк. Алексей әлеге мәлдә быйыл августа Германияның Гамбург ҡалаһында уҡыусылар араһында уҙғарыласаҡ Европа чемпионатында ҡатнашырға әҙерләнә.
Урал ҡӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.