26.02.2013 Тау саңғыһында шыуыусылар әҙерләнәсәк
Тау саңғыһы спорт төрө киләсәктә тағы ла нығыраҡ үҫәсәк – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Өфөлә «Олимпик-Парк» спорт комплексында тау саңғыһы спорты буйынса Олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр мәктәбе асылды. Яңы бина бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә төҙөлгән. Унда тренажер залы, спортсылар һәм тренерҙар өсөн бүлмәләр, душ кабиналары, медицина пункты, сисенеп-кейенеү бүлмәләре урынлашҡан.
– Беҙҙең тау саңғыһы мәктәбе Рәсәйҙә генә түгел, Советтар Союзы осоронда ла билдәле спортсылар тәрбиәләгән, – тине ошо сарала ҡатнашҡан БР Президенты Рөстәм Хәмитов.
Президент миҫалға атҡаҙанған спорт мастеры Светлана Гладышеваның исемен атаны. Бөгөн ул Рәсәй Федерацияһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты вазифаһын башҡара. Яңы бинаны төҙөү яуаплылығы «Газпром» корпорацияһы иңендә булған. Тау саңғыһы ҡорамалдарын ярыштарға профессиональ спортсылар Австрияның «Reichmann» фирмаһы етештергән махсус станокта әҙерләйәсәк.
Саңғы юлы ла уңышлы һыналды, унан республика башлығы ла шыуып төштө.