05.02.2013 Этә-төртә торғаc, СКА-ны еңеүсе иттеләр…
КХЛ-дың даими беренселегенең быйылғы миҙгелдәге өйҙәге һуңғы осрашыуын «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһы лидерҙарының береһе – «Аҡ барс» хоккейсылары менән уҙғарҙы. Шулай ҙа ҡазан уйынсылары, плей-офф алдынан йомшарҙымы инде, быға тиклем өс уйында мәрәйҙәрен юғалтты. Башта улар үҙендә «Авангард»ҡа буллит серияһында 1:2 иҫәбенә отолһа, һуңынан «Барыҫ» командаһына – 2:4 һәм «Югра»ға 4:5 иҫәбенә еңелде. Хәҙер бына өфөләрҙән бөтөнләй 5:0 иҫәбенә ҡыйратылып ҡайтты. Баш тренеры ғәйепте үҙенә алһа ла, тәрбиәләнеүселәре, моғайын, төп бәйге алдынан әҙерәк ял итеп алырға булғандыр. Хужалар ҙа һәр яҡлап өҫтөнлөк итте һәм үткәндәге еңелеүе өсөн уларға елле яуап ҡайтарҙы. Башта Глухов иҫәпте асыуға өлгәште. Икенсе осорҙа Зиновьев йәнә мәргәнлеген иҫбатланы һәм һуңғыһында өс минут эсендә өс гол индереп, «Аҡ барс»ты нокдаунға ебәрҙе. Слепышев, Филатов һәм Пильстрем да уңышҡа иреште. Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы, 82 мәрәй яулап, үҙ конференцияһының бишенсе баҫҡысында урын алды. «Барыҫ» менән «Себер» ҙә, еңеү яулап, юлаевсыларҙан өс кенә мәрәйгә ҡалыша. Бәхетле һигеҙенсе баҫҡыста «Нефтехимик» нығынды. Улар хәҙер «Югра»нан дүрт мәрәйгә өҫтөнлөк итә.
Әлеге ваҡытта беренселек ҡыҫҡа ғына тәнәфескә туҡтаны. Әммә уның еңеүсеһе әле үк билдәле. Этә-төртә торғас, СКА командаһы өс тур алдынан мәрәйҙәр һаны буйынса алға китеп, ниһайәт, даими беренселектең еңеүсеһе булды. Быға тиклем КХЛ чемпионаты барлыҡҡа килгәндән бирле «Салауат Юлаев» хоккейсылары даими беренселектең ике тапҡыр еңеүсеһе булһа, «Авангард» менән «Трактор» берәр тапҡыр ошо уңышҡа ҡаҙанды.
Н. ТИМЕРОВ.