15.01.2013 Хәҙер төп маҡсат – плей-оффҡа эләгеү…
Дә-ә… Нимә эшләргә? КХЛ беренселегенең даими беренселеге тамамланыуға ни бары 11 генә тур ҡалды. «Салауат Юлаев» командаһы Көнбайыш конференцияһы лидеры − СКА хоккейсыларына 2:4 иҫәбенә отолғас, турнир таблицаһындағы хәле бөтөнләй мөшкөлләнде. Хәҙер улар, 64 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында, юғары етенсе урынды биләй. Уларға ла өфөләрҙе ҡыуып етергә күп ҡалманы, ни бары дүрт мәрәй. Тағы килеп юлаевсыларҙы алда бик ауыр осрашыуҙар көтә. Улар ситтә «Металлург» (Мг.) (17 ғинуар), «Трактор» (19 ғинуар) һәм «Автомобилист» (21 ғинуар) командалары менән уйнаясаҡ. Тәүге икәүһе лидер булһа, Новосибирск командаһы ла, плей-оффтан алыҫ булһа ла, үҙен күрһәтергә мөмкин. Ә бит беҙҙекеләргә мәрәй кәрәк. Һуңынан Өфөлә юлаевсылар кеүек мәрәйгә сарсаған «Себер» һәм «Барыҫ» хоккейсылары менән осрашырға тура киләсәк. Ғөмүмән, элек лидерлыҡ өсөн көрәшһәк, хәҙер плей-офф зонаһына эләгеп ҡалыу төп маҡсат булып тора. Кем уйлаған?..
Әлбиттә, юлаевсыларға ышанабыҙ, икенсе этапҡа сығыуын, моғайын, сығырбыҙ. Ә бына аҙаҡтан нимә булыр? Плей-оффта бит йә «Авангард», йә «Металлург» (Мг.), йә булмаһа, әлеге лә баяғы «Аҡ барс» уйынсылары булыуы мөмкин. Хәл иткес уйындарҙа команда икенсе буласаҡ, тип әйтеүен-әйтәләр ҙә ул, тик әлеге уйыны менән, ай-һай, алыҫ китә алмаҫтыр ул.
14 ғинуарға ҡарата КХЛ беренселегенең турнир таблицаһы
Көнсығыш конференцияһы
К. У. Е-ү Ов. Б. Ов. Б. Е-леү Ш. М.
е-ү е-ү е-леү е-леү
1. «Авангард» 43 23 6 2 2 2 8 125 – 95 89
2. «Металлург» (Мг.) 43 25 0 0 6 5 7 154 – 96 86
3. «Аҡ барс» 41 23 1 4 4 3 6 129 – 84 86
4. «Трактор» 43 21 0 3 6 2 11 124 – 101 77
5. «Барыҫ» 42 17 3 2 2 4 14 138 – 124 67
6. «Себер» 41 16 1 5 3 2 14 97 – 96 65
7. «Салауат Юлаев» 41 16 2 3 6 0 14 112 – 117 64
8. «Нефтехимик» 41 12 4 5 4 2 14 111 – 120 60
9. «Югра» 42 3 4 3 3 0 19 118 – 135 56
10. «Металлург» (Нк.) 41 1 3 1 3 2 21 110 – 137 46
11. «Амур» 42 10 1 3 1 0 27 96 – 131 39
12. «Автомобилист» 43 6 0 1 6 4 26 89 – 150 30
* Ов. е-ү, ов. е-леү (овертаймда еңеү, овертаймда еңелеү).
* Б. е-ү, б. е-леү (буллит серияһында еңеү, буллитта еңелеү).
Н. ТИМЕРОВ.