08.01.2013 АҠШ – чемпион! Рәсәй – өсөнсө
Әҙерләндек, көттөк һәм, үҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырып, үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса сираттағы донъя беренселеге үтеп тә китте. Донъяның иң көслө 10 командаһы Башҡортостандың боҙ майҙансығында сәкәләшеп, уның ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып, Яңы йылды ла беҙҙә ҡаршылап, үҙ яҡтарына таралышты. Тик Рәсәй йыйылма командаһы өсөн ул әллә ни уңышлы тамамланманы. Күпкә өмөт иттек. Команда ла етди һынауға әҙер һымаҡ тойолдо. Төркөм уйындарын икенсе урында тамамлағандан һуң, ярымфиналға сығыр өсөн Рәсәй уйынсылары әллә ни көслө булмаған Швейцария үҫмерҙәре менән осрашты. Төп һәм өҫтәмә ваҡытта еңеүсене асыҡлай алмағас, эш буллит серияһына барып етте. Бында бәхетле осраҡ ҡына хәл итте һәм ул Рәсәй хоккейсылары яғында булды. Финалға үтер өсөн улар тотороҡло Швеция командаһына ҡаршы сыҡты.
Тәүге осорҙо һанамағанда, ә унда Тре Кунур үҫмерҙәре беҙҙекеләрҙең ҡапҡаһына ике яуапһыҙ шайба индереп, алға сыҡты, Михаил Варнаковтың тәрбиәләнеүселәре ҡалған ике осорҙа кемдең кемлеген күрһәтеп, ҡунаҡтарға үҙ уйынын бәйләне. Һөжүм артынан һөжүм ойоштороп, беҙҙекеләр иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Өҫтәмә ваҡытта был юлы ла еңеүсе асыҡланмағас, эш йәнә буллит серияһына барып етте. Һәм нишләйһең, бәхеттең дә төрлө мәле була һәм ул был юлы шведтарға йылмайҙы. Рәсәй командаһы өсөнсө урын өсөн элекке аяуһыҙ дәғүәсеһе – Канада үҫмерҙәре менән көрәшергә сыкты. Эйе, көрәшергә. Сөнки икеһе өсөн дә ошо бәйге үлемгә тиң ине. Канада ла бит Өфөгә алтын миҙалдар яулар өсөн килгәйне. Улар ярымфиналда АҡШ уйынсыларынан 5:1 иҫәбенә еңелеп, ошо көнгә ҡалды. Дөрөҫөрәге, Рәсәй менән Канада араһындағы бәйге үҙенсә финалға торошло ине. Нисек кенә тимә, Рәсәй үҫмерҙәренә лә миллионлаған көйәрмәне алдында үҙҙәрен һуңғы тапҡыр күрһәтергә кәрәк булды. Һәм башланды ла инде сәкәләшеү. Беҙҙең хоккейсылар бер-бер артлы ике тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, хоккей һөйөүселәр күңелендә өмөт уятты. «Саған япраҡтары» ла бирешергә теләмәне һәм һөҙөмтәлә осрашыу 5:5 иҫәбенә тамамланды. Өҫтәмә ваҡыт башланыуға ике минут та үтеп өлгөрмәне, Рәсәй командаһының иң йәш һөжүмсеһе Ничушкин уйынды үҙ иңенә алып, командаһына бронза миҙал килтерҙе. Әлбиттә, был да уңыш. Әммә, ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, Рәсәй хоккейсылары ошо чемпионатҡа әҙерлекһеҙ сыға. Күп яҡлап эш эшләнмәй, тренерҙың да хаталары күренә. Составтың ҡайһы бер үҫеп килгән «йондоҙҙар»ы «яна», имеш… Ғөмүмән, һуңғы өс йылда Рәсәй үҫмерҙәре миҙалдың өс төрөн дә яулап өлгөрҙө. Ә Канада хоккейсылары 1999 йылдан бирле тәүгә миҙалһыҙ ҡалды. Ә инде финалға килгәндә, унда АҡШ менән Швеция үҫмерҙәре үҙ-ара сәкәләште. Улар быға икеһе лә лайыҡ була. Сөнки командалар үҙ өҫтөндә күп эшләп, беренселектә уңышлы сығыш яһаны. Бигерәк тә Америка уйынсылары матур уйыны менән беренселеккә йәм өҫтәне һәм финалда ла улар, Швеция командаһын 3:1 иҫәбенә еңеп, лайыҡлы рәүештә чемпион исемен яуланы.
Әйткәндәй, 4 ғинуарҙа Конгресс-холда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәрелеүгә бәйле тантаналы ҡабул итеү үткәрҙе. Унда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель, Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, чемпионатта ҡатнашыусы илдәрҙең милли хоккей федерациялары етәкселәре, командаларҙың тренерҙары һәм вәкилдәре, шулай уҡ башҡа рәсми кешеләр саҡырылды.
ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, республика етәксеһе Башҡортостан халҡының хоккейҙы яратыуы, киләсәктә беҙҙә ололар командалары араһында донъя чемпионатын үткәреү хыялының да булыуы хаҡында һөйләне.
Н. ТИМЕРОВ.