19.10.2010 Өфөлә шашка буйынса донъя беренселеге башланды
Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя беренселеге старт алды. Төп приз өсөн Рәсәй, Голландия, Украина һәм Латвиянан алты спортсы көрәшкә сыға.
Рәсәй намыҫын Башҡортостандың билдәле шашкасыһы, халыҡ-ара шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеһе Тамара Танһыҡҡужина менән яҡут ҡыҙы, донъя кубогын яулаусы 18 йәшлек Матрена Наговицына яҡлай. Шулай уҡ бәйгелә Голландия өсөн сығыш яһаған, СССР заманында ике тапҡыр чемпион булған, күп тапҡыр донъя беренселеге призеры, ветеран Нина Хукман-Янковская ла ҡатнашасаҡ. Ғөмүмән, һәр дәғүәсе чемпион исеменә лайыҡ. Шуға күрә бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы.
Аҡсалата бүләктәр ҙә ҡәҙимге. Дөйөм фонд – 1 млн 50 мең һум. Еңеүсе 300 мең һумға байыясаҡ. ҡалған сумма, спортсыларҙың һөҙөмтәһенә ҡарап, һәр береһенә бүленәсәк.
Әле үк тәүге һөҙөмтәләр билдәле. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге турҙа яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина, Нина Хукмандан еңелергә мәжбүр булды. ҡалған осрашыуҙар тигеҙ иҫәпкә тамамланды. Шулай итеп, әлегә Голландия спортсыһы – лидер.