27.11.2012 Батырҙар сыҡты келәмгә
Салауат ҡалаһының “Олимпсы” спорт-һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге һәм республика чемпионаты үтте. Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостандың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы ойошторҙо. Ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ярышҡа үҙҙәренең көсөн һынап ҡарау өсөн республикабыҙҙың 162 спортсыһы килде.
Турнирҙы асыу тантанаһында Бөтә Рәсәй көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһының башҡарма директоры, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы Гөлнур ҡолһарина, Башҡортостан Республикаһының Көрәш федерацияһы директоры Юнир Ильясов, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина ҡатнашты. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы алты районға спорт формалары бүләк итте.
– Салауат ҡалаһында милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге һәм республика чемпионаты үткәрелеүе оло баһаға лайыҡ, – тине, сараны асыу тантанаһында сығыш яһап, ярыштарҙың баш судьяһы Роберт Исмәғилев. – Мин быны Салауатҡа батыр рухы ҡайтыуға тиңләр инем. Туған халҡын азатлыҡ хаҡына яуға күтәреүсе, тыуған төйәгенең ҡабатланмаҫ гүзәллеген, башҡорттоң рухи матурлығын үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәрендә сағылдырған Салауат образының бөгөн келәмгә сығырға йыйынған көрәшселәребеҙҙе еңеүгә әйҙәүсе көс булырына ышанам.
Егеттәр таҫтамалды бер-береһенең биленә һалды. Унан арбитр уларҙың тейешле формала булыуын тикшерҙе. Бөтәһе лә һәйбәт. Башланды! Барыһы ла тын да алмай йәш батырҙарҙың алышын күҙәтә. Һәр кем үҙенекен еңеүсе итеп күргеһе килә. Егеттәр икеһе лә оҫта ғына тойола. Береһе лә бирешергә теләмәй. Бына Айнур ярышташын келәмгә атып бәрмәһенме!
– Мин Федоровка районының Батыр ауылынан. Беҙҙең районыбыҙ данлы батырҙары, баһадирҙар менән дан тота. Әлеге көндә Мәләүез ҡалаһының 42-се лицейында белем алам. Тренерым Рәдиф Аҡсурин был спорт төрөндә еңеүҙәргә өлгәшеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Яңыраҡ Санкт-Петербургта үткән ярышта 1-се урынға сыҡтым. Бынан башҡа ла призлы урындарҙы алғаным булды. Баскетбол, йүгереү, грек-рим көрәше менән дә шөғөлләнәм, – ти Айнур Әхмәров.
Илнар Лоҡманов Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Ул, күп кенә турнирҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулаған егет.
– Беҙҙең Ауырғазы районында көрәш әүҙем үҫеш алған. Шуға ла мин мәктәптә уҡығанда уҡ был спорт төрөн үҙ иттем. Сөнки ысын ир-егеттәр өсөн көрәш бик кәрәк. Киләсәктә ҡулыма диплом алып, әрме сафында хеҙмәт итеп, эшкә урынлашырға ине. Ә спорт миңә һәр саҡ юлдаш буласағына ышанам, − ти Илнар.
Өс көн буйы барған ярышта төрлө ауырлыҡ категорияларында 1-се урынға Илфат Ибәтуллин, Булат Бүләков, Рушан Ильясов, Альберт Рәхмәтуллин, Наил Мөхәмәтйәнов, Рөстәм Исламов, Илнур Ғәлишин, Айнур Йосопов, Рөстәм Зыяҡаев, Артур Нурмөхәмәтов, Айнур Абдрахманов, Илдар Баһауетдинов, Вилдан Рауилов, Артур Зөлҡәрнәев, Дим Хәйруллин, Айнур Ишмөхәмәтов, Дмитрий Поваренскин сыҡты.
Республикабыҙҙың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы вице-президенты Вәкил Ильясов әйтеүенсә, көрәш һәм башҡа спорт секциялары һәр мәктәптә, уҡыу йортонда эшләргә тейеш. Бигерәк тә бөгөн, наркомания, эскелек сәскә атҡан ваҡытта. Спорт менән шөғөлләнеүселәр бер ҡасан да бындай аҙымға бармаясаҡ. Бөтә нәмәгә нигеҙ бала саҡтан һалына. Милли көрәштең офоҡтарын киңәйтеү, танылған спортсыларға алмаш тәрбиәләү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Әлеге ярышта ҡатнашыусылар, һис шикһеҙ, илебеҙ данын яҡлаясаҡ.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы.
Автор фотоһы.