26.10.2012 Олимпия уйындары уты Өфө аша үтәсәк
2013 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр 2014 йылда Сочи ҡалаһында уҙасаҡ XXII ҡышҡы Олимпия уйындарының милли Олимпия уты эстафетаһын ҡабул итәсәк. Ошо ваҡиғаға ҡарата «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үтте. Унда БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.
Олимпия уты 2013 йылда Рәсәйҙең 83 төбәгендә, ә Өфөлә декабрь айында (көндәре әлегә билдәһеҙ) ике көн буласаҡ.
– Был ваҡыт эсендә Башҡортостандың башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәргә үҙе, мәҙәни йолалары, билдәле шәхестәре хаҡында һөйләү мөмкинлеге биреләсәк. Эстафетала 14 йәштән кесе булмаған һәр теләүсе ҡатнаша ала, һайлап алыу критерийҙары әлегә сер итеп һаҡлана. Һәр кемдең ошо рәүешле Сочиҙағы Олимпия уйындарына ҡағылышлы булыу мөмкинлеге бар.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында эстафетаны ҡабул итеү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлә. Олимпия уты эстафетаһы һәм Олимпия хәрәкәте тарихы буйынса төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған. Эстафетаға 400 самаһы факел йөрөтөүсене йәлеп итеү планлаштырыла, улар араһында – күренекле сәйәсәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, 500 – 600 волонтер.
Был үҙенсәлекле эстафетаны уҙғарыу һәм унда ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте ҡабул итә.
Эстафета маршруты тотош Рәсәй буйлап үтәсәк, халыҡтың 90 проценты эстафета уҙған ерҙәргә барып, сараны күҙәтә ала. Ул 123 көн буйы барасаҡ – ҡышҡы Олимпия уйындары тарихында факел иң оҙон юл буйлап 65 мең километр үтәсәк. Барлығы 14 мең факел йөрөтөүсе, ойоштороуға 30 меңдән ашыу волонтер йәлеп итеү күҙаллана.
Л. ТАШБУЛАТОВА.