09.10.2010 12 мөмкинлектән – һигеҙ мәрәй
«Салауат Юлаев» командаһы ситтәге һуңғы дүртенсе осрашыуын үҙ дивизионындағы көслө «Авангард» хоккейсылары менән уҙғарҙы. Омск уйынсылары быға тиклем 10 уйында 19 мәрәй яулап, һигеҙ көслө команда иҫәбендә килә ине. Өфөләр ҙә шул иҫәптә һаналды. Шуға ла был осрашыу ике яҡтың да бөгөнгө хәл-торошон иҫбатланы. Уйын әллә ни көсөргәнешле үтмәһә лә, һәр яҡтың хаталаныуына тиклем барҙы. ҡунаҡтар төп ваҡыт аҙағында хужаларға өмөт бирҙе. Әммә улар бынан файҙалана алманы. Был бәйгелә юлаевсыларҙың һөжүмсеһе Игорь Григоренко өс гол индереп, хит-трек эшләне. Ә бына Андрей Кутейкиндың үҙ зонаһынан сойорғотҡан шайбаһы көтмәгәндә «Авангард»тың ҡапҡаһына барып ояланы. Шулай итеп, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, ситтәге 12 мөмкинлектән һигеҙ мәрәй яулап, бары 23 мәрәй менән турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысына үрләне.
ҡалған командалар ошондай иҫәпкә таралышты: «Динамо» (Мәскәү) – «Спартак» – 5:1, «Витязь» – СКА – 3:4 (буллит), «Югра» – «Металлург» (Мг.) – 2:3 (буллит), «Северсталь» – «Атлант» – 3:2.
«Атлант» тигәндән, унда баш тренер Николай Борщевскийҙы отставкаға ебәрҙеләр. Был – КХЛ беренселеге башланғандан икенсе отставка. Саҡ ҡына алдараҡ «Амур» «баш»һыҙ ҡалғайны. Гәзитебеҙ сығып барғанда, тағы бер отставка билдәле булды. «Трактор» клубы етәкселеге лә команданың сығышына түбән баһа биреп, тренерын эшенән бушатты. һәм шул арала баш итеп билдәле белгесте Валерий Белоусовты тәғәйенләне.
Иртәгә өфөләр үҙ майҙанында «Югра» хоккейсыларын ҡабул итә. Ғөмүмән, юлаевсылар ошо арала өс уйынды ла үҙ боҙонда уҙғарасаҡ.
8 октябргә ҡарата турнир таблицаһы
У. М.
1. «Металлург (Мг.) 12 28
2. «Динамо» (Мәскәү) 11 25
3. «Салауат Юлаев» 11 23
4. «Северсталь» 11 21
5. «Себер» 12 22
6. «Торпедо» 10 21
7. СКА 12 20
8. «Барыҫ» 11 19
9. «Авангард» 11 19
10. «Аҡ барс» 10 18
11. «Нефтехимик» 10 17
12. «Локомотив» 9 17
13. «Динамо» (Минск) 12 17
14. «Югра» 10 16
15. «Динамо» (Рига) 12 16
16. ЦСКА 11 14
17. «Спартак» 12 11
18. ««Автомобилист» 10 11
17. «Атлант» 10 11
20 «Амур» 12 9
21. «Трактор» 10 8
22. «Металлург» (Нк.) 11 8
23. «Витязь» 12 7
Н. ТИМЕРОВ.