08.06.2012 Йырсыларға машина булһа, бәһлеүәндәргә – арғымаҡ!
Уҙған аҙна Сибай халҡы өсөн мәҙәни саралар менән генә түгел, спорт ярыштары менән дә иҫтә ҡалырлыҡ булды: 1 − 2 июндә «Ирәндек батыры» исемле I республика спорт фестивале уҙҙы.
Милли спортты үҫтереү, республиканың ҡала һәм райондары араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, көслө спортсыларҙы барлау һәм асыҡлау, үҫеп килгән йәштәрҙе милли рухта тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған был ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Бөрйән һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре көс һынашты. Пневматик винтовканан сәпкә атыу, 3 километрға йүгереү, милли көрәш кеүек ярыш төрҙәрендә пневматик винтовканан сәпкә атыуҙа 1-се урынды 16 – 18 йәшлектәрҙән Венер Нәбиев (Баймаҡ), 19 йәштән өлкәндәрҙән Айҙар Байсурин (Сибай) яуланы. Өс саҡрым араға йүгереүҙә – 16 – 18 йәшлектәрҙән Даян Ғүмәров (Баймаҡ районы), 19 йәштән өлкәндәрҙән Йәлил Сәйетов (Сибай), көрәштә 16 – 18 йәшлектәрҙән Вадим Төлкөбаев, 19 йәштән өлкәндәрҙән Айгиз Зәйнетдинов (Стәрлетамаҡ) беренсе урын алды.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса призлы урындар ошолай билдәләнде: 3-сө урын – 16 − 18 йәшлектәрҙән Вадим Төлкөбаев (Өфө) һәм 19 йәштән өлкәндәрҙән Айгиз Зәйнетдиновҡа (Стәрлетамаҡ), 2-се урын 16 – 18 йәшлектәрҙән Илнур Иҫәнбаев (Йылайыр районы, Сибай өсөн сығыш яһаны) һәм19 йәштән өлкәндәрҙән Дмитрий Ивановҡа бирелде (Стәрлетамаҡ). 1-се урын яулаған ике егеткә бүләккә берәр ат эләкте! 16 − 18 йәшлектәрҙән Даян Ғүмәров (Баймаҡ районы, Икенсе Этҡол ауылы), 19 йәштән өлкәндәрҙән Айҙар Байсурин (Сибай) хәҙер һыбай йөрөүҙә оҫталығын тағы ла арттырыр, моғайын.
И. ҡансурин.