05.06.2012 Башҡорт егете үҙенең тыуған көнөнә бүләк эшләне
Бокссы Денис Шафиҡовтың еңеүенә барыбыҙ ҙа ышанғайныҡ
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 31 майҙа “Сыңғыҙхан” ҡушаматлы билдәле бокссы, милләттәшебеҙ Денис Шафиҡов Италия бокссыһы, сығышы менән Кубанан булған Брунет Замора менән көс һынашты. Һынашты тигәс тә, улай уҡ ябай түгел ине майҙандағы “һуғыш” хаҡы, ә алышсылар еңелсә ауырлыҡта EBU версияһы буйынса Европа чемпионы исеменә дәғүә итте.
Тәүҙә “Өфө-Арена”ла көйәрмәндәр бүтән бокссыларҙың сығышын ҡараны. Әммә күңел рингыға тиҙерәк “Сыңғыҙхан”дың сығыуын көттө. Һәм бына ул – үҙебеҙҙеке, бөркөт ҡарашлы, ғорур ҡиәфәтле, ҡамсат бүрек һәм елән кейгән Денис Шафиҡов!
Халыҡ гүйә урынынан ҡупты. Әлбиттә, Денистың дәғүәсеһе лә төшөп ҡалғандарҙан түгел – Замора ла бит тап беҙҙеке кеүек еңелеү белмәҫ бокссы. Етмәһә, улар 2010 йылда осрашҡайны ла – алыштары “ничья” менән тамамланғайны.
Ике супер-оҫта бер-береһенә яндырып ҡарап, шул уҡ ваҡытта агрессивлыҡ белдермәй генә алышты башланы. Денис тәүҙә үк сит ил ҡунағының көсһөҙ яҡтарын белеп ҡалды һәм эҙмә-эҙлекле генә итеп йоҙроҡтарын эшкә ҡушты.
Һо-о, беҙҙекеләрҙән былай ғына ҡотолоп буламы?! “Сыңғыҙхан” арыу ғына бәргесләне тегене. Үҙенән буйға ҡайтышыраҡ дәғүәсеһенең таһыллығын белгән Брунет
Замора ла бирешергә теләмәй, бер нисә тапҡыр уға елле генә эләктерҙе. Бокстың ғәләмәт мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта ярайһы ғына ауыр көрәш төрө булыуын иҫәпкә алғанда, көйәрмәндәрҙең көсөргәнешле ултырыуын аңларға була. Ә беҙҙекеләр “ауырый” белә. Был юлы ла, энә өҫтөндә ултырғандай, Денисты берсә дәртләндереп, берсә “дауайлап”, ихлас күңелдән көйҙөләр.
Һуң, Башҡортостан ерендә, бихисап яҡташы, милләттәше, спорт һөйөүсе, ғөмүмән, үҙен яҡларға, хупларға килгән шул сама халыҡтың өмөтөн нисек аҡламаһын ти инде Денис! Алыш аҙағына етәрәк ике бокссы ла арыны, әммә беҙҙеке үҙенең ысынлап та оҫта һөнәрмән икәнен раҫланы.
“Дө-өмп!” – һәм Денистың тос йоҙроҡтарынан Замора еңелде! Еңеүҙе Шафиҡов 12 раундта яуланы.
Тамашасылар дәррәү урынынан торҙо. Афарин, Денис! Был еңеүҙе беҙ көттөк һәм ышанысыбыҙ бер генә секундҡа ла юғалманы. Шулай итеп, Европа чемпионы исемен башҡорт егете яуланы. Әйткәндәй, 3 июндә уға 27 йәш тулды. ҡамсат бүрекле, башҡорт еләнен иңдәренә һалған “Сыңғыҙхан” киләсәктә күп рингыны яулар әле. Уңыштар юлдаш булһын уға.
Айсын АҡБУЛАТОВА.