01.06.2012 Европа чемпионы бишбармаҡ һәм Роберт Юлдашевтың ҡурай моңдарын ярата
[/b]Денис Шафиҡов рухи көстө ауылдан ала
Кисә профессиональ бокссы, Силәбе башҡорто Денис Шафиҡов, титулын яҡлап, Италия спортсыһы Брунет Замора менән алышҡа сыҡты. Гәзит кесе йома көндөҙ үк типографияға баҫмаға ебәрелгәнгә күрә беҙ алыштың нисек тамамланырын белмәнек. Шулай ҙа милләттәшебеҙ Европаның ЕВU версияһы буйынса чемпион титулын яҡлаясаҡ, үҙен меңәрләгән көйәрмән алдында нокаутҡа ебәрергә хыялланған Замораны еңәсәк, тип ышанабыҙ. Һуғыш алдынан бокссы беҙҙең менән интервьюға теләп ризалашты.
Денисты киң яурынлы, уҫал йөҙлө бәһлеүән тип күҙ алдына килтергәйнем. Ыҡсым ғына кәүҙәле, тышҡы ҡиәфәте бүтәндәрҙекенән һис айырылмаған егетте күреп, албырғап ҡалдым. Чемпион аҙ һүҙле, һорауҙарға күберәк тыйнаҡ йылмайыу менән яуап биргән баҫалҡы холоҡло булып сыҡты.
– Денис, яуаплы һуғыш алдынан беҙгә ваҡыт бүлә алғаның өсөн рәхмәт! Һин һәр саҡ рингыға башҡорт милли кейемендә сығаһың. Һәм бының менән сит илдәрҙә милләтеңдең данын күтәрәһең. Ә милли кейем кемдең идеяһы булды?
– Һәр бокссының үҙенең образы бар. Тәү тапҡыр финдар менән контракт төҙөгәс, улар миңә үҙ имиджымды булдырырға тәҡдим итте. Хәҙер инде ҡамсат бүрек һәм елән минең визит карточкама әйләнде.
– Ошо уҡ финдар һиңә Сыңғыҙхан ҡушаматын таҡты. Был тарихи шәхес менән үҙеңде сағыштыраһыңмы?
– Сыңғыҙхан ул – яулап алыусы, буйһондороусы. Рингыла яңынан-яңы билбауҙар яулайым, шуға күрә һуғыш донъяһында был исем миңә тап килә, тип уйлайым. Ә ысын тормошта, киреһенсә, йомшаҡ, йыуаш кешемен. Хатта себенде лә йәберһетмәйем (көлә).
– Шафиҡовтар нәҫелендә, бәлки, батырҙар, данлыҡлы көрәшселәр булғандыр? ҡайҙан килә ул һиндәге көслө һуғышсан рух?
– Сыңғыҙхандан! (Көлә). Мин бәләкәйҙән етеҙ, хәрәкәтсән бала булдым. Көрәшкә килгәс, үҙемә чемпион булырға тигән бурыс ҡуйҙым, маҡсатыма табан ҡыйыу юл ярыу күп еңеүгә килтерҙе.
– Иртәнән алып төнгә тиклем бокс менән шөғөлләнеүгә, бәлки, берәй сәбәп булғандыр?
– Тәүҙә һәүәҫкәр спортта күнекмәләр, яратҡан шөғөл, хобби кеүек, миңә ҡыуаныс килтерә ине. Хәҙер инде, профессионал булараҡ, боксты төп хеҙмәтем тип ҡарайым.
– Һин, ғәҙәттә, йылына биш һуғыш уҙғараһың. Был бик ауыр түгелме?
– Һис тә ауырлығын күрмәйем. ҡайһы бер спортсыларға рингынан һуң ял итеү, көс йыйыу һәм яңы һуғышҡа әҙерләнеү өсөн күп кенә ваҡыт талап ителә. Мин һәр һуғыштан һуң кәләшемдең тыуған яғына – Арғаяш районының Байғаҙы ауылына ял итергә ҡайтам. Ауыл һауаһы мине тиҙ тергеҙә, ипкә килтерә.
– Европаны яулап алдың, артабан ниндәй ҡитғаны күҙ уңында тотаһың?
– Әлбиттә, Американы яулау ине иҫәп. Иң көслө бокссылар шунда, еңел булмаясаҡ, тик бирешергә уйламайым.
– Һин хәҙер билдәле тренер Александр Зиминдың тәрбиәләнеүсеһе. Улай булғас, Николай Валуев та һинең көйөрмәнең, ахырыһы? (Валуев – Зиминдың элекке тәрбиәләнеүсеһе – авт.)
– Белмәйем шул (көлә). Коля менән Өфөгә китер алдынан күрештек. Ул миңә Замораға ҡаршы һуғышта уңыштар теләп ҡалды.
– Денис Шафиҡов, Хәбир Сөләймәнов, Эльбрус Ниғмәтуллин – башҡорт халҡының ғорурлығы, батыр улдары. Бер-берегеҙ менән аралашаһығыҙмы?
– Шылтыратып һөйләшәбеҙ, тик күрешеү мөмкинлеге һирәк тейә. Хәбир – Америкала, Эльбрус менән Силәбе яҡтарына ҡайтҡанда осрашып ҡалырға тырышабыҙ.
– Тормошта девизың ниндәй?
– Түҙемлек һәм хеҙмәт хөрмәткә килтерә.
– Яратҡан милли аш-һыуың бармы?
– Әлбиттә, бишбармаҡ.
– Әгәр ҙә боксер булмаһаң, ниндәй һөнәрҙе һайлар инең?
– Мин өс һөнәргә эйә – ташсы, моторсы һәм иретеп йәбештереүсе.
– Шафиҡовтар ғаиләһенең яратҡан байрамдары бармы?
– Бар, әлбиттә. Күмәкләшеп һабантуйға барырға, унда төрлө бәйгеләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашырға яратабыҙ. Үкенескә күрә, миңә өйҙә, ғаиләм янында һирәк булырға тура килә. Ошо алышҡа әҙерләнеү өсөн ике ай элек Санкт-Петербург ҡалаһына киттем. ҡәҙерле кешеләрем мине алыҫтарҙан өҙөлөп көтөп ала һәм ҡайтыуымды оло байрам кеүек ҡабул итә.
– Һинең ҡыҙың һәм малайың үҫеп килә. Улың ҙурайғас атаһы юлынан китергә теләк белдерһә, риза булырһыңмы?
– Быға ҡыуанасаҡмын. Әленән үк улымды йыш ҡына үҙем менән күнекмәләргә йөрөтәм, өйҙә, бокс бирсәткәләре кейеп, үҙ-ара “алышабыҙ”.
– Европа чемпионы ниндәй музыкаға өҫтөнлөк бирә?
– Роберт Юлдашевтың ҡурай моңдарын тыңларға яратам. Бигерәк тә иртәнге йүгереү мәлендә плеер аша был көйҙәрҙе тыңлау миңә ҙур кинәнес, көс бирә.
– “Йәшлек” республика йәштәре гәзитенең бүләктәрен – логотиплы футболка һәм бокалды ҡабул ит. Беҙ һиңә ышанабыҙ!
– Ҙур рәхмәт! Мин һынатмам!
[b]Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.