22.05.2012 “САЛАУАТ”ТАР ТУП ҺУҒЫРҒА ЛА ОҪТА
Кесе йомала Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында Көньяҡ төбәк журналистары волейбол буйынса көс һынашты
Чемпионат хужалары – күгәрсендәр сараға бик етди әҙерләнгән. Улар ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, милли эсемлегебеҙ ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Урындағы мәктәп уҡыусыларының йырҙары ла бәйгегә байрам кәйефе өҫтәне.
Сараны асып, Күгәрсен районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Наилә Юнысова ярышта ҡатнашыусыларҙы ихлас күңелдән тәбрикләне.
– Журналистар гәзит уҡыусыларын сәләмәт тормошҡа яҙған мәҡәләләре аша ғына саҡырып ҡалмай, ә үҙҙәренең шәхси өлгөһөндә әйҙәй. Шуныһы бигерәк тә һөйөнөслө, – тине Наилә Шәриф ҡыҙы.
Бәйгелә ҡатнашыусылар алдында шулай уҡ Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков сығыш яһаны.
– Июнь урталарында Архангел районының йәмле бер төбәгендә республикабыҙ журналистарының һабантуйы үтәсәк. Бөгөнгө ярышта еңгән команда ана шул байрамда буласаҡ волейбол ярыштарында Көньяҡ төбәк журналистарының намыҫын яҡлаясаҡ, – тине Артур Хәсән улы.
Чемпионатта Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарынан, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан килгән командалар алышты. Ошолай тип әйтеү урынлы ла булыр, сөнки ярыштар тәүге минуттан уҡ ҡыҙыу төҫ алды. Финалда Көйөргәҙе районының һәм Күмертау ҡалаһының берләшкән командаһына ҡаршы Салауат ҡалаһының “Салауат” гәзите редакцияһы журналистары сыҡты. Командаларҙың береһе лә ал бирергә теләмәне, майҙанда берсә күмертауҙар менән көйөргәҙеләр өҫтөнлөк итте, берсә салауаттар юғары үрмәләне. Шулай тартҡылаша торғас, иң ҡыҙыу мәлдә салауаттарҙың бер уйынсыһы, ҡулын ҡаймыҡтырып, яу яланын ҡалдырырға мәжбүр булды. Был уларға тағы ла нығыраҡ сәм өҫтәне шикелле. Бишәү генә ҡалһалар ҙа, милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән гәзит журналистары бирешмәне. Улар типһә – тимер өҙөрлөк алты ир-уҙамандан торған Күмертау һәм Көйөргәҙе командаһын баш эйергә мәжбүр итте.
Өсөнсө урынды, Стәрлетамаҡтың “Ашҡаҙар” гәзите журналистарынан төҙөлгән команданы еңеп, майҙан хужалары – күгәрсендәр яуланы.
– ҡәләм оҫталары гәзит сығарыу менән генә шөғөлләнә икән, тип уйлағандар ныҡ хаталана, – тине, чемпионатты ябып, Көньяҡ төбәк журналистарының ижади берекмәһе рәйесе Сибәғәт Рахманғолов. – Беҙ, төрлө һөнәри бәйгеләрҙән тыш, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә лә ярыштар ойошторабыҙ. Быға ҡәҙәр Стәрлетамаҡ ҡалаһында боулинг буйынса беренселек үткәйне, хәҙер килеп волейболда көс һынаштыҡ. Спорт байрамы бик матур үтте. Был сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн Күгәрсен районы хакимиәтенә, “Хеҙмәткә дан” редакция-нәшриәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә бары тик йылы һүҙҙәр генә әйтке килә.
Тимер ҒӘЛИЕВ.
Миләүшә НУРЕТДИНОВА фотоһы.