15.05.2012 СЕРЛЕ ШАХМАТ ДОНЪЯҺЫНДА
Билдәле шахматсы Рәсүл Сөләймәнов иҫтәлегенә арналған турнирҙа Бөрйәндең иң көслө шахматсылары асыҡланды
Әбделмәмбәт ауылы Бөрйән районының төпкөлөндәрәк урынлашҡан. Мәғрур ҡарағайҙарға, һомғол ҡайындарға бай хозур тәбиғәтле төбәк талантлы, көслө рухлы кешеләре менән дан тота. Юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ауылдаштарыбыҙ байтаҡ: кемдер үҙ һуҡмағын филология өлкәһендә тапҡан, кемдер медицина тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән, кемдер ғүмерен балаларға һабаҡ биреүгә бағышлаған. Абруйлы яҡташтар исемлегендә Рәсүл Мәһәҙей улы Сөләймәновтың исеме ҙур урын биләй.
Рәсүл Мәһәҙей улы сығышы менән Яуымбай ауылынан. Ямаш башланғыс мәктәбендә, Ғәлиәкбәр, Иҫке Собханғол мәктәптәрендә, Стәрлетамаҡ педагогия институтында ғилем эстәй ул. Юғары белем алғас, Монасип, Байназар ауылдарында уҡыта. 1965 йылда яҙмыш елдәре уҙаманды Әбделмәмбәт ауылына илтә. Ул мәктәптә рус һәм немец телдәренән дәрестәр бирә.
Хеҙмәте уҡытыу тип нарыҡланһа ла, Рәсүл Мәһәҙей улының төп тәғәйенләнеше интеллектуаль спорт була – уҡытыусы үҙен оҫта шахматсы булараҡ таныта. Район кимәлендә генә таралмай даны, республика, Бөтә Союз ярыштарында ла призлы урындар яулай. Мәләүез, Өфө ҡалаларында, ҡурған өлкәһендә сығыш яһай, СССР республикалары, сит илдәр шахматсылары менән хат аша уйнай. Ташкент ҡалаһында үткән турнирҙа спорт мастерына кандидат дәрәжәһен үтәй. Шахматсы ҡулында һабаҡ алыусы уҡыусылары остаз хаҡында: “Теманы аңлатып бөтә лә, сикһеҙ уйҙар диңгеҙенә сумыр ине”, – ти.
Оҙаҡ йылдар Байназар мәктәбен етәкләүсе иптәше, шахматсы Роберт Баязитов та:
– Рәсүл Мәһәҙей улы менән Стәрлелә институтта уҡығанда уҡ танышҡайным. Ул – филология факультетында, мин физика-математика факультетында уҡыныҡ. Шунда уҡ Рәсүл үҙен көслө шахматсы итеп танытҡайны. Уның арҡаһында шахмат уйнарға өйрәнеп, әүҙемләшеп киттем. Район, төбәк, республика ярыштарына гел бергә бара торғайныҡ, – тип хәтерләй.
Үкенескә күрә, бөгөн Рәсүл Мәһәҙей улы яҡты донъяла юҡ инде, әммә уның рухы ауылдаштары, райондаштары күңелендә йәшәй. Р. Сөләймәнов иҫтәлегенә шахмат турнирҙарының ойошторолоуы быны асыҡ дәлилләй. Сираттағы турнир ҙа райондың иң көслө шахматсыларын йыйҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Әбделмәмбәт урта мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев, шахматсылар Мөхәррәм ҡасҡынбаев һәм Рәил Рахманғолов сығыш яһаны. Шахматсының тормош иптәше, Рәсүл Мәһәҙей улы менән 34 йыл бергә ғүмер юлын кисергән Сәлимә Сабирйән ҡыҙы:
– Ул бар яҡтан да һәләтле, белемле кеше булды. Спорттың күп төрө менән шөғөлләнде, ә иң яратҡаны шахмат ине. Район, республика, зона ярыштарында ҡатнашып, ярайһы ғына урындар алды. Күп тапҡыр район чемпионы исемен яуланы. Мулла – ҡатаһыҙ, кеше хатаһыҙ булмай, тигәндәй, һәр кемдең етешһеҙлеге була. Рәсүлдең дә, ыңғай яҡтары менән бер рәттән, етешһеҙ яҡтары ла бар ине. Был уның эшендә лә сағылыш тапты. Ул әсе телле, ҡыҙыу булды, ләкин ялағайланыуҙы, ярамһаҡланыуҙы, маҡтаныуҙы, маһайыуҙы яратманы. Шуғалыр ҙа эшләгән ваҡытында коллективта етешһеҙ яҡтары өҫтөнлөк алды. Кеше иҫән сағында һәр кешенең дә яҡшы сифаттары күҙгә салынмай, телгә алынмай ҡала. 2001 йылға тиклем уның да кем булыуы халыҡ араһында юғалып торҙо. Ул ваҡытта мәктәп директоры булып эшләгән Миңнур ҡасимова менән физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов ауыл, район күләмендә Рәсүлдең абруйын күтәреүҙә ҙур роль уйнаны, уның исемендәге шахмат ярыштары үткәрә башланылар, – тине.
Турнир быйыл етенсе тапҡыр ойошторолдо. 2001, 2002, 2004, 2006 йылдарҙа турнир чемпионы исемен Рәис Кәбиров, 2003 йылда – Рәил Рахманғолов, 2005 йылда Мөхәррәм ҡасҡынбаев яулай. Быйылғы турнирҙа иң кесе ҡатнашыусы Әбделмәмбәт мәктәбенең X синыф уҡыусыһы (уҡыусылар араһында район чемпионы, мәктәптә шахмат түңәрәген алып барыусы) Тимур Мәсәғүтов булһа, иң өлкән шахматсы – 82 йәшлек хаҡлы ялдағы мөғәллим Зәки Сөләймәнов. Көнө буйы барған сәмле турнир шахматсыларҙы сикһеҙ уйҙар даръяһында тирбәлтте, ҡабатланмаҫ сиселештәр эҙләүгә дусар итте. Һөҙөмтәлә беренсе урынды – Рәис Кәбиров, икенсене – Мөхәррәм ҡасҡынбаев, 3-сө урынды Рәис Ишбаев яуланы. Призерҙар аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.
Миләүшә МЫРҘАҒОЛОВА.
Бөрйән районы.