04.05.2012 Донъя батыры – Ҡыйғынан!
Артур Зөлҡәрнәев башҡорт егеттәренең данын бөтә донъяға танытты
ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы мәктәбендә 10-сы синыфта уҡыусы Артур Зөлҡәрнәев көрәш буйынса үҫмерҙәр араһында ойошторолған донъя чемпионатында беренсе урын яулап ҡайтты. Был ярыш Бразилияның Сан-Пауло ҡалаһында үтте. Донъяның төрлө илдәренән, дүрт ҡитғанан килгән йөҙҙән ашыу спортсы йыйылған ҙур майҙанға Рәсәйҙән өс спортсы барҙы. Артур – Бразилияға ебәрелгән Рәсәй командаһы составында беҙҙең республиканан берҙән-бер спортсы. Донъяла иң беренсе булыу өсөн көрәшеүгә путевканы үҫмер ошо йылдың март аҙағында Йошкар-Ола ҡалаһында еңеүе арҡаһында алған.
– Көрәш менән тәпәй баҫҡас та шөғөлләнә башланым, тип әйтеү һис хата булмаҫ. Мәктәптә өсөнсө синыфта уҡығанда көрәш түңәрәгенә яҙылдым һәм шул ваҡыттан алып спорттан айырылғаным юҡ. Үҙемдең ауырлыҡ буйынса күрше-тирә райондарҙа әллә ҡасан беренсе урындарҙы яулағайным инде. Ә бына Башҡортостан буйынса чемпион исемен 2009 йылда алдым.
Үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса бындай кимәлдәге ярыш донъяла беренсе тапҡыр ойошторола. Унда барып, республикабыҙға ғына түгел, илебеҙгә еңеү алып ҡайтыу иң тәүҙә сикһеҙ ҡыуандырҙы. Хәҙер шуны ла аңланым – был еңеү миңә ҙур яуаплылыҡ та һала. Артабан да бил бирмәү өсөн үҙ өҫтөңдә көн-төн эшләү талап ителә бит. Был уңышымды старт кеүек ҡабул итәм.
Егеттең әйтеүенсә, көрәштә ҡаҙағстан спортсыларын еңеү ауырғараҡ төшә. Был илдә лә көрәш популяр, үҫешкән, ҡаҙаҡтар ҙа тиҙ генә бил бирә торғандарҙан түгел. Шулай ҙа Башҡортостан егете милләтебеҙҙең данын бөтә донъяға күрһәтеүгә ирешкән – алтын миҙал тап Башҡортостан спортсыһында!
Артурҙың таһыллығы, оҫталығы атаһынан да килә. Донъя чемпионының тәүге һәм әлегә берҙән-бер тренеры – егеттең атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Башҡортостандың атҡаҙанған тренеры исемен йөрөткән Валерий ағай – беҙҙең республикаға әллә күпме көрәшсе әҙерләп биргән кеше. Улының донъя чемпионы исемен яулауы тренерға, атайға сикһеҙ ғорурлыҡ та, мәртәбә һәм яуаплылыҡ та өҫтәй. Артурҙың бер туған ағаһы Вадим да – көрәшсе, спорт мастерына кандидат. Әйткәндәй, гәзитебеҙ редакцияһына бер туған спортсылар икәүләшеп килеп инде. Береһе – Бразилиянан, еңеү менән, икенсеһе – әрменән ҡайтып килешләй. Ошондай егеттәр тәрбиәләгән ата-әсәгә “Афарин!” тип әйтергә генә ҡала.
Артур Зөлҡәрнәев сит илгә тәүге тапҡыр сыҡҡан. Әлбиттә, беҙ әллә ҡайҙа ятҡан Бразилиялағы тормош менән ҡыҙыҡһынмай ҡала алманыҡ.
– Бразилияла мине иң аптыратҡаны, һоҡландырғаны урамдарҙағы таҙалыҡ булды. Унда бер саң бөртөгөн дә күрмәҫһең. Халыҡ мыжғып тора, әммә бер кем дә урамға бер бөртөк тә сүп ташлап китмәй. Туристар ҙа күп. Әлбиттә, миңә океанда һыу инеү оҡшаны. Көрәш ярышын ойоштороусылар спортсылар өсөн экскурсиялар ҙа әҙерләгәйне. Унда урамдар тар һымаҡ. Шуны белдем әле – Башҡортостан ҡыҙҙары Бразилияныҡыларҙан күпкә матурыраҡ, мөләйемерәк. Сит илде күреп, һоҡланып, Башҡортостанды шул нисә көн эсендә генә һағынып ҡайттым.
Бына шулай, егет-ҡыҙҙар, спорт, фән менән дуҫ булғандарға донъя гиҙергә, ер шарының төрлө мөйөштәренә барып ҡайтырға юлдар асыҡ. Тырыштар, таланттар бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Артур Зөлҡәрнәев, киләсәккә ҙур пландар менән йәшәгән спортсы булараҡ, сәләмәт тормош алып барыу яҡлы. Уҡыу ҙа икенсе планға күсерелмәгән. Ағаһы Вадим әйтеүенсә, ваҡыты етеңкерәмәүе арҡаһында уҡыу яғы ауырға төшә башлаһа, Артур шундуҡ дәрестәренә ныҡлап тотона. Хәҙер үҫмер инглиз телен һәйбәтләп өйрәнмәксе. Алған курсын дауам итеп, донъя майҙандарында көс һынашырға ниәтләгән спортсыға был да кәрәк. Әле ҡыйғы егете йәй көнө Рязань ҡалаһында үтәсәк донъя чемпионатына әҙерләнә башланы. Уңыштар һиңә, Артур!
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.