05.10.2010 Көскә еңделәр
Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы туры үтте. «Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт сорашыуының икеһен уҙғарҙы ла инде. Тәүҙә улар ҡаҙандың элек-электән принципиаль дәғүәсе булып һаналған «Аҡ барс»ы уйынсылары менән уйнаны.
Белеүегеҙсә, осрашыу, һәр ваҡыттағыса, бик көсөргәнешле булды. Шулай ҙа уңыш майҙан хужаларына йылмайҙы. Улар өфөләрҙе 7:5 иҫәбенә отто. Икенсе уйында юлаевсыларға ҡаршы Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командаһы һынау тотто. Бында ла уйын ике команданың да еңеүгә тигән ынтылышы менән башланды. Өҫтәүенә, «Нефтехимик» һәр ваҡыт бар дәғүәселәргә лә бирешмәҫ клуб булып һанала. Был юлы ла улар, башта өҫтөнлөктө ҡунаҡтарға бирһә лә, тешен ҡайрап, иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, ә алға сығырға ла баҙнат итте. Ярай әле Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, үҙҙәрендә ихтыяр көсө табып, шунда уҡ иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. Ә инде һуңғы осорҙоң 16-сы минутында еңеү шайбаһын индереп, үҙ ҡумтаһына кәрәкле өс мәрәйҙе һалып ҡуйҙы. Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы, туғыҙ уйындан һуң 18 мәрәй туплап, дөйөм турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында урынлашты. Тәүге урында Магнитогорскиҙың «Металлург»ы килә. Уларҙың иҫәбендә – 23 мәрәй. Икенсе баҫҡыста килеүсе «Динамо» /Мәскәү/ уйынсылары ҡумтаһында – 19 мәрәй. «Северсталь» – өфөләр кеүек, 18 мәрәй менән өсөнсө урында. Турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөнә килгәндә, унда хәлдәр былай: «Витязь», ни бары өс мәрәй яулап, иң аҫта урынлашһа, «Металлург» /Нк./ 7 мәрәй менән аҫтан икенселә тора.
Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы сәфәрен Екатеринбургта дауам итә. Улар урындағы «Автомобилист» хоккейсыларын һынамаҡсы. «Автомобилист» иһә әлегә туғыҙ уйындан һуң 10 мәрәй менән 19-сы урында урынлашҡан. Ә инде һуңғы ситтәге дүртенсе осрашыуында өфөләр Омскиҙа «Авангард» менән сәкәләшәсәк.
«Салауат Юлаев» хоккейсыларының әлеге һөҙөмтәләренә күҙ һалғанда, гол+пас системаһы буйынса Александр Радулов өс гол индереп, 14 пас биргән. Якуб Клепиш – 6+6, Александр Свитов – 5+5. Һаҡсы Андрей Кутейкин, ҡайһы бер һөжүмселәрҙе үтеп, дүртенсе баҫҡыста урынлашҡан. Уның һөҙөмтәһе – 2+7. Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, билдәле Игорь Волков үҙ уйынын таба алмай ыҙалана. Уның иҫәбендә әлегә һаман нулдәр генә балҡый.
Н. ТИМЕРОВ.