13.03.2012 Атың ҡайҙа аҡһаны, «Салауат»?
«Аҡ барс» егеттәре еңеүҙе сәм менән яуланы
Көтөп алған яҙҙың матур байрамы күңелгә наҙ бирһә лә, шул көндәрҙә спорт өлкәһендә үткән ярыштар Башҡортостан һәм шулай уҡ Рәсәй көйәрмәндәре өсөн көйөнөслө булды. Тәүгеһе өсөн яратҡан «Салауат Юлаев» командаһының чемпион булараҡ тәүге стадияла уҡ плей-оффтан төшөп ҡалыуы булһа, Рәсәй биатлонсыларының донъя чемпионаты тарихында уңышһыҙ сығышы бар спорт һөйөүселәрҙе хафаға һалды.
«Салауат Юлаев» тигәндән, нишләйһең, еңелде инде. Тимәк, бөгөн «Аҡ барс» юлаевсыларҙан көслөрәк булып сыҡты. Бәхет тә күберәк уларға йылмайҙы. Был еңелеүҙе күп сәйнәүҙән хәҙер еңеллек алып булмаҫ, оноторға кәрәк. Башҡаларҙың уйыны менән булһа ла күңелде йыуатайыҡ. Әйтәйек, һуңғы сирекфинал өсөн Магнитогорскиҙың «Металлург»ы үҙендә етенсе хәл иткес бәйгелә «Барыҫ» хоккейсыларын ҡабул итте. Һәм батырлыҡ күрһәтеп, тәжрибәһе арҡаһында овертаймда еңеү яулап, Гагарин кубогына юлын дауам итте. Ә бит ҡаҙағстан командаһы серияла уларҙы 3:1 иҫәбенә еңеп килгәйне. Өс осрашыуҙа өс рәт отолоп, көйәрмәндәрен ҡыуандырырға насип булманы. Хәҙер сирекфиналда «Трактор» уйынсылары «Аҡ барс» менән уйнаһа, «Металлург» командаһы «Авангард» менән сәкәләшәсәк. Көнбайыш конференцияһында СКА «Атлант» хоккейсыларына ҡаршы һынау тотһа, «Динамо» (Мәскәү) клубы «Торпедо» менән ярымфиналға сығыу өсөн көрәшәсәк.
Ошо уҡ көндәрҙә Германияла биатлонсылар донъя беренселегендә көс һынашты. Үкенескә күрә, тәүге бәйгелә үк яулаған ике бронза миҙал Рәсәй командаһы өсөн һуңғыһы булды. Эстафетаға булған бар өмөт юҡҡа сыҡты. Ир-егеттәр командаһы ике этап буйына миҙалға өмөт иткән сүрәттә лә, өсөнсөһөндә уныһын да юҡҡа сығарҙы. Һөҙөмтәлә финишта алтынсы булдылар. ҡыҙҙарыбыҙ ҙа тырышып-тырмашып ҡараны, әммә әлеге лә баяғы ҡайһы бер спортсыларыбыҙ арҡаһында подиумға эләгә алманылар. Һөҙөмтә – етенсе урын. Был чемпионатта дебют яһаған яҡташыбыҙ Ольга Вилухина маҡтауға лайыҡ. Бер ул ғына, Шипулиндан тыш, Рәсәй командаһына бронза миҙал килтерҙе. Ғөмүмән, башҡа ярыштарҙа ла Межгорье ҡыҙы һынатмай, ун көслө спортсы исемлегенә инде. Шулай итеп, дөйөм һөҙөмтә буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ике бронза миҙалы менән командалар араһында етенсе урынды яуланы. Беренселә – Норвегия, улар иҫәбендә дүрт алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал. Франция спортсылары өс алтын, биш көмөш миҙал менән икенсе булһа, чемпионат хужалары – немецтар, ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал яулап, өсөнсө булды.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.