10.02.2012 Эмблемала – ҡурай менән айыу
VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманының иң яҡшы проектына конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия 28 ҡатнашыусының эшен ҡараған. Йәмғеһе 94 заявка ҡабул ителгән.
Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан, Өфө, Мәсетле, Бөрө, Күгәрсен райондарынан ебәрелгән эштәрҙән тыш, Владивостоктан, Ханты-Манси Автономиялы Округынан ҡабул ителгән материалдар ҙа бәйгелә ҡатнашҡан.
ҡыҙыу фекер алышыуҙан һуң, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Айрат Тереғолов менән «Симай» студияһы етәксеһе Рим Забаров еңеүселәр тип танылған. Улар уртаһында ҡурай сәскәһе төшөрөлгән йондоҙҙо – эмблема, һоро айыуҙы талисман итеп тәҡдим иткән. Еңеүселәрҙе грамота һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә. ҡалған ҡатнашыусылар Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Рәхмәт хаттарын аласаҡ. VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары эмблемаһы һәм талисманы баннерҙарҙы, сувенирҙарҙы һәм баҫма продукцияны биҙәйәсәк.