10.01.2012 Хуш бул, Канада, һаумы, Башҡортостан!
Канадала уҙған хоккей буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы үҫмерҙәре финалда Швециянан килгән тиңдәштәренә өҫтәмә ваҡытта 0:1 иҫәбенә отолоп, уҙған йылдағы уңышын ҡабатлай алманы. Ә бит ярымфиналда төп дәғүәсеһе − Канада командаһын көсөргәнешле уйында 6:5 иҫәбенә еңгәс, финалда шведтарға ҡаршы әллә ни ауырлыҡ кисермәҫ кеүек ине. Тик шулай ҙа быға тиклем булған төркөм уйынында Швеция үҫмерҙәре Рәсәй командаһына һабаҡ биргәйне. Улар 3:0 иҫәбенә отола килеп, иҫәпте генә тигеҙләп ҡалманы, ә өҫтәмә ваҡытта беҙҙекеләрҙән еңеүҙе тартып алды. Ғөмүмән, ошо беренселек Швеция өсөн һәр йәһәттән уңышлы булды. Улар шул уҡ ярымфиналда Финляндия командаһын буллит серияһында еңеп, финалға сыға. Һәм бына финалда ла уларға йәнә бәхет йылмайҙы. Әлбиттә, төп бәйгелә Швеция үҫмерҙәре Рәсәй тиңдәштәренән күпкә көслөрәк булып тойолдо. Уларҙың төп ваҡытта ла еңергә мөмкинлеге күберәк булды. Валерий Брагиндың тәрбиәләнеүселәре лә тырышманы түгел, тырышты, әммә байтаҡ көсөн улар Канада командаһын еңеүгә биреп, хәлһеҙләнгәйне. Төп ваҡыт тамамланыуға утыҙ секунд тирәһе ҡалғанда Никита Гусевтың гол индерергә ҙур мөмкинлеге бар ине, әммә ул быны файҙалана алманы.
Шулай итеп, Рәсәй хоккейсылары көмөш миҙал менән генә ҡәнәғәтләнһә, Швеция алтын алды, Канада егеттәре өсөнсө урынға сыҡты. Рәсәй командаһы составында Башҡортостан хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре – ҡапҡасы Андрей Василевский менән һаҡсы Илдар Иҫәнғолов ҡатнашты. Тәүгеһе бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Ул бар осрашыуҙарҙа ла ҡатнашып, финалда ғына физик яҡтан арыуы арҡаһында уйнаманы. Уны күп белгестәр, 17 генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы яҡтан билдәләне. Афарин!
Хуш бул, Канада, һаумы, Башҡортостан, тиергә генә ҡала. Сөнки киләһе беренселек Өфөлә уҙасаҡ.
Андрей ВАСИЛЕВСКИЙ:
− Әлбиттә, еңһәк, ҙур ҡыуаныс булыр ине. Иң мөһиме – Канада егеттәрен оттоҡ. Шведтарға хәлебеҙ генә етеңкерәмәне. Хәҙер миңә үҙ хаталарымды танып, уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләргә кәрәк. Төп командабыҙ – «Салауат Юлаев» өсөн сығыш яһағы килә. Ә инде һуңынан НХЛ-дың драфына эләгеп, унда көсөмдө һынарға теләйем. Сочиҙағы Олимпия уйындарына ла эләгергә хыялым бар ҙа ул, әммә әлеге конкуренция менән, ай-һай, килеп сыҡмаҫ шул. Иң мөһиме − уйнарға һәм юғары күрһәткескә өлгәшергә кәрәк. Ә аҙаҡ күҙ күрер…
Н. ТИМЕРОВ.