06.01.2012 Рәсәй – Канада – 6:5
Бына, исмаһам, уйын… Төп ваҡыт тамамланыуға ун минут ҡалғанда, дәғүәсеһен 6:1 иҫәбенә ота килеп, Рәсәй йыйылма командаһы йәштәре саҡ еңеүҙе ҡулынан ысҡындырманы.
Канадала хоккей буйынса донъя беренселегендә Рәсәй үҫмерҙәре финалға сығыр өсөн чемпионат хужалары менән сәкәләште. Эйе, сәкәләште… Сөнки элек-электән дәғүәселәр араһында осрашыу беренселектең һәр ваҡыт сағыу өлөшө булып һаналды. Икенсенән, уҙған чемпионатта, Канада хоккейсылары финалда Рәсәй үҫмерҙәрен 3:0 иҫәбенә еңеп килгәндә, һуңғы осорҙа үҙ ҡапҡаһына биш яуапһыҙ шайба үткәртеп, көмөш миҙал менән генә ҡәнәғәтләнә. Был юлы ла шул уҡ хәл ҡабатлана яҙҙы. Тик баҫтырыусылар ролен беренселек хужалары үтәне. Төп ваҡыт тамамланыуға ун минут ҡалғанда инде еңеү ҡулда һымаҡ тойола. Тик, Канада уйынсылары бер-бер артлы өс тапҡыр уңышҡа өлгәшкәс, боҙ аренаһында мәхшәр башлана. 20 меңгә яҡын көйәрмән үҙ хоккейсыларын алға ҡыуалай башлай. Хужалар һөжүм артынан һөжүм ойоштора. Йәнә гол индерә. Шулай итеп, көсөргәнешле бәйгелә Рәсәй командаһы Канаданы 6:5 иҫәбенә отоп, финалға сыға. Төп приз өсөн улар Швеция хоккейсылары менән уйнаясаҡ. Шведтар иһә финалға Финляндияны буллит серияһында 3:2 иҫәбенә отоп сыҡты.
Н. ТИМЕРОВ.