RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бил бирмәне батырҙар

17.12.2011 Бил бирмәне батырҙар

Өфөлә үткән милли көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә беҙҙең көрәшселәр лайыҡлы еңде
Бил бирмәне  батырҙар
Көрәш – борондан йәшәп килгән алыш төрө. Иң көслө, йылғыр һәм үҙ көсөнә ышаныусан ике батырҙың бил һынашыуын ҡарарға оло майҙанға күмәк халыҡ йыйылыр булған. Әгәр тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорттар ғына түгел, татар, ҡаҙаҡ, сыуаш, үҙбәк һәм башҡа милләт халыҡтары ла был спорт төрөн үҙ иткән. Ваҡыт үтеү менән бәйгенең абруйы һис кенә лә кәмемәй. Тормош көндән-көн нисек кенә алға бармаһын, ниндәй генә яңы уйындар һәм ярыштар барлыҡҡа килмәһен, барыбер ата-бабаларҙан ҡалған милли көрәш йәшәп килә, үҫешә һәм яңы үрҙәр яулай.
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында милли көрәш буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Унда 28 төбәктән 196 спортсы ҡатнашты. Башҡортостандың данын 17 кеше яҡланы. Улар араһында ноябрҙә Салауат ҡалаһында уҙған республика беренселегендә еңеү яулаусы 16 йәштән 19 йәшкә тиклемге һигеҙ үҫмер һәм 19 йәштән оло туғыҙ көрәшсе бар ине.
Сара төрлө өлкәләрҙән килгән спортсыларҙың парады, концерт номерҙары, ҡунаҡтар менән таныштырыу менән асылды. Илебеҙҙең төрлө өлкәләренән килгән бәйгеселәргә милли ризыҡ – бауырһаҡтан да ауыҙ иттерҙеләр. Тантаналы мәл тамамланыу менән быға тиклем сәхнә ролен үтәгән ҙур майҙанда бер үк ваҡытта өс урында көсөргәнешле көрәш башланды. Батырҙарҙың еңеүгә ынтылыуы менән бер рәттән, ҡуйылған талаптар ҙа ярышҡа айырыуса ҡыҙыулыҡ өҫтәне. Бәйге яй көрәшеүҙе хуп күргәндәрҙе үҙ итмәне. 15 секундтан ашыу һүлпәнлек күрһәтеүселәргә судьялар шундуҡ иҫкәрмә яһаны. Әгәр көрәшсе ике тапҡыр еңел­һә, ул артабан ярышыуҙан төшөп ҡалды.
Көрәш мәлендә майҙан тирәләй шау-шыу тынманы. Бөтә спорт төрҙәрендәге кеүек, бында ла һәр кем үҙенең дуҫы, тәрбиәләнеүсеһе, туғаны, йә булмаһа, яҡташы өсөн янып-көйөп, ярышҡа көсөргәнешлек өҫтәне. Бындай мәлдә судьяларға ла эшләүе еңел булмағандыр. Ярышта кем генә еңһә лә, еңелгән яҡтың көйәрмәндәре тиҙ генә тынысланыр­ға ашыҡманы. Алып ташлауҙар өсөн бирелгән мәрәйҙәрҙе берәүҙәр ғәҙел түгел тип иҫәпләһә, икенселәр ҡул сабып ҡыуанды. Тап шунда ла инде көрәштең төп асылы. “Бар иғтибарыңды алышҡа йүнәлтһәң, шау-шыуҙы нисектер ишетмәйһең дә, күрмәйһең дә. Шул уҡ ваҡытта еңеүеңә ышаныусыларҙың булыуы, яҡташтар­ҙың хуплауы бындай мәлдә бары тик көс һәм дәрт өҫтәй”, – тине өсөнсө тапҡыр чемпион исемен яулаусы Мәләүез районы көрәшсеһе Альберт Рәхмәтуллин.
Бәйгеселәрҙең дә әҙерлек кимәле төрлөсә ине. Элек-электән көрәштә бил бирмәҫ батырҙар төйәге булған Башҡортостан егеттәренән башҡа сит өлкә бәйгеселәренең көсө күп осраҡта ҡалышты. Алыш башланыу­ҙың өсөнсө секундында уҡ дәғүәсене “таҙа” алып ырғытыу булыуы ла ошоно дәлилләй. Әле билбауын да ныҡлап тотоп өлгөрмәгәндәрҙе башҡорт егеттәре бер-бер артлы күтәреп һуҡты.
Көрәш менән профессиональ шөғөлләнеүсе һәм чемпионатта ҡатнашыусы төбәктәр арта. Әлбиттә, был ярыштарҙа гел Башҡортостан һәм Татарстан командалары яҡшы сығыш яһай. Шулай уҡ Пермь крайы, Мари Иле Республикаһы командаларының квалификацияһы һәм приз­лы урындары һаны арта. Ә быйыл ярыш тағы ла яңы көслө спортсылар һәм командаларҙы асты, ти бәйгенең төп судьяһы Вәкил Ильясов.
Ике көн барған ярышта 60 килограм­ға тиклемгеләр араһында Рәмил Ғәлимов (Башҡор­тос­тан), 65 кило­грам­ға тиклемгеләр араһында Руслан Нурғәлиев (Татарстан), 70 килограмға тиклемгеләр араһында Алик Яҡупов (Баш­ҡортостан), 75 килограмға тиклем Альберт Рәх­мә­туллин (Башҡортос­тан), 80 килограм­ға тиклем Ренат Хәйретдинов (Татарстан), 85 килограмға тиклем Рөстәм Исламов (Башҡортос­тан), 90 килограмға тиклем Раил Нурғәлиев (Татарстан), 100 килограмға тиклем Ленар Иванов (Татарстан), 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Ильяс Ғәлимов (Татарстан) чемпион исеменә лайыҡ булды. Үҫмерҙәр араһында 50 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Артур Нурмөхәмәтов (Башҡор­тостан), 55 килограмға тиклем Марат Купкенов (Сыуашстан), 60 килограм­ға тиклем Эльвир Әхәтов (Татарстан), 65 килограмға тиклем Айнур Нәзмиев (Татарстан), 70 килограмға тиклем Рәмил Синякаев (Татарстан), 75 килограмға тиклем Артур Зөлҡәрнәев (Башҡортостан), 80 килограмға тиклем Булат Саттаров (Татарстан), 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Радик Сәләхов (Татарстан) беренсе урынды яуланы. Баш­ҡортостан спортсыларынан икенсе урынды ололарҙан Рушан Ильясов (65 кг), Наил Мөхәмәтйәнов (80 кг), Илдар Моратов (90 кг), Юрий Сабанов (100 килограмдан ашыу), үҫмерҙәр араһында Илдар Баһауетдинов (60 кг), Рөстәм Кашафетдинов (65 кг), Дим Хәйруллин (70 кг), Руслан Шәйхетдинов (80 килограмдан ашыу) алды. Өсөнсө урын – ололарҙан Салауат Зарипов (60 кг) һәм үҫмер­ҙәрҙән Фәдис ҡотлогилдинда (55 кг).

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына