10.12.2011 Ҙур спорт тирәләй
«Зенит» менән ЦСКА плей-оффҡа сыҡты
Футбол буйынса чемпиондар лигаһының төркөм уйындарында һуңғы осрашыуҙар булып уҙҙы.
Унда Рәсәй клубтарынан «Зенит» менән ЦСКА командалары ҡатнашып, уңышҡа өлгәште. Тәүгеһе Португалияла урындағы билдәле «Порту» футболсылары менән уйнаны һәм улар менән 0:0 иҫәбенә айырылышып, плей-оффҡа сыҡты. Ә бына «Порту», төп бәйгенән төшөп ҡалып, юлын Европа лигаһында дауам итәсәк.
Шулай уҡ ЦСКА уйынсылары ла мөғжизә яһаны. Сөнки улар Италияның «Интер»ы менән осрашыр алдынан үҙ төркөмөндә һуңғы урынды биләй ине. Уларҙан өҫтә килгән «Лилль» менән «Трабзонспор» клубтары үҙ-ара тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Һәм ЦСКА командаһы Италияла кәрәкле еңеү яулап, уйламағанда төп бәйгелә юлын дауам итте. Шулай итеп, Рәсәй футбол тарихында тәүге тапҡыр чемпиондар лигаһының плей-оффына ике команда сыҡты.
Александр Радулов – СКА – 5:4
«Салауат Юлаев» үҙ уйынын таба башланы, ахыры. Командала дөйөм коллектив та, үҙ эшенә яуаплы ҡараған лидерҙар ҙа күренә кеүек.
Был ҡыуандыра. Һуңғы ике осрашыуҙы – «Динамо» (Рига) һәм СКА хоккейсыларына ҡаршы бәйгене ҡарағанда күптәрҙә шундай тәьҫир ҡалғандыр. Икеһендә лә юлаевсылар уйынды еңелеүҙән башланы. Әммә үҙендә көс табып, икеһендә лә еңеү яуланы. Хәҙер улар өсөн барыһы ла мөһим, сөнки алдан күп юғалтыу кисерҙе. ҡапҡа һаҡсыһы, КХЛ-да дебют яһаған Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Никита Давыдов та маҡтауға лайыҡ. Етәкселәр уға ышана икән, тимәк, өмөт бар.
Александр Радулов тураһында һүҙ ҙә юҡ инде. «Динамо»ға ике гол индерһә, СКА-ға бөтөнләй өс шайба сәпәп ташланы һәм гол индерергә булышлыҡ итте.
СКА-ның баш тренеры Милош Ржига әйтмешләй, шайбаға ас Радуловты тотоп тыйып булманы… Дөрөҫ, күптәрҙең нервыһын ҡаҡшатыр әле ул. Башҡалар ҙа тик торманы. Олег Сапрыкин голдар иҫәбен арттырһа, йәрәхәт алып, оҙаҡ ҡына уйынға сыҡмаған капитаныбыҙ Вячеслав Козлов та тәүге осрашыуҙа уҡ оҫталығын иҫбатланы.
Кисә кис Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре тиҙлек алған «Атлант» командаһы менән осрашты. Ысынлап та, баш тренерын алмаштырғандан һуң «Атлант» ун уйын рәттән еңелеү белмәй килә ине (тик быға тиклем «Нефтехимик» уйынсыларынан 2:4 иҫәбенә отолдо).
Әлегә «Салауат Юлаев» командаһы көнсығыш конференцияһында 47 мәрәй яулап, бишенсе баҫҡыста булһа, дөйөм КХЛ берлегендәге 10-сы урында.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.