29.11.2011 Ниһайәт, үҙебеҙҙекеләргә сират етте
Венер Рәсих улы Сафин 1964 йылдың 6 октябрендә Өфөлә тыуған. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Һаҡсы. Спорт мастеры. Команда составында 1995 –1997 йылдарҙа Рәсәй беренселегенең өс тапҡыр бронза миҙал призеры. Шул уҡ ваҡытта команданың капитаны була. Шулай уҡ бер миҙгел Тольяттиҙың «Лада»һы һәм Финляндияның «Хермес» клубы өсөн сығыш яһап өлгөрә. Өфө авиация институтын тамамлаған. Тренер карьераһын 2001 йылда «Салауат Юлаев» командаһында башлай. 2007 – 2008 йылдарҙа, уның өлкән тренеры булараҡ, Рәсәй беренселеге чемпионы исемен яулай. Уҙған миҙгелдә Гагарин кубогын яулауға булышлыҡ итә.
Бер ай элек команданың һөҙөмтәһе насар булыу арҡаһында юлаевсыларҙың баш тренеры Сергей Михалев һәм уның ярҙамсыһы Сергей Герсонский эшенән бушатылғас, уның етәксеһе итеп ваҡытлыса Венер Сафин тәғәйенләнде. 26 ноябрҙән ул «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры вазифаһын рәсми рәүештә үтәй башланы. Ярҙамсылары булып кесе Владимир Юрзинов менән «Торос» командаһының баш тренеры Василий Чижов тәғәйенләнде.
Тәүге көндән үк тәрбиәләнеүселәре КХЛ беренселегенең сираттағы осрашыуында «Югра»ны 3:1 иҫәбенә отоп, уға бәләкәй генә бүләк яһаны. Ғөмүмән, һуңғы ике уйында «Салауат Юлаев» хоккейсылары, тотороҡло һөҙөмтәгә өлгәшеп, моңайып бөткән көйәрмәндәрен уятты. ҡапҡа линияһы ла киләсәккә өмөт уята. Үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүсебеҙ Никита Давыдов ике осрашыуҙа ла, баштан уҡ ҡапҡа һағына баҫып, матур уйын күрһәтте. Афарин! Шулай уҡ үҫеп килгән йәштәребеҙ ҙә тырышып сәкәләште. Панковтың «Авангард»ҡа индергән голы ғына ни тора!
Бөгөн Сафиндың тәрбиәләнеүселәре Магнитогорскиҙың «Металлург»ы менән көс һынашасаҡ. Уларҙың хәлдәре лә әлегә мөшкөл. Һуңғы уйында «Нефтехимик» командаһынан 3:1 иҫәбенә еңелделәр. «Аҡ барс» та «аҡһай». Улар үҙ майҙанында «Авангард» уйынсыларынан 0:1 иҫәбенә отолдо. Ғөмүмән, Көнсығыш лидерҙарына зәхмәт ҡағылды, буғай. Әлеге ваҡытта «Салауат Юлаев», «Аҡ барс» һәм «Металлург», 39-шар мәрәй яулап, 12 – 14-се урындарҙы бүлешә. Юғарыла – көнбайыштар. СКА командаһы иҫәбендә 56 мәрәй булһа, «Динамо» (Мәскәү) 52 мәрәй менән – өсөнсөлә. «Трактор» – икенселә (56 мәрәй). Таблицаның аҙағында «Автомобилист» (19 мәрәй) менән «Витязь» (24 мәрәй) урынлашҡан.
Н. ТИМЕРОВ.