20.09.2011 Чемпионат ҡыҙа бара
КХЛ беренселеге башланыр алдынан Ярославлдең «Локомотив» командаһы менән булған һәләкәттән һуң, чемпионат яйлап үҙ көйөнә инә бара, буғай. Тәүҙәрәк осрашыуҙар көсөргәнешһеҙ үтһә, әле бына һуңғыларында сәмле көрәш рухы һиҙелә башланы.
«Салауат Юлаев» хоккейсылары өс уйынын үҙ майҙанында үткәрҙе. Башта «Атлант» клубын 5:3 иҫәбенә отҡас, улар билдәле «Аҡ барс» менән сәкәләште. Бына бында бер-береһен белгән, уйындары ҙур көсөргәнешлек менән үткән дәғүәселәр йәнә үҙ-ара көс һынашты. Икенсе яҡтан ҡарағанда, әлегә тиклем уларҙан башҡа бер команданың да Гагарин кубогын тотоп ҡарағаны юҡ. «Аҡ барс» уны ике йыл рәттән ҡулынан ысҡындырмаһа, өфөләр иһә уны уҙған миҙгел эләктерҙе. Осрашыу юлаевсыларҙың өҫтөнлөгө менән башланһа ла (улар беренсе булып иҫәпте асып, икегә еткерә), ҡунаҡтар оҙаҡ көттөрмәй, иҫәпте тигеҙләүгә ирешә. Шулай бер алға сығып, бер тигеҙләшеп, Сергей Михалевтың тәрбиәләнеүселәре көсөргәнешле бәйгелә еңеүҙе тартып ала.
Уларҙан һуң беҙгә ҡаршы электән уңайһыҙ дәғүәсе булып һаналған «Нефтехимик» хоккейсылары сыҡты. Бында иһә «көй»ҙө ҡунаҡтар көйләне. Өфөләр баҫтырыусы ролен башҡарып, һуңғыһында, йәғни буллит серияһында еңелеп, «Нефтехимик»ҡа тәүге ҡәҙерле мәрәйҙәр бүләк итте. Сөнки быға тиклем улар ике уйын рәттән отолғайны. Төп ваҡыт 3:3 иҫәбенә тамамланды.
ҡалған осрашыуҙарға күҙ һалғанда, «Торпедо» командаһы ла ҡапыл алға ынтылды. Улар дүрт уйында туғыҙ мәрәй яулап, дөйөм турнир таблицаһының үренә урынлашты. Өфөләр ете мәрәй менән икенсе урында булһа, ете команда, алтышар мәрәй менән, 3 – 9-сы урындарҙы бүлешә. Аҫта «Динамо» /Рига/ килә, чемпионат дебютанты − Словакияның «Лев» һәм әлеге лә баяғы «Витязь» уйынсылары мәрәйһеҙ һуңғы урындарҙы биләй.
Юлаевсыларҙың еңеүенә тос өлөш индергән тәүге звеноны билдәләмәй булмай. Игорь Григоренко биш тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, береһендә гол индереүгә булышлыҡ итһә, Александр Радулов шулай уҡ алты тапҡыр гол индереүгә ярҙам итә. Сергей Зиновьев бер гол индереп, дүртәүһендә булыша. Өфөләр составында дебют яһаусы һаҡсы-легионер Рихард Стегалик ике голы менән уйынға инеп китте. Капитаныбыҙ Виктор Козлов та мәрәйһеҙ ҡалманы. Уның иҫәбендә − бер гол, ике пас.
Киләһе осрашыуын «Салауат Юлаев» командаһы 21 сентябрҙә Новосибирскиҙа урындағы «Себер» менән уҙғарһа, 23, 24 сентябрҙә «Амур»ҙа ҡунаҡ буласаҡ.
Н. ТИМЕРОВ.