17.09.2011 Көрәшкә иғтибар арта
Көрәш – башҡорт халҡының борон-борондан килгән, иң киң таралған спорт төрҙәренең береһе.
Майҙандарҙа, һабантуйҙарҙа ир-егет данын күтәрер милли көрәшебеҙ традициялары бөгөн дә көслө. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ойошторған милли көрәш һәм билбау көрәшеүен үҫтереү тураһындағы кәңәшмәлә ошо турала ла һүҙ барҙы.
Билбау менән көрәшеү донъяла көндән-көн нығыраҡ үҫеш ала, шул йәһәттән беҙҙең милли көрәште лә донъя аренаһына сығарыу мөһим.
Көрәшкә ҡарата йәштәрҙең дә ҡыҙыҡһыныуы көслө – бөгөн республикала 16613 уҡыусы был спорт төрө менән шөғөлләнә. Кәңәшмә барышында 2013 – 2015 йылдарға иҫәпләп әҙерләнәсәк көрәш буйынса программаның төп мәсьәләләре ҡаралды. Спорт үҙәктәре булдырыу һәм көрәште популярлаштырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Бәлки, Башҡортостанды донъя кимәлендә танытыусы спорт төрө лә тап көрәш булыр.