06.09.2011 Елдән етеҙ елде толпарҙар
Европаның 11 иле өсөн «Аҡбуҙат» ипподромы ҡыҙыу ярыш майҙанына әүерелде
«Аҡбуҙат» ипподромының быға тиклем бындай сағыу тамашалы, шундай оло мәртәбәгә эйә булған, ҙур кимәлдәге чемпионатты ҡабул иткәне юҡ ине әле үҙ майҙанында. Европала егерме алтынсы тапҡыр ойошторолған йәш һыбайлылар чемпионатының был юлы Башҡортостанда уҙғарылыуы, ысынлап та, беҙҙең өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә ҙур мәртәбә. Илебеҙҙең иң һәйбәт өс ипподромы исемлегенә ингән «Аҡбуҙат»ыбыҙ исеменә тап төшөрмәне. Һәйбәт әҙерлек, ҡунаҡсыл халҡыбыҙ, баш ҡалабыҙҙың матурлығы сит илдән килеүсе ҡунаҡтарҙы хайран итте.
Ә ярышта ҡатнашыусылар ҡайҙан ғына килмәгән − Италия (Вальтер Тонези), Бельгия (Герт Сусе), Чехия (Давид Добровольный), Голландия (Жессе Дэниель Тер Борг), Франция (Жульен Жаме), Австрия (Надин Шнейберг), Норвегия (Оле Йохан Остре), Испания (Себастьяна Покови Саллейнс), Эстония (Татьяна Зубенок), Финляндия (Ханну Торвинен) һәм, әлбиттә, Рәсәй (Людмила Любимова, Рәмзил Таймаҫов) ҡатнашыусыларына − йәмғеһе ун ике конкурсантҡа үҙ көстәрен һынап ҡарау өсөн лайыҡлы шарттар булдырылғайны ипподромда. Конкурсанттар үҙҙәре лә бәйгеләрҙә еңеү яулаған егет-ҡыҙҙар. ҡыҙҙар тигәс, ҡыҙыҡ та булып китә хатта. Һәр ил чемпионатҡа иң шәп һыбайлыһын ебәрә бит инде, тимәк, был ҡыҙҙар илдәрендә әллә күпме ярышсы-егеттең танауына сирткән булып сыға түгелме? Улар араһында иң йәш ҡыҙға ун алты ғына йәш. Испания ҡыҙы Себастьяна менән бары тик бер нисә минут ҡына аралашып ҡала алдыҡ. Ул Өфөгә төндә генә килеп төшкән. Баш ҡалабыҙға еткәнсе өс самолетта осорға тура килә. «Юл байтаҡ ҡына арытһа ла, мин һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтергә әҙермен», − ти ҡыҙ.
Чемпионат бик ҡыҙыҡлы итеп ойошторолған, ҡатнашыусылар өсөн ҡатмарлыҡтары ла етерлек. Йәрәбә һалыу ярыш башланырҙан ике сәғәт алда ғына уҙғарылды. Бәйгеселәр үҙҙәре ярышасаҡ атты бында тәүге тапҡыр ғына күрә һәм алдан йөрөп, уға өйрәнеү мөмкинлеге лә юҡ. Тап шунда һынала ла инде ысын оҫталыҡ. Һәр ҡатнашыусы икешәр гиттан торған ике заезда ҡатнаша. Аттар һәр гит һайын алмашынып тора. Тәүге гитта беренсе килгән ат менән икенсе гитта һуңғы килгән конкурсант ярыша һәм, киреһенсә, беренсе килгән конкурсантҡа старт һыҙығын иң һуңғы булып үтеүсе ат тапшырыла. ҡамсы ҡулланырға ярамай. Еңеүсе мәрәйҙәр һанына ҡарап билдәләнә. Бәлки, һеҙ, Европа чемпионатында еңгән кешене ҙур-ҙур бүләктәр ҙә көтә, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, бүләк-аҡса ярышсы аттарҙың хужаларына тапшырыла (әйткәндәй, аттар бөтә республика буйлап һайлап алып йыйылған). «Ә чемпионатта ҡатнашыу бәйгеселәр өсөн үҙе үк иң ҙур мәртәбә, спортсы намыҫы», − тип билдәләне быны 45 йыл ғүмерен атта сабышып уҙғарыусы, был эштең бөтә нескәлектәрен белеүсе Алла Михайловна. Бәйгене баһаларға Өфөгә Австриянан УЕТ – Европа юртаҡтар союзының техник директоры Петер Трузла килеүе лә ҙур мәртәбә өҫтәне.
Башҡорт көйҙәре яңғырап торған ипподром майҙанына тамашасылар ҙа бик күп ағылды. Ҙур тамаша алдынан аяҡтары ергә тейер-теймәҫ осоп тигәндәй йөрөгән толпарҙарға ҡарап, уларҙың еңел генә сабып йөрөштәренә, сапҡан ыңғайға елгә елберләп, ҡояш нурына йылтырап ҡалған ебәк ялдарына һоҡланып, эстән генә ниндәйҙер үтә лә ҙур кинәнес кисерҙе тамашасылар.
Сара Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығышы менән асылды. Ул, чемпионатта ҡатнашыусыларҙы ҙур байрам менән тәбрикләп, уңыштар теләне. Республикабыҙҙың борон-борондан ат үрсетеү буйынса данлы төбәк булыуын атап үтте һәм бәйгеселәребеҙҙең һынатмаҫына ышаныс белдерҙе. Бәйгеселәр тигәндән, улар һәр илдән берәү генә булырға тейеш. Улай булғас, ниңә беҙҙән икәү, тиерһегеҙ. Швеция вәкиле чемпионатҡа килә алмау сәбәпле, алдан уйланылған тәртип боҙолмаһын өсөн, ярышты ойоштороусы илдең үҙ ярышсыһын тәҡдим итергә хоҡуғы бар. Был бәхет Башҡортостандан Рәмзил Таймаҫовҡа йылмайҙы. Рәмзил − Хәйбулла егете. Биш йәшенән ат өҫтөндә үҫкән кеше. Аттар менән дуҫлығы ла аңлашылып тора. Әсәһе әрләп торһа ла, йәшереп кенә колхоздан аттар ҙа алып ҡайта. Бәләкәй саҡтан ат менән эшләргә хыяллана һәм, мәктәпте тамамлағас, аграр университетҡа уҡырға инә. Әммә егет унда уҡыу күңеленә ятмағанлығын аңлай һәм дуҫы менән «Аҡбуҙат» ипподромына бер килгәндән һуң, ошонда эшкә тороп ҡалырға ҡарар итә. Бында ат өйрәтеүсе ярҙамсыһы булып эш башлай. «Һәр бер аттың үҙ холҡо, һәр береһе менән айырым эш итә белергә кәрәк, − ти ул. – Улар бөтә нәмәне аңлап тора, ҡай-саҡ үсегеп тә китәләр. Шәкәр биреп, һөйләшеп, уларҙы йыуатам, көйҙәрен табырға тырышам». Ярышта ҡатнашыу Рәмзил өсөн көтөлмәгән хәбәр була. Чемпионатта еңеүгә өлгәшә алмаһа ла, Европаның иң оҫта атта йөрөүселәре менән бер майҙанда көс һынау үҙе үк ҡыуаныс бит.
Ярыштар был көндө төрлө концерт номерҙары менән дә һуғарылып барҙы. Төп чемпионат менән бер майҙанда «Халыҡтар дуҫлығы», «Иппик», «Аҡбуҙат», «Улов» приздарына ла ярыштар уҙғарылды. Уларҙың һәр береһе үҙе бер сағыу тамашаға әүерелде. Ҙур тиҙлек менән алға уҡталған аттарҙың һонолған муйыны һымаҡ, тамашасылар ҙа, елдәр уйнатып сапҡан юртаҡтарҙы танырға, үҙебеҙҙең ярышсыларҙы бүтәндәрҙән айырырға тырышып, алға һонолоп ултыра ине. Ә аттар яҡынлаша башлаған мәл айырыуса тулҡынландырғыс − тауыштары, улар өсөн янып-көйөүҙәре менән, әйтерһең дә, үҙҙәренең көстәрен ярышсыларға бирергә тырышалар. Беренсе заездың икенсе гитында Рәмзил Таймаҫов беренсе килһә лә, Людмила Любимова өс заезд һөҙөмтәләре менән алда торған булһа ла, еңеү беҙгә тәтемәне. Италиянан Вальтер Тонези, һәр йәһәттән уңышлы сығыш яһап, тәүге урынды яулауға өлгәште. Икенсе урында − Норвегиянан Оле Йохан Остре. Әммә иң мөһиме еңеү түгел, тибеҙ бындай саҡта. Нимә мөһим һуң? Байрам кәйефе, үҙеңде һынап ҡарау мөмкинлеге, Европа ҡунаҡтары менән аралашып, тәжрибә уртаҡлаша алыуҙыр, моғайын.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.