20.08.2011 Еңеүен еңделәр, тик…
«Өфө» футбол командаһы, дивизион лидеры – «Нефтехимик» уйынсыларынан 3:0 иҫәбенә еңелеп ҡайтҡас, сираттағы осрашыуын үҙ майҙанында уҙғарҙы.
Беҙгә ҡунаҡҡа Пермдең «Октан» клубы килгәйне. Күршеләр быға тиклем алты еңеү яулап, турнир таблицаһының 10-сы баҫҡысында урынлашҡайны. Уйын хужаларҙың өҫтөнлөгө менән уҙһа ла, улар ҡунаҡтарҙы 1:0 иҫәбенә генә отто. Был еңеү «Өфө»ләргә әллә ни кинәнес бирмәне. Сөнки лидер ҙа дәғүәсеһен отоп, мәрәйҙәр айырмаһын һаҡлап ҡалды. Беҙҙең футболсылар «Нефтехимик»тан шул уҡ туғыҙ мәрәйгә ҡалыша. Учалының «Горняк» командаһы ла лидерҙар төркөмөнә эләгергә тырыша. Улар был турҙа «Академия»ны 2:1 иҫәбенә еңеп, йәмғеһе 36 мәрәй менән өсөнсө урынды биләй.